Ветерандарға – һөйөнөс30.12.2011
Район етәкселеге һәм “Хәйбулла тау компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте башланғысы менән төбәктә йәшәүсе 48 Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына Яңы йыл бүләктәре тапшырылды.
– Хоҙай Тәғәлә оҙон ғүмер насип иткән, – ти 88 йәшен билдәләгән Ҡасим Таулыҡаев. – Замандарҙың төрлөһөн күрҙек, ауырлыҡтар кисерҙек, бирешмәнек. Шөкөр, хәҙер тормош етеш: эш тә, аш та бар. Дәүләткә беҙҙе хәстәрләгән өсөн бик рәхмәтлемен – Яңы йылды өр-яңы, яҡты, йылы фатирҙа ҡаршы аласаҡмын.
“Хәйбулла хәбәрҙәре”.


Вернуться назад