Алты йәшен тултырған Әлфиә — Гүзәл менән Фәриттең ҡайнар мөхәббәт емеше. Ул да бүтән ҡыҙҙар кеүек ҡурсаҡ уйнарға ярата, матур хыялдар ҡороп, төҫлө ҡәләм менән һүрәт төшөрә.
Бына ул бөхтә кейенеп мәктәпкә бара, көндәлегенә яҡшы билдәләр генә ҡуйылған. Ә был һүрәттә ҡыҙ йүгереү буйынса ярышта беренселәрҙән булып финишҡа етеп килә. Тағы дүрт-биш аҙым яһаясаҡ та, донъя марафонында беренсе урынды алып, барлыҡ ғаләмгә таныласаҡ... Тик былар барыһы ла кескәй ҡыҙҙың хыялы ғына шул.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ауыр сир менән тыуған. Әйтерһең дә, һәр көн — үҙе бер һынау, сөнки ҡыҙҙың быуындары тотмай, шунлыҡтан ҡәҙимге кеше кеүек атлай алмай. Балаһына төшкән ауыр өлөштө күтәрешеүҙә Гүзәл менән Фәрит яңғыҙ кеүек. Коляскаға ултыртып урамға алып сыҡһалар ҙа, берәй концертҡа алып барһалар ҙа, Әлфиәгә башҡалар сәйер ҡарай. Шуғалыр ҙа ҡыҙҙың йәмәғәт урынында әллә ни күренергә теләге юҡ.
Бер генә сараны Әлфиә түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Был көн уның өсөн ысын мәғәнәһендә байрам, сөнки бында барыһы ла яҡын, уны аңлайҙар һәм үҙ итәләр. Республика психологик-медик-педагогик комиссияһында йыл һайын инвалид балалар өсөн ойошторолған күркәм һәм мөһим сара хаҡында һүҙем.
Нимә менән ҡәҙерле һуң ошо көн ауыр яҙмышҡа дусар булған балалар өсөн? Улар бындағы хеҙмәткәрҙәр ойошторған концертты ҡарап кинәнеп кенә ҡалмай, үҙҙәре лә ҡатнашып, һәләттәрен күрһәтә. Бейеүҙе тейешле кимәлдә башҡара алмаһа ла, бер кем дә уға ҡырын ҡарамай, дәррәү алҡыштарға күмеп, рәхмәттәрен белдерә.
Республика психологик-медик-педагогик комиссияһы хеҙмәткәрҙәре ҡыҙыҡлы уйындар менән балаларҙы ҡыуандырһа, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика балалар йорто тәрбиәләнеүселәре ҡуйған концерт күптәрҙең күңел ҡылдарын сиртте. Залдағылар араһынан урынында ултырып түҙә алмай, дәртләнеп бейергә төшөп китеүселәр ҙә әҙ булманы бит. Ә инде сәхнәгә танылған бейеүсе Зөлфиә Ҡудашева сыҡҡас, зал тағы ла йәнләнеп китте. Хәрәкәт итеүе ауыр булыуға ҡарамаҫтан, улар ҡулға-ҡул тотоношоп түңәрәктә әйләнде. Әлфиәнең дә күңеле шул саҡ ҡанатланып китте. Ата-әсәһенә ныҡлы тотоноп, күңелгә ятышлы көйгә үҙенсә бейеү хәрәкәттәрен башҡарҙы.
Байрам бүләкһеҙ үтәме ни инде? Сарала бағыусыларҙың да ихлас ҡатнашыуы күңелгә йылылыҡ өҫтәне. Кеше ҡайғыһына битараф түгелдәр бар икән шул!
Байрамды ойоштороусыларҙың береһе – “Мәрхәмәт” хәйриә йәмғиәте лә балаларға шатлыҡ өләште. Улар психологик ял итеү бүлмәһе өсөн бүләк иткән йыһаздар, шул иҫәптән ортопедик кресло бында килеүселәргә бигерәк тә ҡулай. Байрамда ҡатнашҡан һәр кемгә хәйриә ойошмаһынан Яңы йыл күстәнәсе лә тапшырылды. Уның өсөн “Мәрхәмәт”тең идара ағзаһы, “Нефтехимтранссервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Илдар Тажиевҡа ата-әсәләр рәхмәтен еткерҙе.
— Бөгөн ошо залда иң сағыу һәм иң һөйкөмлө балалар йыйылған, — тине хәйриә ойошмаһы рәйесе Гөлшат Нуриәхмәтова. — Билдәле булыуынса, киләһе йыл Аждаһаныҡы. Аждаһанан һүнмәҫ ялҡын бөркөлөп торған кеүек үк, һеҙҙең дә хыялдарығыҙ һис һүрелмәһен. Яҡты уйҙар һәм хыялдар ташламаһын һеҙҙе!
Гөлшат Басир ҡыҙы иҫтәлеккә йомшаҡ уйынсыҡтар килтергәйне. Аждаһа менән Эт шунда уҡ балаларҙың яҡын дуҫына әүерелде. Эткә “Аҡтырнаҡ” тигән ҡушамат та биреп ҡуйҙылар. Күңелле тамашанан һуң тәмле сәй көтә ине.
Әлфиә был байрамдан ҡанатланып ҡайтты. Хыялы — ныҡлы атларға өйрәнеп, билдәле спортсы булыу. Уны аңлаған, изге өмөт ойотҡолары һалған кешеләр бар саҡта, теләк-ынтылыштары тормошҡа ашыр, әлбиттә! Физик йәһәттән ауырлыҡ кисергәндәргә “мөмкинлектәре сикләнгән” тигән мөһөр баҫырға түгел, һәр изге башланғысын хуплап дәртләндереү генә кәрәк. Кешеләр ниндәй генә бәләгә осрамай донъяла, ундайҙарҙың хәлен яҡшыртыр өсөн тәү сиратта уларҙы күңел күҙе менән күрәйек.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