Гөлөстан12.10.2013
ГөлөстанЕр шарының иң матур, күркәм урынында, йәйғорҙоң ете төҫөндәй балҡып, күҙҙең яуын алып, тамылйып ҡына Гөлөстан тигән ил йәйрәп ята, ти. Зифа, ҡуйы ҡамышлы, саф һыулы йылға-күлдәрендә тулҡындар, күкле-йәшелле төҫкә кереп, ҡояш нурҙары менән уйнай икән. Һыу өҫтөндә алтын балыҡтарҙың кемуҙарҙан һикерешеп, ирәүәнләп күңел асыуҙарын күҙәтеү – үҙе бер мөғжизә.

Ботаҡтарын күккә һоноп, береһенән-береһе бейегерәк булып ярышып үҫкән ҡуйы ағаслы урмандарында ниндәй генә ҡош-ҡорт, йәнлек мыжғып йөрөмәй! Ялан-ҡырҙарында мең төрлө хуш еҫле, аллы-гөллө сәскәләре тәсбих әйтеп ултыра. Күккә ашҡан зәңгәр тауҙар кешеләрҙе әллә ҡайҙан сәләмләп, үҙҙәренә саҡырып тора. Ата-бабалары мираҫ итеп ҡалдырған, еренең аҫты ла, өҫтө лә хазинаға тиң Гөлөстан илендә кешеләр үҙ ерҙәренә үҙҙәре хужа булып, Хоҙайға шөкөр итеп, һәр кем үҙе яратҡан һөнәренә эйә булып, кәрәк саҡта бер-береһенә ярҙам итешеп, байманлыҡта һәүетемсә генә йәшәп ята, ти.
Һай, был көнсөллөк тигәндәрең… Халыҡтың гүзәл ерҙә байлыҡ-муллыҡҡа төрөнөп, болйомай ғына йәшәүе сит-ят батшалыҡ кешеләренә һис тә оҡшамаған. Дошмандар Гөлөстандың батыр ир-егеттәрен үлтереп, һылыу ҡыҙҙарын үҙҙәренә кәләш итеп алыу, бөтә байлыҡтарына хужа булыу маҡсатында яу артынан яу асҡан, ти. Тыуған ерҙәрен, һөйгән йәрҙәрен, әсәләрен, балаларын үҙ йәнендәй күргән ир-азаматтар бирешә буламы һуң! Ҡан көҫәп килгән һәр баҫҡынсы ил эсенә үтеп керә алмаған, үлемен ил сигендә тапҡан. Уларҙың мәйеттәренән ҙур-ҙур тауҙар хасил булған, ти.
Сит батшалыҡтар, илдең батырҙарын көрәшеп еңә алмағас, сихырсыларҙы йыйып, төрлө мәкер ҡороп ҡараған.
— Юҡ, был илдең батырҙарын көрәшеп еңеп булмай, Гөлөстандың халҡына һаҫыҡ һауа ебәреп тонсоҡторайыҡ, үле һыу эсереп ағыулайыҡ. Улар тиҙ генә ҡырылып бөтмәҫ, тәүҙә алйотланырҙар, алйырҙар, йәмғиәттең нигеҙе булған ғаиләләре тарҡалыр, балалары етем ҡалыр. Үле һыу эскән ата-әсәнән яйлап-яйлап зәғиф балалар тыуыр. Ғәрип кешеләр бер ваҡытта ла тыуған ерен һаҡларлыҡ батыр була алмаҫ, ерһеҙ, телһеҙ, моңһоҙ, ғәмһеҙ, йәмһеҙ меҫкенгә әйләнер. Шунан беҙ, миһырбанлыҡ күрһәткән булып, етемдәрен үҙебеҙгә тәрбиәгә алайыҡ, яйлап-яйлап уларын да юҡ итербеҙ.
Ил менән әхлаҡ идара итә бит. Ил башында торған түрәләрен байлыҡҡа ҡыҙыҡтырған булып, нәфселәрен арттырайыҡ, шашһындар, урлашһындар, енәйәт ҡылһындар. Гөлөстанда йәбер, золом ҡанат йәйһен. Йәштәре олоно – оло, кесене кесе тип белмәһен, иманһыҙ, әхлаҡһыҙ әҙәм аҡтыҡтарына әйләнһен. Ҡасандыр беҙҙе тапап үткән ҡарт яугирҙәрен хурлыҡҡа ҡалдырып, түштәренән орден-миҙалдарын йолҡоп алһындар.
