Ер аҫтынан иҫән сыҡһындар өсөн...09.10.2013
Ер аҫтынан иҫән сыҡһындар өсөн...Тәбиғәт байлығы ер өҫтөндә генә түгел, уның аҫтында ла туп-тулы һәм уны мәғҙән рәүешендә ҡаҙып сығарып файҙаланыу эше борондан уҡ килә. Был эш ауыр ғына түгел, үтә хәүефле лә, шахталарҙағы авариялар тураһындағы хәбәр әленән-әле ишетелеп тора бит. Шуға күрә ер аҫты эшендә нығытыусы һөнәренең әһәмиәте ҙур. Улар шахта түшәмен һәм стеналарын ишелеп төшөүҙән һаҡлаусы нығытмалар ҡуя. Күптән түгел “Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Учалы ер аҫты руднигында “Иң яҡшы нығытыусы” һөнәренә конкурс үткәрҙеләр.

– Үҙ эшенең оҫтаһы икәне күренеп тора: башлар алдынан нығытма урынын тейешенсә әҙерләне, иҙмәне лә теүәл һала! – Машиналар шаулауы аша шундай баһа биргәндәре ишетелеп ҡалды. Бында, 380 метр тәрәнлектә, конкурста ҡатнашыусылар ғәмәли таһыллығын күрһәтә ине: Учалы ер аҫты һәм “Үҙелгә” рудниктарынан, комбинаттың Сибай филиалынан, “Шахта төҙөү” йәмғиәтенән һигеҙ оҫта МоАЗ 7405-9586 базаһындағы Аliva-252.1 торкрет-ҡоролманы эшкә әҙерләне һәм нығытма өсөн тәғәйенләнгән торкрет-бетонды һыланы. Барыһы ла нығытманың типик паспортына ярашлы башҡарылырға тейеш. Эксперттар конкурста ҡатнашыусыларҙың хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге талаптарын нисек үтәүен, был эшкә күпме ваҡыт сарыф итеүен дә күҙәтте.
Бәйгенең артабанғы өлөшө ер өҫтөнә сыҡҡас дауам итте: шахтаның аралаусы “үҙҡотҡарыусы”һын нисек файҙалана белеү тикшерелде.
– “Танауын” онотто бит! – тип көлөштө конкурста ҡатнашыусылар. Баҡһаң, берәүһе, артыҡ тулҡынланып, “танау” тип аталған ҡыҫҡысты ҡулланырға онотҡан икән. Үҙеңде тыныс, тотанаҡлы тотоу – “үҙҡотҡарыусы”ны файҙаланыуҙағы төп шарт. Александр Степанов (Сибай ер аҫты руднигы) был бурысты бөтәһенән дә етеҙерәк башҡарҙы: ҡағиҙә талап иткәнсә, тын алыуын тотҡарланы, “үҙҡотҡарыусы”ны ҡабырғаһына ҡыҫты, йоҙағын асты һәм футляр ҡапҡасын ситкә ташланы, йылылыҡ изоляторын нығытты, ҡыҫҡыс һәм күҙлек кеүек нәмәләрҙе лә онотманы.
Тиҙ башҡарылырға тейешле ошондай ҡатмарлы эшмәкәрлектә белгес теоретик әҙерлеккә лә эйә булырға тейеш. Бындай әҙерлекте конкурста билеттар менән тикшерҙеләр. Һәр билетта 20 һорау. Барлыҡ конкурсанттар ҙа яуаптарҙы ваҡытында тапшырҙы – уларҙы үҙ һөнәренең оҫталары тип юҡҡа ғына атамайҙар шул. Ярышта Учалы ер аҫты һәм “Үҙелгә” рудниктары вәкилдәре алдынғылыҡты бирмәне.
Судьяларҙың оҙон-оҙаҡ кәңәшләшеүенә ҡарағанда, еңеүсене асыҡлауы анһат булманы, ахырыһы. Был ғәжәп тә түгелдер – барыһының да һөҙөмтәләре бер сама. Генераль директор урынбаҫары Владимир Гернер билдәләүенсә, нығытыусыларҙың конкурс эше – уларҙың көндәлек хеҙмәт күрһәткесе. Еңеүсе тип танылған Радик Юнысов та: “Мин фәҡәт көн дә башҡарған эшемде генә эшләнем”, – тине. “Иң яҡшы нығытыусы” исемле тамғаны уға “Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Зәкәриә Ғәбиҙуллин тапшырҙы. Еңеүсе шулай уҡ етәксенең махсус фондынан 100 мең һумлыҡ премия ла алды.
– Һеҙҙең кеүек оҫта эшселәрҙе сәләмләү мөмкинлеге булыуына шатмын, – тине Зәкәриә Рәфғәт улы. – Һәр берегеҙҙең өйрәнсеге булыр һәм уларға бай тәжрибәгеҙҙе өйрәтерһегеҙ тип ышанам.
Конкурста еңеүселәрҙең, ысынлап та, йәш һөнәрҙәштәрен өйрәтерлек тәжрибәһе ҙур – Радик Юнысов нығытыусы булып 26 йыл эшләй, икенсе урынды һәм 50 мең һумлыҡ премияны алған Азат Хилажев Учалы ер аҫты руднигында ун йыл хеҙмәт итә. Өсөнсө урынды (30-ар мең һум премия) “Үҙелгә”нән Шамил Кәримов менән Сибай ер аҫты руднигынан Радик Сәлихов бүлеште.

Һуңғы йөҙ йылда бетонды торкретлау (сәсрәтеп һылау) технологияһы инновация ысулынан ғәҙәти алымға әйләнде, уны сәнәғәттең күп тармаҡтарында ҡулланалар. Тоннелдәрҙе, шахта юлдарын төҙөгәндә торкретбетон тау аҫты эшен тотороҡландырыу өсөн файҙаланыла. Торкретбетонды арматура селтәренә һылайҙар, эшсе сменаһына 50 квадрат метрға тиклем селтәрҙе ҡаплай һәм сәғәтенә биш кубометр иҙмә тотона.


Вернуться назад