Үҙебеҙҙә етештерәләр30.12.2011
Район үҙәгендә макарон һәм ярма изделиелары етештереүсе яңы предприятие уңышлы эшләй.
Быға тиклем буш торған бинала заманса ремонт яһалған, Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында етештерелгән ҡорамалдар ҡуйылған. Эш ике сменала бара, ғинуарҙан иһә тәүлек әйләнәһенә – дүрт сменала эшләргә ниәтләйҙәр.
Предприятиеның технологы – Оло Ҡасаҡ ауылы егете Дмитрий Нуретдинов. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағас, Екатеринбург ҡалаһында макарон изделиелары етештереүсе ҙур компанияла, Нефтекама икмәк комбинатында тәжрибә туплаған. Яңы предприятие етештергән тауар хаҡы һәм сифаты яғынан да халыҡты ҡәнәғәтләндерә.
“Ҡалтасы таңдары”.


Вернуться назад