Гөлөстан илен Лут пәйғәмбәр ҡәүеме йәшәгән йылдарға ҡайтарайыҡ. Ирҙәре менән ирҙәр, бисәләре менән бисәләр зина ҡылып, хәшәрәт тормош алып барһын, тоҡомдары артмаһын, халҡы һәләкәткә дусар булһын. Ил яйлап-яйлап ҡәберстанға әйләнһен. Шунан үҙебеҙ бөтә ергә, байлыҡҡа хужа булып алырбыҙ, — тип фекер беркеткән, ти, былар.
Һәм үҙҙәренең ҡара ниәттәрен тормошҡа ашыра башлағандар. Иң тәүҙә кеше аҙҙырғыс, төрлө хаяһыҙ тамашалар күрһәткәндәр. Маҡтап-маҡтап үле һыуҙы эсергәндәр, ти.
Әҙәм балаһына бысраҡ тиҙ йоғоп бара шул. Ысынлап та, үле һыуҙы эсеп, Гөлөстандың халҡы яйлап-яйлап ҡырыла башлаған. Хатта ауылдарҙа бер көн эсендә генә ағыуланған икешәр-өсәр кешене ерләйҙәр икән, зыяраттар ҙурайған. Һыу һөлөгө кеүек ҡыҙҙары, егеттәре, баштары томаланып, күҙҙәре аҡайышып ҡайҙа барып бәрелергә белмәй аңҡы-тиңке булып йөрөй икән. Атайҙар — үҙҙәренең атай икәнен, әсәләр әсә икәнен онотоп, “кәкүк”кә әйләнгән, ти. Илдә ата-әсәле етемдәр, зәғиф балалар күбәйгән. Гөлөстандың халҡы ғәфләт йоҡоға сумған.
Шунан ете диңгеҙ аръяғында йәшәгән кешеләр: “Балаларығыҙҙы беҙгә тәрбиәгә бирегеҙ, уларҙы һау-таҙа итеп үҫтереү өсөн беҙҙең илдә бөтә шарттар ҙа бар”, — тип, балаларҙы үҙҙәренә алып китә башлаған, ти.
Ер-әсә:
— Уф, был бысраҡлыҡтарға түҙә алмайым, һәләк булам бит, — тип уфтанған.
Урал батырҙың:
— Тере һыу, тере һыу, тере һыу… — тип ыңғырашҡаны ишетелеп ҡала икән.
Аҡбуҙаттың үҙ батырын таба алмай, тибенеп, ҡанат елпеүенән ер тетрәй, тауҙар емерелеп китә, ти.
Үҙ ғаиләһендә, илендә кәрәкмәгән балаларҙы ете-ят ерҙә кем яратып торһон. Улар туғандарын, тыуған ерҙәрен һағынып һарғая, илай, ти. Күптәре сит ерҙәрҙә йәберһетелеп һәләк булған. Күктә йөҙгән алтын табаҡ Ай ғына, был фажиғәләрҙең шаһиты булып, уларҙы бик йәлләгән. Ҡасандыр етем Зөһрә ҡыҙҙы ла үҙемә алғайным тип, бер төндә ул бөтә үлгән балаларҙың йәндәрен үҙенә йыйып алған, ти.
Һай, Тыуған ер… Айҙан Гөлөстан ҡайһылай матур булып күренә икән. Ә ата-әсәләре, һаман имандарына килмәй, үле һыуҙы эсеп алйып йөрөй, ти. Балаларҙың йәндәре, ошо күренештәрҙе күреп, өнһөҙ генә илай икән. Бер туҡтауһыҙ аҡҡан әсе күҙ йәштәре, уҡмашып, ҙур бер ташҡа әйләнгән. Шул тиклем ауыр ташҡа, хатта Айҙың да көсө етмәгән. Ул ысҡынып киткән дә Ергә килеп төшкән. Ут сы-ғып, бик күп ауылдар, ҡалалар емерелгән, кешеләр һәләк булған.
Етемдәрҙе, ҡарт-ҡороно рәнйетергә ярамай шул. Бер етем рәнйеһә, бөтә ер-һыу, тау-таш илар, тигәндәр. Ергә таш төшөп, күп ҡазалар күргәндән һуң, кешеләр тертләп, кинәт уянып киткән. Аҡһаҡалдар, бер ҡорға йыйылып, был афәттән нисегерәк ҡотолорға икән тип баш вата икән. Шунда берәүһе:
— Беҙҙең Гөлөстан кеүек ил кешеләренә, меҫкен булып, диңгеҙ аръяғына сабыйҙарҙы ебәреү – хурлыҡ, ағай-эне, үҙ балаларыбыҙҙы үҙебеҙ тәрбиәләйек, — тип әйтеү менән, тирә-яҡ, күҙ сағылдырып, ҡапыл яҡтырып киткән. Шунан күктән:
— Иман, иман, иман… — тигән ауаз ишетелгән, ти.


Вернуться назад