Һәүәҫкәрҙәр көс һынашты30.12.2011
Яңы Хажи ауылында татар мәҙәниәте фестивале үтте.
Унда райондың фольклор коллективтары сығыш яһаны. Мәҙәниәт йорто фойеһында халыҡ оҫталары эштәренән һәм милли аҙыҡ-түлектән күргәҙмә ойошторолдо, йыр-моң яңғырап торҙо.
Ҡуян, Яңы Бөртөк ауылы үҙешмәкәрҙәренең сығышы айырыуса сағыу булды, Фәрзәнә Әсләмова, Замира Ғабдрахманова, Рәсим Сәйфүдияровтың моңло тауышы күптәргә оҡшаны.
“Кама таңдары”,
Краснокама районы.


Вернуться назад