Үҙ еренең тоғро улы булды08.10.2013
Үҙ еренең тоғро улы булдыЙылдар үткән һайын яҡташыбыҙ Ишмырҙа Хәйернур улы Һиҙиәтовты нығыраҡ юҡһынабыҙ, һағынабыҙ. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты, хеҙмәт ветераны, халҡының тоғро улы...

Ул эшләгән заманда үҙе асҡан хоспистың ишеге ябылмай ҙа торғайны, дауаға мохтаждар Ишмырҙа ағайға ағылды ғына. Береһен дә кире борманы, һәммәһенә йылы һүҙ табып, кәңәш биреп, һауыҡтырырға тырышты.
Мин Ишмырҙа ағайға мәктәптә осрашыу кисәһе үткәреү ниәте менән килгәйнем. Бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул бирелеп китеп бала сағын, уҡыу йылдарын, эш дәүерен иҫенә төшөрҙө, ә мин яҙып өлгөрөргә тырыштым. Әммә Ишмырҙа ағай ауырып китеү сәбәпле, осрашыу ойоштороп булманы, ике ай ярымдан ул баҡыйлыҡҡа күсте. Йыл һайын хоспис хеҙмәткәрҙәре Ишмырҙа Хәйернур улына арнап аят уҡыта. Яҡташтары ҡорбан сала. Былтыр беҙҙең ауылда И. Һиҙиәтов призына район саңғы ярыштары уҙҙы. Унда балаларҙан алып оло йәштәгеләргә тиклем барыһы ла ихлас ҡатнашты.
Изге эше менән Ишмырҙа ағай мәңгелеккә яҡташтары күңелендә ҡалды. Шәхестең тормош юлы, ауырлыҡтарҙы йырып сыға белеүе, халыҡҡа хеҙмәт итеүе — беҙҙең өсөн үрнәк. Уның менән әңгәмәләшкәндә яҙған хәтирәләремде гәзит уҡыусыларға тәҡдим итмәксемен.
Ишмырҙа Хәйернур улы 1933 йылдың октябрендә Әбйәлил районың Ҡужан ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы Хәйернурға, ғаиләлә баш бала булғанлыҡтан, тормоштоң әсе-сөсөһөн бик иртә татырға тура килә.

Ишмырҙа Хәйернур улының хәтирәләренән

«Биш йәшлек сағымда атайымдың "минең улым врач буласаҡ» тигәне иҫтә, — тип хәтерләй Ишмырҙа Хәйернур улы. — Бәләкәй саҡтан миндә медицинаға ынтылыш уятҡан өсөн уға рәхмәтлемен. Әсәйем — Рәйхана исемле, Тупаҡ ауылы ҡыҙы, ошондағы мәҙрәсәне тамамлаған.
Өләсәйем (әсәй яғынан) Юлдаш ауылынан, Шәғәле Шаҡман тоҡомонан. Уның әкиәттәре беҙҙе тормошта юл табырға өйрәтте. Ишбулды ағайым сәсәк ауырыуынан вафат булғас, атай мине иң яҡын ярҙамсыһы итеп үҙе менән алып йөрөнө. Беренсе тапҡыр алты йәшемдә юлға алып сыҡты. Эшкә барыуҙы ул заманда шулай әйтәләр ине. Урман бысып, таҡта ярып, игенгә алмаштырып алып ҡайта торғайныҡ. Таңғы сәғәт биш-алтыла сығып китәбеҙ. Юл йөрөп ҡайтыу үҙаллылыҡҡа өйрәтте. Үҙемдәге етешһеҙлектәрҙе лә шунда астым. Әле лә иҫтә, бер ваҡыт ауылдан йыраҡ түгел урында ат ашатып тороп ҡалдым, ә атай таҡта алмаштырырға булды. Йоҡлап киткәнмен, шунан файҙаланып, кемдер ат тамаҡбауын урлаған. Йоҡоға баш була алмауыма аҙаҡ шул тиклем үкендем, әммә һуң ине инде. Был ваҡиға миңә ғүмерлеккә һабаҡ булды: йоҡлап ятмаҫҡа, эшкә иртә тотонорға, сос булырға. Атай менән юлда йөрөгәндә, тормош һабаҡтарын аҙ алманым. Шул көндән уның әйткән һәр һүҙе миңә закон булды. Күпте күргән, тормошто белгән атай кәңәшен күңелемә һеңдерә барҙым.
