Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө алдынан Башҡортостан Хөкүмәтендә байрам сараһы уҙҙы — республиканың иң яҡшы педагогтары бүләкләнде. Тантананы вице-премьер Лилиә Ғүмәрова алып барҙы.
Мәғлүм булыуынса, әле төбәктә 38 меңдән ашыу педагог эшләй. Заман ауырлыҡтарына ҡарамайынса, һөнәренә тоғро ҡалған, һәр көнөн мәктәп эшенә, балаларға бағышлаған уҡытыусыларҙың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ.
— Һеҙҙең менән ысын күңелдән ғорурланабыҙ, — тине Лилиә Салауат ҡыҙы. — Тырыш хеҙмәтегеҙ уҡыусыларҙың имтихан һөҙөмтәһендә, мәктәптән һуңғы тормошонда асыҡ сағыла: уларҙың күбеһе белем алыуын республиканың ғына түгел, Рәсәйҙең, сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттарында дауам итеп, уңыш ҡаҙана. Ғилем менән бер рәттән тәрбиәгә лә ҙур иғтибар бүлеүегеҙгә рәхмәт: йәштәребеҙ илдең, төбәктең ысын патриоттары булып үҫә.
Намыҫлы эшләгән педагогтың хеҙмәте баһаланмайынса ҡалмай. Мәҫәлән, 2006 — 2012 йылдарҙы алып ҡарағанда, республиканың 1 577 уҡытыусыһы Рәсәй Президентының 200 мең һумлыҡ премияһына лайыҡ булған. Әлеге тантана мәленә был һан тағы ла артты: “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты буйынса 36 һөнәр эйәһе “Иң яҡшы педагог” тип билдәләнде. Уларға Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының грамотаһы, 200 мең һум премия тапшырылды. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бүләкләнеүселәрҙең 22-һе — ауыл уҡытыусылары. Тимәк, мөмкинлектәр һәр ерҙә лә киң, заманса алымдар менән эшләргә, даими үҫешкә ынтылыу ғына шарт.
Сарала шулай уҡ башҡорт һәм урыҫ телдәре буйынса республика конкурстары еңеүселәре (барыһы — 50) Башҡортостан Мәғариф министрлығының грамотаһына һәм 50-шәр мең һумлыҡ аҡсалата бүләккә эйә булды. Ә ведомство етәксеһе урынбаҫары Владимир Аристархов федераль премия менән наградланды.
— Мәғариф өлкәһенә һуңғы йылдарҙа ғына 4,7 миллиард һум самаһы аҡса һалынды. Бүленгән аҡса киләсәк мәнфәғәтендә эшләһен өсөн һеҙгә ҙур ышаныс бағлайбыҙ, — тине Лилиә Ғүмәрова, уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап.