Таштимерҙәр өлгө күрһәтте05.10.2013
Таштимерҙәр өлгө күрһәттеТаштимер урта мәктәбенән һөйөнөслө хәбәр алдыҡ: улар коллектив менән “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып та өлгөргән!

Бында күрше Тупаҡ, Йәлембәт, Әүмеш, Яңы Һамар ауылдарынан йөрөп уҡыйҙар. Дим Әйүпов етәкләгән коллективта 25 уҡытыусы эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: тәжрибәле педагогтар менән бергә Гүзәл Ҡадирова, Эльвира Мәхмүтова кеүек йәш белгестәр ҙә бар. Коллективтың яҡшы эшен уҡыусыларҙың район олимпиадаларында тәүге урындарҙы яулауы асыҡ күрһәтә. Бында уҡығандарҙың күбеһе белем алыуын институттарҙа, университеттарҙа дауам итә. Мәҫәлән, мәктәпте былтыр тамамлаған ун баланың алтауһы юғары уҡыу йортона ингән. Уларҙың араһынан Салауат Солтанов Мәскәүҙә белем алып йөрөй. Быйылғы сығарылыш класс уҡыусылары ла ышанысыбыҙҙы аҡлар тигән өмөттә уҡытыусылар — бының өсөн барлыҡ шарттарҙы тыуҙырырға тырышалар.
Мәктәптә шулай уҡ йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Таштимерҙәрҙе районда яҡшы беләләр, уларҙың баскетбол, футбол буйынса командалары — иң көслөләр рәтендә.
1982 йылдан алып мәктәптә теплица һәм ярҙамсыл хужалыҡ эшләп килә. Таштимерҙәр айырыуса кәбеҫтә үҫтерергә оҫта: яҙғыһын ултыртылған 1 300 төп йәшелсәнән 7 мең тоннанан ашыу уңыш йыйып алынған. “Шулай уҡ кишер, сөгөлдөр, помидор мул булды”, — ти биология уҡытыусыһы Гөлнара Латипова.
Йыл әйләнәһенә үҫтергән емеш-еләк мәктәп ашханаһына тапшырыла, артып ҡалғаны ауыл халҡына һатыла. Йәрминкәнән килгән аҡса уҡыу йорто өсөн кәрәк-яраҡҡа, төрлө сара үткәреүгә тотонола. Тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Эльвира Солтанова әйтеүенсә, йәйге каникул мәлендә уҡытыусылар ҙа, балалар ҙа баҡсала тырышып эшләй. Тимәк, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләнә, өҫтәүенә йәш быуын төрлө һөнәргә өйрәнеп үҫә.
Мәктәптә күркәм йола йәшәп килә: белем усағын төрлө йылда тамамлаған уҡыусылар бергә йыйылып килеп, остаздары менән осрашып торорға ғәҙәтләнгән. Улар күрешеп кенә ҡалмай, уҡыу йортоноң бөгөнгө хәленә күҙ һала, ауырлыҡтар булһа, хәленән килгәнсә ярҙам итә. Мәктәп коллективы ата-әсә менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырған.
Абруйлы мәктәп эшенә яуаплы ҡараған уҡытыусылары менән дә данлы: Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Зөһрә Дәминдәрова, “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2012” конкурсы лауреаты Гөлсинә Аҡмырҙина, уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Фәүзиә Ирғәлина һәм башҡалар күптәргә үрнәк. Әйткәндәй, Башҡортостандың халыҡ артисы Вахит Хызыров та Таштимер мәктәбендә уҡыған.
Ғөмүмән, 2014 йылдың тәүге яртыһына барлыҡ коллектив менән “Башҡортостан” гәзитенә беренселәрҙән булып яҙылып, әбйәлилдәр йәнә өлгө күрһәтте. Афарин!


Вернуться назад