Вәт, исмаһам, тапҡыр!30.12.2011
Учалы ҡалаһында йәшәүсе 8 йәшлек малайҙың миҫалын күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ.
Эш шунда: өйҙә бер үҙе ҡалған бала (ата-әсәһе эш буйынса киткән, өләсәһе йомошо менән урамға сыҡҡан) йылытҡысты тоҡандырған, үҙе икенсе бүлмәгә инеп китап уҡырға ултырған. Бер аҙҙан фатир төтөн еҫенә тулған. Малай бер ҙә юғалып ҡалмаған: атаһына, ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратҡан. Белгестәр ҡушҡанса, ванна бүлмәһенә бикләнгән, тишектәрҙе ябып, иҙәнгә ятҡан. Иң мөһиме – дуҫтарын да онотмаған: төтөн араһынан йомран менән ҡомағын эҙләп алған, уларҙы таҫтамал менән япҡан. Ҡыуанысҡа күрә, ҡотҡарыусылар тиҙ арала килеп етеп, янғынды һүндергән, малайҙы дуҫтары менән бергә фатирҙан алып сыҡҡан.
“Учалинская газета”.


Вернуться назад