Сәйәси золом мәлендә ошаҡсылар ҡотҡоһо арҡаһында уны 1940 йылда ҡулға алдылар, Белорет хеҙмәт лагерына яптылар. Шул көндән һуң ауылда беҙҙе ситкә тибеү, йәберләү, кәмһетеү башланды.
1941 йылда Ҡужан мәктәбенә уҡырға барҙым. Беренсе уҡытыусым Гөлсөм апай Хәйерова булды. Бик белемле, баланың эске донъяһын аңлай белеүе менән башҡа уҡытыусыларҙан айырылып тора ине. "Ҙурайғас, кем булаһығыҙ?" тигән һорауына, мин "врач" тип яуап бирҙем. Бындай ҡарарға килеүемә Асҡар дауаханаһын күреүем дә сәбәп булғандыр. Иҫләйем, атайым мине өр-яңы, таҙа, иркен дауаханаға алып барҙы. Буяу, валерианка еҫе әлегеләй күңелемдә һаҡлана.
Дүртенсе класты тамамлағас, имтихан биреп, Салауат мәктәбенә күстем. Унда Таштимер, Тупаҡ, Салауат, Ҡужан, Йәлембәт, Күсәр ауылдарынан килгән балалар уҡый ине. Кластарҙа уҡыусылар төрлө йәштә. Беҙ, Ҡужан балалары, белем яғынан башҡаларҙан айырылып торҙоҡ. Гөлсөм апайҙың төплө ғилем биргәненә төшөндөк. Бишенсе класта ҡыш сатнама һыуыҡтары менән йонсотто, шунлыҡтан ҡайһы берәүҙәр, өҫтәренә кейергә булмағанлыҡтан, мәктәпкә килмәй башланы. Утыҙ алты уҡыусынан егерме бала йылды тамамланыҡ. Алтынсы класта аралар тағы ла һирәгәйҙе, ун бишкә ҡалдыҡ. Әсәй беҙҙе, юҡ кейемде бар итеп, бөтә көсөнә уҡытырға тырышты. Атайҙың толобон боҙоп, миңә тире тун тегеп бирҙе. Оҙон булғас, аяҡ-ҡул өшөмәй торғайны.
Һуғыштан һуңғы ауыр мәл, аслыҡ. Мәктәп һыуыҡ, яҙыу ҡараһы туңа ла ҡуя, ҡағыҙ юҡ... Етенсе класты тамамлағас, артабан ҡайҙа барырға тигән һорауға яуап эҙләнем. Урыҫ теленән белем кимәлем түбәнерәк булды, диктантты хаталы яҙа инем, тарих та ауыр бирелде. Ә башҡа фәндәрҙе яҡшы үҙләштерҙем, бигерәк тә математиканан мәсьәләләрҙе тиҙ систем. Иҫләйем, өйгә эште күсертергә бирмәгәнем өсөн әрләнә лә торғайным. Ҡайһы ваҡыт кешенең тырышлығы, яҡшы өлгәшеүе лә үҙенә кире яғы менән ҡайта икән.
Медицина буйынса яҡын-тирәлә уҡыу йорто булмағас, Темәскә, педагогия училищеһына барырға булдым. Тәүге йылда уҡ курстың яртыһы, аҡса етмәү сәбәпле, ҡайтып китте. Балалар йортонда тәрбиәләнгәндәр һәм ситтән килгән ун-ун биш бала ғына ҡалды. Ауылда ла хәл ауыр, ҡырҙыҡ ашап көн күрәләр. Әсәй "ярҙам итербеҙ, уҡы, балам" тип, 5 һум аҡса биреп ебәрҙе, миндек һатҡас, тағы ла вәғәҙә итте. Көнөнә 10 тингә икмәк алып, талҡан ҡушып ашаһаң, тамаҡ туйғандай була. Хатта бер-ике тинен арттырып киноға йөрөй торғайным. Шул мәлдә булғанды һаҡсыл тотоноп йәшәргә тормош өйрәтте. Ҡышҡы имтихандарҙы яҡшы билдәләргә биргәс, стипендия ала башланым.
