Урман йәшәр!08.10.2013
— Үҫенте бала кеүек һиҙгер. Уны изге теләк менән, ихлас күңелдән ултыртайыҡ — мотлаҡ үҫеп китәсәк! — Шишмә районы хакимиәте башлығы Флүр Уразмәтов күрһәтмә биреп тә өлгөрҙө, йүгерә-йүгерә эшкә лә тотондоҡ.

Шәмбе, ял көнөбөҙ, шулай дәртле башланды. Эш күп — дүрт диләнкәгә ағас ултыртырға кәрәк. “Өфө урманы” дәүләт унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре үҫентеләрҙе күптән әҙерләп ҡуйған. Улар, шулай уҡ Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы, Шишмә районы хакимиәте, республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм башҡалар изге эшкә дәррәү тотондо.
Был көндө беҙ генә түгел, барлыҡ райондарҙа, шулай уҡ илдең башҡа төбәктәрендә ағас ултырттылар. “Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй акцияһына халыҡ ҙур теләк менән ҡушылды. Башҡортостандың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин әйтеүенсә, республикала 350 гектар майҙанда 1 миллион 400 меңдән ашыу үҫенте ултыртылды, сарала биш мең самаһы кеше ҡатнашты. Шулай уҡ мәктәптәрҙә тәбиғәтте һаҡлау мөһимлеге хаҡында дәрестәр, лекциялар үтте, күргәҙмәләр ойошторолдо.
— Бындай акциялар халыҡты берләштерә, байрам рухын тыуҙыра. Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы йылдарҙа кешеләр тәбиғәткә ҡарата хәстәрлеклерәк була башланы, ағас ултыртыуҙа, урманды, йылға буйҙарын сүп-сарҙан таҙартыуҙа һәм башҡа сараларҙа ихлас ҡатнаша, — тине Рәжәп Байғондо улы. — Ныҡлы ышанам: был изге эш киләсәктә тағы ла киңерәк ҡолас аласаҡ.
Был көндө Шишмә участка урмансылығы майҙансығына 20 меңдән ашыу ҡарағай үҫентеһе ултыртылды. Министр әйткәнсә, өмә байрам рухында үтте.


Вернуться назад