Байрамды ниндәй кәйеф менән ҡаршылайһығыҙ?05.10.2013
Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө алдынан педагогик йәмғиәт вәкилдәренең, ата-әсәнең хәлен белештек. Улар байрамды ниндәй кәйеф менән ҡаршылай икән?
Рәмзә ЯМАЛОВ, Илеш районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе:
— Уҡытыусылар көнө — элек-электән иң яҡын байрамым. Тантана мәлдәре һәр саҡ хис-тойғоға бай була, ихлас күңелдән шатланаһың, күҙ йәштәрен күреп борсолаһың да... Уҡытыусыларҙың күңеле лә шулай саф, хас балаларҙыҡы кеүек бит.
Изге йола буйынса 5 октябрҙә педагогтарыбыҙҙы райондың мәҙәниәт йортона саҡырып тәбрикләйбеҙ. Уларҙы ҙур концерт, бүләктәр көтә. Шулай уҡ район телевидениеһында уҡытыусыларыбыҙ тураһында тапшырыу әҙерләнде, гәзиттең бер һаны тотош уларға арналасаҡ.
Проблемаларға килгәндә... Әйҙәгеҙ, бөгөн был турала онотоп торайыҡ. Байрам рухы барлыҡ ауырлыҡты еңеп сығырға көстө арттыра ғына ул. Шуныһын әйтмәйенсә булдыра алмайым: балалар кәмей... Быйыл районда уҡыусылар һаны былтырғыға ҡарағанда 86-ға әҙерәк.
Азамат МӨХӘМӘТОВ,
Бөрйән районының Аҫҡар мәктәбе директоры:
— Уҡыу йылын яҡшы әҙерлек менән башланыҡ: ремонт яһалды, утын етерлек әҙерләнде, балалар күп, уҡытыусылар эшкә дәртләнеп тотондо, мәктәп баҡсаһынан мул уңыш йыйып алдыҡ — байрамды күтәренке кәйеф менән ҡаршылар өсөн тағы нимә кәрәк инде?! 5 октябрҙә, ғәҙәттәгесә, үҙидара көнө була — дәрестәрҙе өлкән класс уҡыусылары үткәрә. Шулай уҡ уҡытыусылар, ветерандар, ғөмүмән, тотош ауыл халҡы өсөн концерт әҙерләнә.
Мәктәптең Исламбай, Брәтәк ауылдарында филиалдары эшләй. Уларҙа ла байрам тейешле кимәлдә ойоштороласаҡ.
Заман ауырлыҡтарына ҡарамайынса, уҡытыусыларыбыҙ тырышып эшләй, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәй. Уларҙы дәртләндереү өсөн рейтинг системаһы булдырылған — бик һөҙөмтәле тәьҫир итә!
Роза ҒӘББӘСОВА,
уҡытыусы-пенсионер, Архангел
районының Тәүәкәс ауылы:
— Байрамды һәр саҡ һағынып ҡаршы алам. Мәктәп етәкселегенә, ауыл хакимиәте вәкилдәренә рәхмәт: беҙҙе, уҡытыусы-пенсионерҙарҙы, тантанаға йыл һайын саҡыралар, бүләк бирәләр.
Шулай ҙа элек был байрам күңеллерәк үтә торғайны. Быйылғыһы нисек булыр инде... Мәктәптә башланғыс һәм V, VI кластар ғына ҡалды, педагогтарҙы ҡыҫҡарттылар. Өлкән кластарҙа дүрт уҡытыусы ғына ҡалды. Күҙҙәрҙәге һағыш байрамды төҫһөҙләндермәһә ярай ҙа...
Илшат ВӘЛИТОВ,
Баймаҡ ҡалаһы һәм районының балалар, үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры урынбаҫары:
— Кәйеф шәп: байрамды бокс буйынса республика асыҡ турниры менән ҡаршылайбыҙ. Унда яҡташтарыбыҙ ғына түгел, башҡа төбәк спортсылары ла көсөн һынаны. Дүрт көн барған сараны Баймаҡтың бокс буйынса тәүге тренеры К.Е. Синтюринға һәм ҡаланың 75 йыллығына арнаныҡ.
Ғөмүмән, "ул етешмәй, был юҡ" тип зарланып ултырмайбыҙ — тырышлыҡ, теләк алдында барлыҡ ауырлыҡ еңелеп ҡала. Шулай уҡ районда спортҡа ҙур иғтибар бүленеүе эшкә дәрт өҫтәй. Әле, мәҫәлән, ҡалалағы "Хеҙмәт" стадионы яңыртыла, паркта саңғы базаһы асыласаҡ. Беҙҙең мәктәптә шөғөлләнеүселәр ҙә артты: былтыр 800 уҡыусы ине, быйыл 900-ҙән ашыу.
Резеда НАСИРЙӘНОВА, хужабикә, Бүздәк районы:
— Телевизорҙан күреп, гәзиттәрҙән уҡып беләбеҙ: уҡытыусыларға талап көндән-көн арта. Хатта ҡайһы саҡта уларға ата-әсәгә ҡарағанда ла ҙурыраҡ бурыс йөкмәтәләр. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшенә юғары талап ҡуйылған педагогтарҙың социаль хәленә иғтибар биреп еткерелмәй. Һәр яҡлап хәстәрлек күрелһә, хеҙмәт һөҙөмтәһе лә ҙурыраҡ булыр ине, моғайын. Халыҡ-ара уҡытыусылар көнөндә барлыҡ педагогтарға уңыштар, хеҙмәттән кинәнес табып йәшәүҙәрен теләйем.