Темәс педучилищеһын яҡшы билдәләргә тамамлағас, Әбйәлил районының мәғариф бүлеге мөдире Мотаһар ағай Билалов, теләгемде йыҡмай, Ташбулат мәктәбенә ебәрҙе. Төрлө предметтан уҡытырға тура килде: ботаника, урыҫ теле, математика... Һәйбәт коллективҡа эләктем, уҡытыусылар эшкә тырыш ине. Йәмәғәт эшенә лә өлгөрҙөк.
Ә күңелдә медицина институтына барыу теләге һис һүрелмәй. Золом еле менән Ҡаҙағстанға ебәрелеп, яңыраҡ тыуған яҡҡа ҡайтҡан Салауат ауылы егете Нил Йыһаншин менән Өфөгә китергә һөйләштек. Ул заманда баш ҡалаға барыу үҙе бер бәлә ине. Поезд менән Силәбегә килеп еткәс, ары китә алмай, вокзалда оҙаҡ ултырҙыҡ. Барһаҡ, беҙҙең документтарҙы ситкә һалып ҡуйғандар, имтиханға беҙҙе индермәгәндәр. "Педучилищенан һуң өс йыл эшләмәгәнһең", — тип бәйләнделәр, ә Нилдең ҡағыҙҙарында хата табылған.
Мәғариф министрлығына барып, «Освобожден от работы в связи с выездом на учебу» тигән бойороҡтоң күсермәһен алып килгәс кенә, ректор Воробьев "Имтиханға индерергә" тигән виза һалды. Ҡыуанысымдан түбәм күккә тейҙе. Мин икенсе ағымға эләктем. Беҙгә ятаҡта урын юҡ. Ике төн институт алдында, ҡыуаҡ төбөндә йоҡларға тура килде. Аҙаҡ фатир эҙләп таптыҡ.
Бер көн тирләп китеп, һыуыҡ һыу менән йыуынғандан һуң ауырып киттем. Температура юғары. Ни эшләргә? Республика дауаханаһына барһам, регистратураға йөҙләп кеше сиратҡа теҙелгән. Көноҙоно торғандан һуң саҡ табипҡа индем. Сығыу менән иҫем китеп тәгәрәгәнмен. Дауаханаға барып, һыу буйындай сиратта тороуым миңә ғүмерлек һабаҡ булды. Шуға ла табип булып эшләү дәүеремдә ауырыуҙарҙы көттөрмәҫкә, уларға үҙ ваҡытында ярҙам күрһәтергә тырыштым. Имтихандарҙы яҡшы тапшырҙым. Урыҫ теленән генә йәнә "өслө". Уҡығанда ла ул миңә бик ауыр бирелде.
Хәҙерге заманда республика мәктәптәрендә бөтә фәндәрҙе лә башҡортса уҡытыуға риза түгелмен. Ауыл балаларына юғары уҡыу йортонда белем алыуы ауыр. Мединститутта эшләү осоронда үҙебеҙҙең райондан килгән балаларҙы уҡыуға алыуға күп көс һалдым, һәләтле егет-ҡыҙҙарға ярҙам иттем. Тормош иптәшем Венера Фәрит ҡыҙы менән дә Өфөлә уҡығанда таныштым. 1959 йылда өйләнештек. Институтты бөткәс, беҙҙе Хәйбулла районына ебәрҙеләр, мин — хирург, Венера терапевт булып.
Районда ошоғаса хирург булмаған. Дауаханала шарттар насар, ҡыш һыуыҡ, сирлеләр күп. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, байтаҡ операция яһалды, халыҡтың ихтирамын яулай алдыҡ.
Тыуған яҡҡа ҡайтыу теләге көслө ине. Әбйәлил районының "Урал" совхозына мине — баш табип, Венераны терапевт итеп алдылар. Ремонт эшләп, бер палатала операция бүлмәһе астыҡ, рентген, лаборатория, амбулатория бүлмәләрен булдырҙыҡ. Совхоз директоры ла матди яҡтан ихлас ярҙам итеп торҙо.
