Ҡотлайбыҙ!09.10.2013
Ҡотлайбыҙ!Бөгөн Өфө ҡалаһында йәшәгән һәм эшләгән улым, тормош иптәшем, атайыбыҙ, ағайыбыҙ һәм ҡайнағам, филология фәндәре докторы, профессор Юлай Вәли улы Псәнчин 50 йәшлек юбилейын билдәләй.
Беҙ уны алтын юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Ырыуыбыҙҙағы иң яҡын кешебеҙгә оҙон ғүмер, ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә бәхете, уңыштар, яңы ғилми асыштар теләйбеҙ. Юбилярҙың барлыҡ туғандарына, яҡындарына, хеҙмәттәштәренә, фекерҙәштәренә, дуҫтарына һәр ваҡыт ышаныслы терәк булыуына ла, уларҙың уңыштарына һәм ҡаҙаныштарына ысын күңелдән ҡыуана белеүенә лә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ҡайғы-хәсрәт күрмәй йәшәргә, киләсәктә лә көслө рухлы, асыҡ күңелле, кешелекле һәм «Халҡым өсөн» тигән тормош девизыңа тоғро ҡалырға яҙһын!

Ғүмер үтә тиеп моңһоуланма,
Өмөт гөлкәйҙәрең һүнмәһен.
Алтын төҫөндәге яҡты көндәр
Барыр юлдарыңды биҙәһен.

Һәр яңы көн бәхет алып килһен,
Һәр сәғәтең үтһен шатлыҡта.
Йәшәү дәрте янһын йөрәгеңдә,
Йәш булып ҡал һәр саҡ тормошта.

Иң изге теләктәр менән әсәйең, тормош иптәшең Гөлназ, ҡыҙың Гөлнәзирә, улың Данияр, ҡустың Айбулат, киленең Регина, ҡыҙҙарың Әминә менән Алһыу.


Вернуться назад