Балаға тәрбиәне бәләкәйҙән һалайыҡ09.10.2013
Балаға тәрбиәне бәләкәйҙән һалайыҡҮктәйҙең ҡапҡаһы аша үтеүгә өр-яңы йорттар ҡаршы алды, кемдәрҙер күптән йәшәп ята, икенселәр тиҙҙән өй туйларға әҙерләнә. Өҫтәүенә, бындағы шикелле таҙа урамдарҙы һирәк осратырға мөмкин, тирә-яҡта бер ҡый күрмәҫһең.

– Беҙҙә халыҡ тәртип ярата, һәр кем уны үҙенең ихатаһынан башланы,– тип һөйләй Үктәй ауыл хакимиәте башлығы Илһам Имаев. – Ауылдар ҙурая (Үктәй ауыл хакимиәтенә Меңйетәр, Келәш, Һарт-Лабау, Иҫке Ҡарашиҙе, Үктәй ауылдары ҡарай), йәштәр Әлфиә һәм Илдар Нуриевтар, Линара һәм Айрат Шакировтар, Регина һәм Илһам Имаевтар йорт һалып сыҡты. Таҙалыҡ-тәртип тигәндән, "Айыҡ ауыл" конкурсына беренселәрҙән ҡушылдыҡ. Ауылыбыҙҙа эскән кеше юҡ тип әйтһәк, алдашыу буласаҡ. Бар ундайҙар, ҡырын тейәргә яратыусылар менән аңлатыу эше алып барабыҙ.
Дуҫтарҙың күплеге яҡшыға ғына. Илһам Имаев фекерҙәштәре Фидан Сәйфетдинов, Миңтимер Мөҙәрисов ярҙамында халыҡтың иң йыш йөрөгән урыны – магазин алдын гөл баҡсаһына әйләндергән. Турник, брусья ҡуйғандар, хәҙер кәрәк-яраҡҡа килгән үҫмерҙәр был урынды урап үтмәй. Хәйер бүтән ваҡытта ла күнегеүҙәр яһап, көс йыясаҡ, ысын ил һаҡсыһы булырға әҙерлек алып барасаҡтар. Ауыл клубы директоры Фәғилә Шәмсетдинова, китапхана мөдире Альмира Абдуллина шулай уҡ хакимиәт башлығының уң ҡулы.
– Эскелеккә ҡаршы көрәштең төрлө юлдары бар, шулай ҙа спортҡа өҫтөнлөк биреү күпкә отошло. Бала күңеленә төрлө йүнәлештә тәрбиәне бәләкәйҙән һалғанда ғына ул үҙенең татлы емештәрен бирәсәк, шуны оноторға ярамай. Егеттәрҙә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү өсөн айырыуса уңайлы, – ти Илһам Фаил улы.
Балаға тәрбиәне бәләкәйҙән һалайыҡБөтә урында ла ҡулайлаштырыу еле уйнаған мәлдә махсус гимнастика ҡоролмаларын ҡайҙан алыуҙары тураһында төпсөнәм. Әлеге лә баяғы бер ҡараштан аңлаған иптәштәренең күплеге ҡотҡарған.
Республикала "Айыҡ ауыл" конкурсы барғанда үктәйҙәрҙең юғары кимәлдә спорт-мәҙәни сара ойоштороуы маҡтауға лайыҡ. Ихата турник майҙаны асылғандан һуң ҡыҙҙар һәм малайҙар айыҡ тормош алып барыу тураһында лекция тыңланы, “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашты, Һарт-Лабауҙа төпләнгән өлгөлө ғаилә Нуриевтарҙың йортон ҡараны, йәштәрҙең көнитмеше менән танышты.
"Беҙҙә айыҡ тормошто пропагандалаған саралар йыш үтә. КВН уйыны, саңғыла уҙышыу, велопарад, ауылдашыбыҙ, яҙыусы Хәлисә Мөҙәрисованың юбилейын ойоштороу – шуға асыҡ миҫал, – тине хакимиәт башлығы. – Шул уҡ ваҡытта битарафлыҡтың, ғәмһеҙлектең арта төшөүе күңелде ҡыра. Киреһенсә, берҙәмлектең үҫеш алыуын бик теләйем. Мин бәләкәй саҡта ауылыбыҙҙа миҙгелдең төрлө ваҡытында үткәрелгән кисәләрҙе һағынам. Ҡаҙ өмәләре, күршеләрҙең бер-береһен һуғымға саҡырыуы шуны раҫлай. Улар ҡайҙа булды? Хәҙер бөтә нәмә аҡса менән үлсәнә, бик ҡыҙғаныс..."


Вернуться назад