Башҡортостан тәүге нәүбәттә башҡорт ҡәүеменең төйәкләр төп урыны булғас, ошо халыҡҡа ҡағылышлы бер риүәйәтте хәтерегеҙгә төшөрәйем әле.
"Бик борон замандарҙа ата-бабаларыбыҙ бер урындан икенсе йөрөгән, ти. Уларҙың өйөр-өйөр йылҡылары булған. Йәнә лә һунарсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Берҙән-бер мәл, иркенерәк көтөүлектәр эҙләп, улар алыҫҡа күсеп киткән. Оҙаҡ бара торғас, оҙон юл үткәс, бүре өйөрөнә тап булмаһындармы. Иң ҡарт бүре, өйөрөнән айырылып, күсмәнделәр каруаны алдына сыҡҡан да уны артабан үҙенә эйәрткән. Ат мундаһына етеп үлән үҫкән туғайҙарға, кейектәре мыжғып торған урмандарға барып юлыҡҡансы, атай-олатайҙарыбыҙ бүре артынан оҙаҡ йөрөгән. Ә түбәләре болоттарға олғашҡан тауҙары һуң?! Ошонда килеп етеүгә, ҡарт бүре туҡтаған. Үҙ-ара кәңәш-төңәш иткәндән һуң, аҡһаҡалдар ҡарарға килә: "Бынан да хозурыраҡ ер таба алмаҫбыҙ. Бындай урын донъяла бүтән юҡтыр. Ошонда туҡтайыҡ та төйәк итәйек". Һәм гүзәллеге үә байлығы йәһәтенән тиңе булмаған әлеге ерҙә йәшәп алып киткәндәр. Тирмәләр ҡороп ебәргәндәр, һунарға йөрөп, мал-тыуар үрсетергә керешкәндәр.
Шул замандарҙан башлап, атай-олатайҙарыбыҙ "башҡорттар", йәғни баш бүрегә эйәреп килгәндәр, тип атала икән. Баш ҡорт "баш бүре" тигәнде аңлата".
Был — риүәйәт, әммә халҡымдың тамырҙарын төпсөрләү, ә иң мөһиме — уның ошо ергә ерегеп йәшәүенә инаныу өсөн төрлө фекерҙәргә ҡолаҡ һалыу ҙа артыҡ түгел.
Күренекле ғалимыбыҙ Нияз Мәжитов бер нисә йыл элек миңә боронғо картаның күсермәһен күрһәткәйне. Унда Башҡорт тигән ҡаланың урыны ап-асыҡ билдәләнгән. Мәғлүмдер, Евразия киңлектәрендә ҡәбиләләр һәм ҡәүемдәр көн иткән урындар күрһәтелгән әлегеләй карталарҙа "башҡорттар" тигән һүҙ Тубылдан Итилгә (хәҙерге Волга) һәм Каспий диңгеҙенәсә араларҙы биләй. "Ул саҡта ерҙәрҙе сиктәргә һәм квадрат километрҙарға бүлгеләү булмаған, улар фәҡәт ҡәбиләләр берлеге менән атап йөрөтөлгән һәм, мисәт урынына, ат тояҡтарының эҙе менән нығытылған", — тип яҙғайны бынан ун алты йыл әүәл Мостай Кәрим. Ысынлап та, хәҙер генә ул һәр өлкә йә республика үҙ өлөшөнә тейгән биләмәләрҙә "Атаһы башҡаның бабаһы башҡа, бабаһы башҡаның доғаһы башҡа" тигән әйтемде иман итеп йәшәй. Әммә, шөкөр, Башҡортостанда бындай тарһыныу һис ҡасан да булманы. Быуаттан быуатҡа шоҡорая килә, уның майҙаны 143,5 мең квадрат метрға ҡалды. Ике ҡитғаға ҡанат йәйгән Рәсәй картаһында Башҡортостан бармаҡ баҫымындай ғына урын ала. Тик шуны оноторға һис ярамай: көрәк бәләкәй булһа ла, тирәкте йыға. Шул уҡ ваҡытта оло бина диуарҙарын кескәй кирбестәрҙең күтәреүен дә иҫәптән сығармаҫҡа кәрәк.
Яҙышҡан кешеләрҙең күңел күҙе нисек күреүенә ҡарап, Башҡортостан “Рәсәй” тигән оло ағастың япрағына ла, дуҫтар менән һәр саҡ күрешергә әҙер ҡулға ла, һулҡылдап тибеүсе йөрәккә лә оҡшап ҡала. Миңә, мәҫәлән, тыуған төйәгемдең йөрәкте хәтерләтеүе яҡын. Биләмәләре бигүк киң булмаһа ла, унда дүрт миллион кешегә ҡыҫынҡы түгел. Һәр кемгә — башҡорт менән татарға ла, урыҫ менән сыуашҡа ла, украиндар менән марийҙарға ла, йәһүдтәр менән удмурттарға ла — ошонда йәшәүсе һәммәбеҙгә урын да, шөғөл дә, ризыҡ та етә.
