Һағындырған туҙ һағыҙы!05.10.2013
Һағындырған туҙ һағыҙы!Хәтеремдә: бала саҡта Маһира өләсәйем ҡайнатҡан туҙ һағыҙын яратып сәйнәй торғайныҡ. Әле иһә ошондай эш менән шөғөлләнгән кешене табыуы еңелдән булманы. Тотош Хәйбулла районын урап сығыуым һөҙөмтә бирмәгәс, Баймаҡҡа шылтыраттым. Төбәктең аҫыл ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Луиза Дәүләтшинаның: "Эҙләгәнеңде таптым", — тигән хәбәрен ишетеү менән юлға сыҡтым.

Күп сирҙән дауа

Күптәр уны "ҡара һағыҙ" тип тә йөрөтә. Ҡайын туҙынан эшләнгәнлектән, ул магазиндыҡынан таҙа, сәләмәтлеккә зарар килтермәүе менән айырыла. Һаулыҡ өсөн файҙалы булыуын медицина ла таный. Теште таҙартыуҙа, ауыҙҙағы насар еҫте бөтөрөүҙә туҙ һағыҙына етеүсе юҡ. Шулай уҡ уның эсәк-ашҡаҙан, боғаҡ ауырыуҙарын, үҙәк көйөүен дауалауын иҫбат итеүселәр байтаҡ. Тимәк, элек ауыл инәйҙәре юҡҡа ғына туҙ һағыҙына ҙур иғтибар бирмәгән. Һаулыҡҡа файҙаһын белгәнлектән, был эште күмәкләп башҡарғандар. Хатта яҙ һайын балалар өсөн махсус рәүештә һағыҙ ҡайнатҡан кешеләр булған.

Ишембайҙан — Темәскә

Һағындырған туҙ һағыҙы!Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәгән Фәүзиә Әбсәләмова ихатаһында һағыҙ ҡайнатып күрһәтте. Ул был эш менән күптән шөғөлләнә. "Бик табышлы булмаһа ла, иш янына ҡуш була, — тип йылмая Фәүзиә Бәхтейәр ҡыҙы. — Магнитогорск, Орск ҡалаларынан, хатта Себерҙән килеп алалар. Бер сәйнәмлеге — 10 һум, ҡышҡыһын хаҡ бер аҙ күтәрелә. Туҙ һағыҙын сәйнәргә теләгән кеше уны мотлаҡ эҙләп таба, шуға күрә баҙарға алып сығыу әллә ни кәрәк тә түгел, һатыуға әҙер булыуы ғына мөһим".
Фәүзиә Әбсәләмованың тыуған ере — Ишембай районының Әхмәр ауылы. Хәсбиямал исемле инәйгә һағыҙ ҡайнатырға ярҙам итеп, шөғөлдөң үҙенсәлектәрен яҡындан белеп үҫкән. VII класты тамамлағас, был эште үҙаллы башҡарып ҡараған. Темәскә килен булып төшкән ваҡытында, айырыуса балаға уҙғанында, күңеле туҙ һағыҙын көҫәгән, әммә уны эшләй белеүселәр табылмаған. "Ә ниңә үҙемә ҡайнатмаҫҡа?" тип уйлана башлаған Фәүзиә Бәхтейәр ҡыҙы. Ире лә теләгенә ҡаршы килмәгән — урмандан бер йөк ҡайын утыны килтереп ауҙарған...
Ошолай башланған эш әле Фәүзиә Әбсәләмованың кәсебенә әйләнгән тиһәң дә була. Уның өсөн яҙ һутҡа тулышҡан ҡайындың ҡайырыһы талап ителә. Шуға күрә Фәүзиә Бәхтейәр ҡыҙы апрелдә махсус рәүештә диләнкә яҙҙыртып алып, утын әҙерләтә. Күп итеп туҙ һыҙырып, уларҙы ҡағыҙ кеүек йоҡа ғына итеп турай. Эш, әлбиттә, үтә мәшәҡәтле, әммә Әбсәләмовтар ярты юлда туҡтап ҡала торғандарҙан түгел.

Маҡтап туймаҫлыҡ килеп сыҡты!

Беҙ барғанда туҙ күптән әҙер, суйын сөгөнгә тултырылып ҡуйылғайны. Өлгөр хужа уның аҫтына ут тоҡандырып та ебәрҙе. Туҙ ситенә йәбешмәһен өсөн һауыт алдан майлап ҡуйыла икән. Эш ярты көн тирәһе дауам итте. Хужабикә, ҡайнатманы махсус ағас таяҡ менән болғата-болғата, сөгөнгә һыҙҙырылған туҙҙы өҫтәй барҙы. Был болғағыс таҙа булырға тейеш — ниндәйҙер бысраҡ йәбешә ҡалһа, һағыҙҙың сифаты юғалыуы ихтимал. Шуның өсөн Фәүзиә апай таяҡты махсус һауытҡа һалып ҡуя.
Һағындырған туҙ һағыҙы!Бер аҙҙан сөгөндә ҡара төҫтәге иҙмә барлыҡҡа килә. Уға һыуыҡ һыу ҡойоп, бер аҙ ваҡытҡа ултыртып торорға кәрәк. Һыуый төшкәс, сөгөн эсендәге һағыҙҙы йомғаҡҡа уратып алабыҙ. Унан, алдан әҙерләнгән көҙгө йәки фанера өҫтөнә һалып, тәгәрәтәбеҙ. Килеп сыҡҡан массаны ҡайсы менән тигеҙ өлөштәргә бүлергә кәрәк. Аҙаҡ уларҙы махсус һауытҡа йәки полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып ҡуялар.
Фәүзиә Бәхтейәр ҡыҙының тилбер ҡулдарына күҙ эйәрмәй: һағыҙ йомшаҡ, тәмле, сифатлы килеп сыҡһын өсөн, эшен шул тиклем яратып, барлыҡ тырышлығын һалып башҡара ул. Шуға күрә был юлы ла оҫталығы менән дан алған ҡатындың ризығы маҡтап туймаҫлыҡ булды. Бала саҡ хәтирәләрен яңыртып, ыҫ еҫе аңҡытҡан шул тиклем танһыҡ, ымһындырғыс тәмлекәсте ауыҙға һалдыҡ...
Төрлө илдән килтерелгән ялтырауыҡлы, әллә күпме буяу ҡушылған, һаулыҡ өсөн зарарлы һағыҙҙы һатып алып, ғүмеребеҙҙе ҡыҫҡартҡансы, Фәүзиә Әбсәләмова кеүек оҫталар барында таҙа, шифалы, сихәтле туҙ һағыҙын сәйнәһәк, ҡайһылай яҡшы булыр ине.


Вернуться назад