Тотороҡло йәмғиәттә йәшәйбеҙ09.10.2013
Башҡортостан Республикаһының башҡарма властарының эше, тәүге сиратта, кешеләрҙең йәшәү сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән – был хаҡта төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға республика Хөкүмәтенең эшмәкәрлеге хаҡында биргән отчетта белдергәйне.
Бәғзеләр заманға нисек кенә зарланырға яратмаһын, инҡар итеп булмай: тотороҡло йәмғиәттә йәшәйбеҙ, кешеләрҙең киләһе көнгә ышанысы бар. Ошоноң һөҙөмтәһе булараҡ, республикала йылдан-йыл демографик хәл яҡшыра. Мәҫәлән, 2012 йылда Башҡортостанда 59 мең сабый донъяға килгән, 1991 йылдан алып бындай юғары күрһәткес теркәлмәгән. Быйылғы һөҙөмтәләр ҙә ошонан ҡалышмаҫҡа тейеш. Халыҡтың тәбиғи үҫеш күрһәткесе иһә 5600-гә еткән.
Балалар тыуыуы бер шатлыҡ булһа, уларҙы яҡшы шарттарҙа тәрбиәләү – икенсе ҡыуаныс. Былтыр төбәктә 25 яңы балалар баҡсаһы төҙөлөү, 33 элекке бинаны кире ҡайтарыу һәм реконструкциялау, мәктәпкәсә белем биреүҙең яңы формаларын индереү иҫәбенә 14 меңдән ашыу урын булдырылған. Элекке күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был, һис шикһеҙ, юғары ҡаҙаныш. Мәҫәлән, 2008 – 2010 йылдарҙа, дөйөм алғанда, баҡсаларҙа йәмғеһе 4800 урын булдырылған.
Бюджет өлкәһендә эшләгәндәрҙең хеҙмәтен лайыҡлы баһалау ҙа – мөһим мәсьәлә. Тәүге ярты йыллыҡтағы һөҙөмтәләр буйынса, мәғариф учреждениеларында эшләүселәрҙең уртаса эш хаҡы 15 189 һумға еткән – 2012 йыл менән сағыштырғанда был 16,9 процентҡа күберәк.
Медицина учреждениеларында уртаса эш хаҡы 20 263 һумға тиң (былтырғы күрһәткестән 15,2 процентҡа юғарыраҡ). Унан тыш, 1 октябрҙән республиканың дәүләт учреждениеларында эшләүселәрҙең минималь оклады 5,5 процентҡа артасаҡ.
Быйыл ғинуарҙан июнь айына тиклем Башҡортостанда 1391,6 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән (2012 йылғы күрһәткестән 20,2 процентҡа күберәк).
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, тәүге ярты йыллыҡта республикала социаль өлкәләге бурыстар тулыһынса үтәлгән. Әйткәндәй, йыллыҡ ҡаҙнаның 77,5 проценты (56,2 миллиард һум) – социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелә.
Эшһеҙлек проблемаһын хәл итеүгә лә төбәктә ҙур иғтибар бирелә. Быйыл ошо маҡсатҡа 1,3 миллиард һум бүленгән.