Сентябрь айында "Башҡортостан"да урманлы илдә йәшәп тә урманһыҙ ҡалыуыбыҙ тураһында хафаланыулы яҙмам баҫылғайны. Әүәлерәк тә һыуҙарыбыҙ, еребеҙ яҙмышына ҡағылышлы тауыш бирә килдем. Байрам көндө ҡатыр һүҙ түгел, ләкин баҫыуҙарыбыҙға һәм туғайҙарыбыҙға, урман һәм йылғаларыбыҙға, дала һәм тауҙарыбыҙға бөлгөнлөктөң үҙебеҙҙең ҡулдан янауы асыҡ. Тәңре мөғжизә ҡылып, бер мәл аңыбыҙҙы яҡтыртып ебәрһә, төйәгебеҙҙе төйәк иткән нәмәләрҙе, бәлки, ҡазанан йолоп алып ҡалырбыҙ? Ыҡ менән Яйыҡ араһында Европа менән Азия ҡитғаларына ҡанат булып ятҡан хозур еребеҙ менән әүәлгесә ғорурлана алырбыҙ.
Ваҡыт ағышы тураһында уйланғанда, беҙ уның өҙлөкһөҙ булыуын һәм ғәмәлдәребеҙҙә аҙымдарының уйылып ҡалыуын онотоп ебәрәбеҙ. Башҡорттар — фәлсәфи фекерле халыҡ. Был, моғайын, уның тәбиғәттән бирелгән йомартлығынан, тыныслығынан һәм үҙен уратып алған мөхит менән олғашып йәшәүенән киләлер. Халҡымдың ихласлығы ҡайһы саҡ мифик һыҙаттар ала. Күршеһе үҙендә ут тоҡандырһын өсөн, башҡорт усағындағы һуңғы ҡуҙҙы ла биреп ебәрә.
Туҡһанынсы йылдар башынан нисәмә яҙ килде, нисә тапҡыр ағас япраҡ ҡойҙо. Игенсе, һабан менән баҫыуҙы яңыртҡас, тире тамған ергә йәнә ҡараш ташлай. Унда бер генә уй: тупраҡтан икмәк яралырмы, әллә билсән таралырмы? Дәүләт, әйткәндәй, шул уҡ баҫыу, тик унда һөрә һәм сәсә белгәндәр һирәк, ә өлгөргән уңышты йыйыуға маһирҙар күп була.
Башҡортостанда унда йәшәүселәрҙең бер генә милләт кешеләрен тәшкил итеүҙәре тураһында һис ҡасан да етди һүҙ сыҡманы. Иркен һәм бай еребеҙҙе эшһөйәр һәм ябай халыҡтар күп быуаттар әүәл үҙ итте. Һәм ошо ер бөтөнөбөҙҙө туйындырҙы ла, кейендерҙе лә. Ергә рәхәтләнеп баҫып йөрөү генә етмәй, уны тәрбиәләргә лә кәрәк. Сәнәғәт етештереүенең бар булыуы һәм уның артабан үҫеүе, баҫыусылыҡ менән етди шөғөлләнеү, фән, профессиональ сәнғәт — былар барыһы ла бер милләттең генә тырышлығы һәм талантының емештәре түгел. Был хәҡиҡәт күптән инде бәхәс уятмай. Башҡорт ерендәге бар нәмә, тулыһы менән, Башҡортостанда йәшәүсе бөтөн халыҡтарҙың байлығын тәшкил итә.
1990 йылдың октябренән һуң уҙған йылдар, күп мәсьәләләрҙе республиканың үҙенә хәл итергә тура килһә лә, беҙҙе ҡаушатманы. Маһайырға ла урын булманы. Тормош ниндәй генә шарттарға юлыҡтырмаһын, тыныс күңел һәм рух ныҡлығын һаҡлап ҡалдыҡ, сөнки ошо осорҙа Башҡортостан халыҡтарының туғанлығы етди һынауҙар кисермәне. Республикам Рәсәйҙә әле лә ҡояштай алсаҡлығы менән айырылып тора. Изге ниәт һәм саф выждан менән килеүселәргә уның ҡапҡалары һәр даим асыҡ.
Бәхетеңдән яҙма, Башҡортостан!
Пусть не покидает тебя счастье,
Башкортостан!
Бәхетеңнән язма, Башкортстан!