Беҙ бөтәбеҙ ҙә мәктәптән сыҡҡанбыҙ. Шуға күрә мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр барыбыҙға ла ҡағыла. Улар "Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы күптән тормошҡа ашырылып килә. "Беҙҙең яңы мәктәп" милли, 2009—2013 йылдарға белем биреүҙе үҫтереү республика программалары ла ҡабул ителде.
Өс—ете йәшлек балаларға мәктәпкәсә белем биреү, республика, төбәк-ара олимпиадаларҙа юғары һөҙөмтәләр күрһәтеү, Х—ХI класс уҡыусыларын йүнәлешле уҡытыу буйынса Краснокама районы Башҡортостанда икенсе урында тора.
Урындағы белем биреү системаһының бөгөнгөһө тураһында уҡытыусылар династияһының дүртенсе быуын вәкиле, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Алексей Александрович ГОРБАЧЕВ менән әңгәмәләшәбеҙ.
— Алексей Александрович, белем биреү учреждениеларының уҡытыу-матди хәлен заманға яраҡлаштырыу буйынса ниндәй эштәр башҡарыла?
— 1 сентябрҙә бөтәһе 30 мәктәптә, 18 мәктәпкәсә, ике өҫтәмә белем биреү учреждениеһында яңы уҡыу йылы башланды. Күмәк көс менән былтырғы уҡыу йылында ғына район мәктәптәренә 27 берәмек интерактив ҡорамал тупланмаһы, лаборатор һәм ғәмәли эштәр өсөн йыһаздар ҡайтарылды, 12-шәр компьютерҙан торған туғыҙ информатика кабинеты, интерактив таҡта, проектор, ноутбук, документ-камералы 23 башланғыс класс бүлмәһе булдырылды, медицина кабинеттары һиҙелерлек ярҙам алды. Уҡытыусыларға 160 ноутбук таратып бирелде. Дөйөм алғанда, белем усаҡтарында 41 интерактив таҡта, 68 проектор, 459 компьютер бар. Йыл аҙағынаса тағы һигеҙ компьютер класы эшләй башлаясаҡ. Транспорт паркы ла яңыртыла. Быйыл Шушнур һәм Сауыҙбаш ауылы мәктәптәре автобуслы булды. Ғөмүмән, 26 ауылдан балаларҙы йөрөтөү өсөн 22 техника берәмеге бар, тиҙҙән йәнә дүрт автобус киләсәк.
— Ә кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе нисек тора?
— Быйыл мәғариф системаһында 281 уҡытыусы, 125 тәрбиәсе, 150 өҫтәмә белем биреү педагогы иҫәпләнә. Һуңғы өс йылда юғары белем алыусылар һаны арта бара. Күптәр "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында белемен һынап ҡарай. Николо-Березовка мәктәбенән Марина Носова, Иҫке Моштонан Ләйлә Хәйҙәрова һәм Илгизә Әхтәмова, Шушнурҙан Рина Мөхәмәтдиновалар республика кимәлендә лә һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтте. Квалификацияны камиллаштырыу курсында иһә былтыр ғына 233 хеҙмәткәр уҡып сыҡты. Күренеүенсә, белемдәрен камиллаштырыусылар байтаҡ. Был — заман талабы, сөнки уҡыу программаһына яңы дәрестәр индерелә, мәғлүмәти технологиялар үҫешә.
Уҡытыусыны матди яҡтан дәртләндереү мәсьәләләрен дә күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Биш йылда уртаса хеҙмәт хаҡы ике тапҡырға артты. Ә 2015 йылға, Рәсәй Президенты Указына ярашлы, ул — 29, 2018 йылға 38 мең һумға етергә тейеш.
— Бөгөн киҫкен мәсьәләләрҙең береһе — балалар баҡсаһына сират. Һеҙҙә был юҫыҡта ниндәй саралар күрелә?
— 2009—2010 йылдарҙа балалар баҡсаһына 410 сабый сиратта тора ине. Ул ваҡытта был исемлекте 35 урынға ғына ҡыҫҡарта алдыҡ. Былтыр Ҡарый ауылында төҙөкләндереү эштәренән һуң 35 урынлыҡ баҡса асылһа, Николо-Березовкала 110 балаға иҫәпләнгән яңыһы сафҡа инде. Шулай итеп, мәктәпкәсә тәрбиә биреү менән дөйөм балалар һанының 65 проценты солғап алынған. Республика буйынса был күрһәткес 62,6 процент тәшкил итә. Шулай уҡ хәл киҫкен торған Ҡуян ауылында 2015 йылда 90 урынлыҡ бассейнлы баҡса төҙөүҙе планлаштырабыҙ.
— Яңы федераль стандарттарға яраҡлашыу нисек бара?
— Был шарттарҙа ике йыл эшләйбеҙ инде. Башланғыс класс уҡытыусылары заманса белем биреү технологияларын ҡулланып уҡыта. Яңы стандарттарҙы үҙләштереү кимәле тикшерелеп тора. Улар буйынса эшләү өсөн I-II кластар тулыһынса кәрәкле уҡыу әсбаптары менән тәьмин ителгән, III кластар өсөн дә яңы быуын дәреслектәре һатып алынған. Төрлө спорт ҡорамалдарының килеүе лә көтөлә. Ҡыҫҡаһы, белем биреүҙе яңыртып ҡороу мәсьәләләрендә юғалып ҡалманыҡ.
