Һоҡланмау мөмкин түгел05.10.2013
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов уҡытыусыларҙы, педагогия хеҙмәте ветерандарын Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө айҡанлы ҡотланы. Төбәк башлығының ҡотлауында былай тиелә:

“Ошо һоҡланғыс байрамды беҙ айырым йылылыҡ һәм ихлас рәхмәт һүҙҙәре менән билдәләйбеҙ. Уҡытыусы хеҙмәтенә әүәл-әүәлдән юғары талап ҡуйылды. Изге һәм яуаплы бурысығыҙҙы намыҫлы үтәйһегеҙ, илдәге йәмғиәт тормошоноң үҙәгендә бараһығыҙ, белем, мәҙәниәт һәм гуманитар ҡиммәттәр сығанағын тәшкил итәһегеҙ. Һеҙ эйә булған әүҙем гражданлыҡ позицияһы, юғары профессионализм, балаларға иғтибарлы һәм итәғәтле мөнәсәбәт иң ҙур баһаға лайыҡ. Бөгөн Башҡортостанда милләттең белем кимәлен күтәреүгә булышлыҡ иткән, республикалағы мәғариф системаһына алдынғылыҡты яулау мөмкинлеген биргән, халыҡтарҙың милли мираҫына һәм тарихи үткәненә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләгән юғары профессиональ уҡытыусылар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре байтаҡ.
Әле йәштәр өсөн яңы белем биреү технологияларына юл асыҡ, күп яҡлы мәғлүмәт алыу йәһәтенән техник мөмкинлектәр — уларҙың ҡулында. Ләкин тәрән аҡыллы остаздары, уҡытыусыларҙың хәстәрлеге булмаһа, йәш быуынға был тормошта дөрөҫ юлды табыу еңелдән түгел.
Ҡәҙерле педагогтар, барығыҙға ла юғары профессионализм, тәрән белем, бөтмәҫ сабырлыҡ, һөнәрегеҙгә ысын тоғролоҡ һәм балаларға ихлас һөйөү өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә һаулыҡ, ижади эҙләнеүҙәр, юғары маҡсаттарға өлгәшеү теләйем!”


Вернуться назад