Заманса алым: Интернет аша түләү09.10.2013
Заманса алым: Интернет аша түләүЙәмғиәт ҡоролошо тиҙ үҙгәреүсән, кешелек бер урында ғына тапанмай. Һанлы технологиялар ғәләмәт үҫешкәндә, ҡайҙалыр, хатта ер сигенә ҡош телендәй генә хәбәр ебәреү әҙәм балаһы өсөн бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай, өҫтәүенә, был эш етеҙ башҡарыла.

Уйынлы-ысынлы әйткәндә, бөтә юлдар ҙа Римгә илткән кеүек, ҡайһы бер өфөләрҙең һәм ҡунаҡтарҙың көнө баш ҡаланың нуленсе саҡрымында урынлашҡан Өфө почтамтынан башлана.
"Рәсәй почтаһы" федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Башҡортостан Республикаһының федераль почта элемтәһе идаралығы Өфө почтамтынан халыҡ өҙөлмәй, сәғәт һигеҙ тулыр-тулмаҫтан уҡ унда кешеләр ағыла башлай. Бындай күренешкә күп тапҡыр шаһитмын. Әйткәндәй, киске унға тиклем эшләү тәртибенә күптән күскәндәр. Тимәк, эшкә барыр алдынан, унан һуң да донъя мәшәҡәттәрен хәстәрләү өсөн шул тиклем уңайлы.
Почтамт эшмәкәрлеген бер нисә йүнәлештә көйләгән. Заказлы, ҡиммәтле, ябай хаттар, шулай уҡ посылкалар ебәреү йәки ҡабул итеү, аҡса күсереү, һәр төрлө түләүҙәрҙе ғәмәлгә ашырыу, төбәк-курьерҙы алып барыу һәм бүтән хеҙмәттәр күрһәтеү – шуға асыҡ миҫал. Үҫеш заманында айырыуса оло йәштәгеләрҙең күңел кисерештәре аша үткәреп, йөрәктән сығарып яҙылған хаттарҙы һаман да үҙ итеүе ғәжәп бит, открытка аша ла ҡотлашыу дауам итә. Абонент йәшниге бар, матбуғатҡа яҙылыусылар өсөн дә уңайлыҡтар тыуҙырылған.
Өфө почтамтының почта элемтәһе бүлексәһе начальнигы Сәлимә Әхмәтова белдереүенсә, улар һәр саҡ ыңғай тәжрибәне ҡуллана, яңылыҡҡа ынтыла. Мәҫәлән, граждандар бында килеп, кредитын түләй ала. Сентябрҙән банкка ҡарамаған "Рапида" кредит ойошмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек булдырғандар. Почта картаһын хәстәрләү иһә "Русский стандарт" банкыһы менән почтаның уртаҡ ижад емеше. Бөтә Рәсәй буйынса таралған Masterkard ҡулланыу өсөн биш йылға бушлай бирелә. Картаның хужаһы йортонан сыҡмай ғына Интернет аша комиссияһыҙ төрлө түләүҙәрҙе башҡарыу мөмкинлегенә эйә.
Өфөлә ғүмер итеүсе Светлана Макарова йыраҡтағы туғанына посылка ебәреү өсөн килгән. Бүтән йомоштары төшкәндә лә бында килә ул, операторҙарҙың клиенттарға яғымлы, ярҙамсыл булыуын телгә алды.
"Почта – кешеләр араһына һалынған күпер, даими ҡарап торғанда ғына, ул әҙәм балаларына оҙаҡ хеҙмәт итәсәк. Маҡсат – киләсәк менән йәшәү, замандан ҡалышмаҫҡа тырышыу, хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыу", – тип тамамланы һүҙен Сәлимә Рушат ҡыҙы.


Вернуться назад