Талап көслө, тимәк, ышаныс ҙур05.10.2013
Белем байрамын, Уҡытыусылар көнөн, һуңғы ҡыңғырау тантанаһын шатланып та, бер аҙ тулҡынланып та ҡаршы алабыҙ. Шуныһы ҡыҙыҡ: заманалар үҙгәрә, ҡырҡыуланып та китә, ә күркәм сараларҙағы хис-тойғо элеккеләй бер ҡатлы, саф, ихлас... Балаларҙы, һөнәрен мөкиббән яратҡан, тормошто һәр төҫөндә һөйгән, изге төшөнсәләрҙең мәңгелеклегенә инанған уҡытыусыларҙың күңел көсөнөң сағылышы түгелме был?
Тәүге уҡытыусымды хәтерләйем: бер кабинетта ике кластың уҡыусыларына (20-нән ашыу бала) алмашлап дәрес бирә, төрлө теманы ентекле аңлата торғайны. Төштән һуң күмәкләп өйгә эш әҙерләйбеҙ, мәғлүмәтте яйыраҡ үҙләштергәндәрҙең кискә лә ҡалыуы ихтимал. Шуға ҡарамаҫтан, уҡытыусыбыҙ яҡшы кәйеф менән, өҫтәүенә тикшерергә бер ҡосаҡ дәфтәр күтәреп ҡайтырға сыға. Ә өйҙә уны эреле-ваҡлы дүрт балаһы көтә...
Ғөмүмән, уҡытыусы ябай һөнәр түгел, ә талант, түҙемлек, фиҙакәрлек өлгөһө. Бөгөн дә, заман ниндәй генә “бүләк” әҙерләмәһен, педагогтар тоғро юлдан тайпылмай. Ә талаптар, ысынлап та, ифрат ҙур. Бөгөнгө уҡытыусы предметын ябай ғына түгел, ә яңы алымдарҙы, технологияларҙы ҡулланып, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп уҙғарырға, үҙе ижади эшләүҙән тыш, балаларҙы ла уйларға, фекерләргә, әүҙем булырға өйрәтергә, күркәм тәрбиә бирергә бурыслы. “Йәш быуын икенсе төрлө, заманса фекер йөрөтә, ә беҙ уларҙы элеккесә уҡытыуҙы дауам итәбеҙ. Эшкә яңылыҡ индереүҙән ҡурҡһаҡ, мөмкинлектәр булдырмаһаҡ, донъя буйынса киң ҡулланылған заманса ысулдарҙан артта ҡаласаҡбыҙ”, — тигәйне республика Президенты Рөстәм Хәмитов мәғариф буйынса республика кәңәшмәһендә.
Белем биреү тураһындағы яңы законда ла педагогтарҙың бурыстарына ҙур урын бирелгән: уларҙы замандан алда барған, һәр яҡлап һәләтле, өлгөлө шәхес итеп күреү теләге сағыла. Талап көслө икән, тимәк, ышаныс та ҙур.