Тәбиғәткә зыян килмәһен09.10.2013
Өфөлә IV төбәк-ара экология йыйыны һәм XVIII “Уралэкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге-2013” махсуслаштырылған күргәҙмәһе асылды. Был сара Башҡортостан Хөкүмәте, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығы, “Лигас” коммерция инновация үҙәге ярҙамында үткәрелә.

Форумдың эшендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты һәм ҡунаҡтарҙы республиканың экологик хәле менән таныштырҙы.
— “Башҡортостанда 80 йыл инде нефть сығаралар. Тәүге йылдарҙа, һуғыш ваҡытында экологик хәүефһеҙлек тураһында уйланмағандар. Бөгөн “Химпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте килтергән зыянды бөтөрөр өсөн генә 4 миллиард һум кәрәк. Республикала бындай аҡса юҡ. Ике йыл дауамында “Тупланған экологик зыянды бөтөрөү” маҡсатлы федераль программаға инергә тырыштыҡ. Ниһайәт, был хыял тормошҡа ашты. Совет заманында тупланған зыяндың эҙемтәһен бөгөн күрәбеҙ. Шулай ҙа, сәнәғәт үҫеше булмайынса, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу мөмкин түгел. Тик Башҡортостанда экологик зыян килтерерҙәй сәнәғәт предприятиелары төҙөлмәйәсәк, – тип белдерҙе Президент үҙ сығышында. Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов сәнәғәт предприятиеларын өҙлөкһөҙ тикшереү, тәбиғәткә килтереләсәк зыян күләмен ҡыҫҡартыу, халыҡ-ара тәжрибәне ҡулланып, биорезерват, ҡурсаулыҡтарҙы мөмкин тиклем һаҡлау тураһында һүҙ алып барҙы.
Экологик форумдың һәм махсус күргәҙмәнең программаһы киң һәм төрлө. Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Ғилми-техник советы ултырышы, хәҙерге заман газ таҙартыу системаларын ҡулланыу буйынса Бөтә Рәсәй сәнәғәт предприятиелары етәкселәренең кәңәшмәһе, шулай уҡ көнүҙәк экологик темаларға ғилми-ғәмәли конференциялар һәм семинарҙар үткәреү ҡаралған. Әлеге күргәҙмә иһә — Урал-Волга буйы төбәгендә үткәрелгән ҙур сараларҙың береһе.
Башҡортостандың нефть һәм газ сығарыу, нефть-химия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте үҙәге булыуы үҙе үк был сараның мөһимлеге тураһында һөйләй. Республикала тау-мәғҙән, металлургия һәм машиналар эшләү тармағы үҫешкән. Шуға ла сәнәғәт предприятиеларына тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыянды мөмкин тиклем кәметеү юлдарын бергәләп эҙләргә кәрәк, тигән фекергә килде йыйында ҡатнашыусылар.


Вернуться назад