Иҫәптән сығарырға ашыҡмағыҙ!Японияла, башҡа байтаҡ илдәрҙәге кеүек, күптән түгел рулгә ултырған водителдәрҙең автомобилдәренә махсус билдә беркетәләр. Ул үҫентегә оҡшаған.
Әммә япондар шулай уҡ оло йәштәге водителдәрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай, имеш. Koreisha тип аталған махсус билдәне 75 йәштән уҙған һәр автоһәүәҫкәрҙең “ҡорос ат”ына йәбештерәләр. Ул тәүҙә һулып барған япраҡҡа оҡшаған була. Ҡайһы бер оло кешеләр был үҙенсәлекте бик ауыр ҡабул иткән, “беҙҙе үлгән япраҡ менән сағыштыралар” тип дәғүә белдергән. Шуға күрә 2011 йылда билдә үҙгәртелгән, ул хәҙер дүрт япраҡлы үҫемлекте хәтерләтә.
Йәштәрҙең танауына сирткәнҺигеҙенсе тиҫтәне ҡыуған Мәскәү пенсионеры Игорь Гольдман ҡайһы бер йәштәрҙе лә уҙҙырып ебәргән: ятҡан килеш ун тапҡыр 100 килограмлыҡ штанганы
күтәргән. Әйткәндәй, уның үҙ ауырлығы ла бер центнерға тиң.
Быға тиклем бер генә оло кеше лә бындай ҡаҙаныш күрһәтмәгән. Хәҙер иһә Гольдмандың еңеүе хаҡында Рәсәй Гиннестың рекордтар китабында уҡырға мөмкин.
Барыһы ла Хоҙай ҡулында…1965 йылда 90 йәшлек француз ҡатыны Жанна Кальман фатирын 47 йәшлек адвокатҡа кире заклад тәртибе менән һатып ебәргән. Был килешеү буйынса, юрист торлаҡтың хужаһына, ул мәрхүм булғанға тиклем, ай һайын билдәле сумма түләп барырға тейеш булған.
Әммә тормоштоң үҙ ҡанундары. Һөҙөмтәлә Жанна Кальман 122 йәшкә тиклем иҫәнлектә-һаулыҡта ғүмер кисергән, меҫкен адвокат уға 30 йыл дауамында бурысын ҡайтарған… һәм үлеп тә киткән. Етмәһә, был күңелһеҙ хәлдән һуң рентаны мәрхүм юристың ҡатынына тағы ике йыл дауамында түләргә тура килгән.
Жанна Кальман оҙаҡ йәшәү серен нисек аңлатҡан? Быныһы билдәһеҙ, әммә ҡатындың сәләмәт тормош алып бармағаны мәғлүм. Ул вафатынан биш йыл алда ғына тәмәке тартыуҙы ташлаған. Ғүмер буйы күп итеп зәйтүн майын файҙаланған, шоколад ашаған, портвейн яратҡан.