Раевкалағы шәкәр заводы тамыраҙыҡты ҡабул итеп өлгөрә алмайРаевка ҡасабаһына ингән урында бер нисә саҡырымға һуҙылған йөк машиналарын күреп күптәр ғәжәпләнгәндер. Баҡһаң, бындағы шәкәр заводына сөгөлдөр ташыусылар шулай сиратҡа теҙелгән икән. Ошо хәлде асыҡларға килгәнебеҙҙе белеп, йонсоған водителдәр: "Изге кеше икәнһегеҙ, һеҙҙе Хоҙай үҙе ебәргәндер", – тип ҡаршыланы.
Ҡайһы берәүҙәренең көтөүенә инде икенсе тәүлек киткән. Тәүҙә юлға, һуңынан ошондай мәғәнәһеҙ көтөүгә нисәмә сәғәтен сарыф итергә мәжбүр водителдәрҙең йонсоғанлығы йөҙҙәрендә асыҡ сағыла. Бүздәк районының "Алға" хужалығынан сөгөлдөр ташыусы Рәмил Ғәйнетдинов та шулар араһында.
– Кисә үк килеп еткәйнем инде, бына тәүлектән ашыу сиратта тапанабыҙ. Көн дә һыуыҡ, шуға яғыулыҡ та байтаҡ сарыф итергә тура килә. Ә сират тиҙ генә барып етмәйәсәге көн кеүек асыҡ: тағы ла кәмендә ярты көн көтөргә тура киләсәк, – тип һөйләне ул. Шофер әйтеүенсә, Бүздәктән бында килеүгә ике-өс сәғәт ваҡыт үтә, шуға ла ошондай сират булмағанда, көнөнә ике рейс яһарға мөмкин.
Тағы ла шул: шәкәр заводына киске сәғәт ундарҙа йөк машиналарына юл ябыла, сөгөлдөрҙө төнгө 12-ләргә ҡәҙәр бушаталар ҙа вәссәләм! Өлгөрмәгәндәргә иртәгәне көтөргә тура килә. — Сөгөлдөрҙө тәүлек әйләнәһенә ҡабул итһәләр, һис һүҙһеҙ, сират та кәмер, кешеләр ҙә ошондай ыҙалыҡ кисермәҫ ине, – ти водителдәр. Сөгөлдөр ташыусыларҙы арзаныраҡ хаҡҡа яғыулыҡ менән дә тәьмин итәләр, әммә унда ла яҡын барырлыҡ түгел – сират. "Шунда ла тәүлек буйы сират көткәнсе, яғыулыҡ станцияһына инеп кенә сығыу күпкә яҡшыраҡ", – ти бөтәһе лә.
Ошондай мәхшәргә әйләнгән сираттың сәбәбе ниҙә һуң? Баҡһаң, Ҡарлымандағы шәкәр заводы сөгөлдөрҙө ҡабул итеүҙе туҡтатҡан, бөтә бәләнең башы ошонда ғына. Был заводтың бөлөүе (әллә махсус бөлдөрөлөүеме икән?) бик күптәргә өҫтәмә ҡатмарлыҡтар тыуҙырасағы көн кеүек асыҡ: йәй буйы бөтә көсөн, аҡсаһын ер эшенә һалғандар зыян күрәсәк тә инде. "Ҡайһы бер хужалыҡтар хәҙер сөгөлдөрҙө Мәләүездәге заводҡа ташый, ишетеп белеүемсә, унда ике тапҡырға алыҫыраҡ булһа ла, сират юҡ. Әммә барыбер күптәр ниндәй завод менән килешеү төҙөп өлгөргән, шунда ташырға мәжбүр", – тип асыҡлыҡ индерҙе Рәмил Ғәйнетдинов.
Эйе, бындай күренеш бөтәбеҙҙе лә уйға һалырға тейештер, йәмәғәт. Ауыл хужалығы, уны үҫтереү кәрәклеге тураһында һүҙ йөрөткән булабыҙ ҙа, әммә ошондай хәлдәр ябай ауыл эшсәндәренең – бөтә аҡсаһын ер эшенә һалыусыларҙың — күңелен ҡайтармаҫмы? Йәй буйы үҫтереп, ҡара тырышлыҡ менән йыйып алып, ошондай хәл арҡаһында уны үҙ ваҡытында аҡсаға әйләндерә алмауҙары үкенес бит. Тап ошо сәбәптән татлы тамыраҙыҡтың байтағы баҫыуҙа ятып ҡалыуы ла ихтимал. Хужалыҡтар үҙҙәренең эшсәндәренә хеҙмәт хаҡы түләргә, банктарға кредитын ҡайтарырға тейеш. Ошондай хәлдән һуң киләһе йыл кемдәр тағы ла уны үҫтереп ҡарарға баҙнат итер икән? Ә ҡыш уртаһында шәкәргә хаҡ арта башлаһа, ғәйепте кемдән эҙләрбеҙ? Тағы ла ете тау аръяғынан килгән импорт шәкәргә күҙ төбәп ҡалырбыҙмы?
Беҙҙе йөк машиналарына тау-тау итеп сөгөлдөр тейәгән водителдәр өмөт менән оҙатып ҡалды. "Бәлки, мәҡәләгеҙҙе уҡығандан һуң етәкселәр хәлебеҙгә инер, берәй сараһын күрер", – тине улар.