— Уҙған уҡыу йылында уҡыусыларығыҙҙың уңышы тос булдымы?
— Һуңғы өс йылда сығарылыш кластарында барыһы ла Берҙәм дәүләт имтиханын һәйбәт тапшыра. Урта белем тураһында аттестат алмай ҡалғандар юҡ. Быйыл йәй мәктәпте 11 уҡыусы — алтын, алтауһы көмөш миҙалға тамамланы. Был — дөйөм һандың 23 проценты, тигән һүҙ. Биш йыл элек юғары уҡыу йорттарына егет һәм ҡыҙҙарҙың 46 проценты ғына уҡырға инһә, хәҙер — 82 проценты. Ошо күрһәткес буйынса республикала икенсе урындабыҙ.
Былтырғы уҡыу йылында райондың 41 уҡыусыһы Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында ҡатнашты. Һуңғы ике йылда унда призлы урындар биләүселәр нисбәте буйынса Башҡортостан райондары араһында икенсе урында киләбеҙ. Айырыуса Ҡуян, Николо-Березовка, Яңы Нуғай, Яңы Ҡабаҡ, Яңы Ҡайынлыҡ, Яңы Бөртөк мәктәптәре айырылып тора. Ун алдынғы уҡыусы — район хакимиәте башлығы, икәү Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендияһын ала.
— Тәрбиә эше нисек ҡуйылған һуң?
— Әлбиттә, дәрес биреү менән генә эш бөтмәй. Мәктәп — тәрбиә усағы ла. Бөтә урындарҙа ла төрлө конкурстар, смотрҙар, слеттар, фестивалдәр, спорт ярыштары даими ойошторола. Быйылғы Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында йәштәрҙең Экологик мәҙәниәтен яҡшыртыуға, әйләнә-тирәгә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ.
"Йондоҙлоҡ" балалар ижады үҙәгендә 119 берекмәлә 1602 бала шөғөлләнә ала. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә, уның урындарҙағы 14 филиалында 924 уҡыусы спортҡа йәлеп ителгән. "Спартак" республика физкультура-спорт йәмғиәтенең мәктәп спорт клубтарына 2317 кеше йөрөй. Дөйөм алғанда, өҫтәмә белем алыусылар һаны 93 процентты тәшкил итә.
Патриотизм, спорт, лидерҙарға ярҙам — был йүнәлештәргә иғтибарҙы кәметмәйбеҙ. Уҡыу йылы аҙағында һәр бер белем биреү усағында "Яҡшыларҙың яҡшыһы" конкурсы уҙа.
"Пионерҙар иле" берекмәһе — 1616 пионерҙы, ә "Йәш гвардия" 686 өлкән класс уҡыусыһын берләштерә. Бынан тыш, бөтә мәктәптәрҙә лә йәмәғәт наркология постары, хәрәкәт итеүҙең йәш инспекторҙары һәм полицияның йәш ярҙамсы отрядтары бар.
— Балаларҙың йәйге ялы нисек ойошторолдо?
— Йәйге ялдың формалары төрлөсә: балалар һауыҡтырыу лагерҙары, шифаханалары, көндөҙгө һәм йүнәлешле лагерҙар. Көндөҙгө ял лагерҙары 19 белем усағында эшләне. Алты мәктәптә хеҙмәт һәм ял бергә ойошторолһа, өс урында һәм спорт мәктәбендә — йүнәлешле лагерҙар. Бәлиғ булмағандар өсөн ваҡытлыса 200 эш урыны табылды. Йәмғеһе 2767 бала ял итте, сәләмәтлеген нығытты. Был — дөйөм һандың 90 процентынан саҡ ҡына күберәк.
— Ә яңы уҡыу йылына әҙерлек кимәле ҡәнәғәтләнерлекме?
— Бөтә мәктәптәр ҙә төҙөкләндерелде. Николо-Березовка, Ҡуян ауылдарындағы белем усаҡтарында биналар, йылылыҡ, электр менән тәьмин итеү системалары, канализация ремонтланды. Яңы Нуғай һәм Яңы Ҡабанда электр-монтажлау эштәре үтте, Мүзәктә тәҙрәләр алмаштырылды, Һаҡлауҙа һыу скважинаһы тәртипкә килтерелде. Яңы Уразай, Арлан, Шушнурҙа иҙәндәр һәм ашханалар яңырыу кисерҙе. Ә Яңы Йәнйегеттә, Баҫҡытауҙа, Раздольела, Никольскта, Ҡарыйҙа мәктәптәр һыу һәм канализация менән тәьмин ителде.
Был оло эштәрҙе атҡарып сыҡҡандары өсөн бөтәһенә лә рәхмәт һүҙҙәрен әйтәм. Бер ыңғайҙан хеҙмәттәштәремде Уҡытыусылар көнө менән ҡотлап, иң изге теләктәремде еткергем килә.
.