Реформанан һуң район тарҡалып, Урал ауылы Баймаҡ районына күсте. Ҡаҙанлыҡ эшләттем, машина алдыҡ, биләмә тирәләй баҡса ултырттыҡ, ҡыҫҡаһы, ике йылда дауахана халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе буйынса ҡала кимәленә күтәрелде.
Ул заманда трахома тигән күҙ ауырыуы ныҡ таралғайны. Бер йылда көсөргәнешле эш һөҙөмтәһендә сирҙе еңдек. Уралда эшләү осоронда тәжрибә тупланым, ә теория артта ҡала башлаған һымаҡ тойолдо. Шуға ла 1963 йылда Өфөләге хирургия буйынса клиник ординатураға уҡырға индем.
Хирург Әхмәт Гәрәй улы Дәүләтов Башҡортостанда беренсе булып тура эсәккә операция эшләне. Операция яҡшы үтеүгә ҡарамаҫтан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыу өҙлөгөүҙән вафат булды. Проктологтарға өҙлөгөүҙәргә килтермәҫлек ысул уйлап табыу бурысы йөкмәтелде. Мин ошо темаға арналған күп китап уҡып, Грековтың ғилми эшен нигеҙ итеп алып, яңы алым өҫтөндә тир түктем.
Иң беренсе операцияларҙы эттәрҙә үткәреп, микроскопик, клиник яҡтан тикшереп, эш алымымды иҫбатлап, клиника практикаһына индерҙем. Шулай итеп, кешеләргә операция яһай башланыҡ. Аҙаҡ диссертация яҙҙым. Ҡатыным да мединституттың ординатураһына уҡырға инде. Дөйөм ятаҡтан урын биргәстәр, балаларҙы ла алып килдек. Бәләкәй генә бүлмәлә бишәүләп биш йыл йәшәргә тура килде. Ошо осор ғүмеремдәге иң ауыр мәл булып иҫтә ҡалды. Әммә ҡыйынлыҡтарҙы Венера Фәрит ҡыҙы менән бергәләп йырып сыҡтыҡ.
Маҡсатыма өлгәштем — диссертацияны тамамлап, медицина фәндәре кандидаты дәрәжәһен яҡланым. Ҡатыным да Мәскәү аллергология институтынан һуң, Өфөлә беренсе белгес булып эшләй башланы. 1980 йылда беҙҙең онкодиспансерҙағы клиниканы 8-се дауаханаға күсергәс, үҙебеҙҙең йүнәлеште алдыҡ. Проктология буйынса Башҡортостан медиктарының данын күтәрҙек. Эшемде дауам итеүсе шәкерттәрем дә күп. Ошо осорҙа онко-проктология, яман шеш сиренә арналған 60-тан ашыу ғилми эшем баҫылып сыҡты. Күп йылдар медуниверситеттың дөйөм хирургия уҡытыусыһы, доценты булдым.
1993 йылда, алтмыш йәш тулғас, ҡалған ғүмеремде үҙ еремдә хеҙмәт итәйем тип, Әбйәлилгә ҡайттым. Хәҙер мин район үҙәк дауаханаһында хирург-консультант булып эшләйем.
Салауат ауылында хоспис төҙөүгә күп көс һалдым. Рәсәй буйынса ауыл ерендә бындай дауахана берәү генә. Физкабинет асыу уйы бар, баҡса ултыртырға кәрәк. Алдағы көндәргә пландар менән йәшәйем, хәл итәһе мәсьәләләр ифрат күп. Ярай әле, эшкә дәрт, көс биреүсе ғаиләм бар. Аллаға шөкөр, тормош иптәшемдән уңдым. Ул — минең иң яҡын иптәшем, кәңәшсем, өс баламдың әсәһе. Илдар улым — медицина фәндәре докторы. Гөлнара ҡыҙым – балалар невропатологы, доцент. Гөлнәзирә ҡыҙым — Мәскәүҙә акушер-гинеколог. Балаларымдың да медицина юлын һайлауынан ҡәнәғәтмен. Халыҡ сәләмәтлеге һағында тороуҙары менән ғорурланам”.


Вернуться назад