Әбүләйес ауылында балалар, ҡатын-ҡыҙ бер ай самаһы мәсеттә ойошторолған дини дәрестәргә йөрөгән. Ғилемде Өфөлә дини белем алып ҡайтҡан Миңниса Йылҡыбаева өйрәткән. Был хаҡта ауылдаштарынан ишетеп белгәйнек. Әле иһә Әбүләйес абыстайын үҙе менән ҡапма-ҡаршы ултырып тыңлайбыҙ:
— Урта мәктәпте тамамлағас, Йылайырҙа тегенсегә уҡыным. Кейәүгә сығып, дүрт бала таптым. Әммә яҙмыш елдәре тыуған ауылыма кире ҡайтырға мәжбүр итте. Ҡайҙа ниндәй эш бар, барыһын да башҡарҙым, сөнки балаларҙы ҡарарға, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк ине. Етмәһә, нәҡ шул осорҙа совхозда эш хаҡы түләнмәне, шуға күрә ауылдаштарыма, туғандарыма кейем тегеп, йүнәтеп, шәл бәйләп көн күрергә тура килде.
Бала сағымдан алдан башлап йөрөргә өйрәнгәнмен. Мәктәптә уҡыу секторына етәкселек иттем, староста булдым. Ғөмүмән, һәр саҡ кеше араһында инем. Балаларым үҫеп таралышҡас, совхоз бөтөп, эшһеҙ ҙә ҡалғас, күңелгә ниҙер етмәй башланы. Берәй шөғөл табырға кәрәклеген аңланым. Шулай дингә ныҡлап яҡынайҙым. Өләсәй, әсәй тәрбиәһе эҙемтәһен ҡалдырған: Аллаһ Тәғәләнең барлығына ышанып үҫтек. Мәктәптә: "Хоҙай юҡ ул, ышанмағыҙ", — тип өйрәтһәләр, өйҙә киреһен раҫлай торғайнылар.
Өләсәйем Зөбәйҙә Сәйфелмөлөк ҡыҙының йоғонтоһо айырыуса ҙур булды — ул абыстай ине. Ә атаһы, йәғни ҡартатайым Сәйфелмөлөк Бикташев, мулла булған. Шуға күрә аят-доғаларҙы бала саҡтан яттан белдем. Ғөмүмән, динилек — ҡаныбыҙҙа, быуындан быуынға күсеп килә. Үҙем дини ғилем ала алмағанға күрә, балаларым "Ҡөрьән"де уҡыһын, белһен тип, өйҙә шундай тәрбиә алып барырға тырыштым. Мәктәпте тамамлаған улымдың йөрәгенә операция яһатырға тура килде. Дауахананан сыҡҡас, уға Өфө мәсетендә Ҡөрьән уҡыттыҡ. Шул көҙҙә улым менән бер ҡыҙым баш ҡалалағы "Ғәлиә" мәҙрәсәһенең көндөҙгө бүлегенә уҡырға инде. Тимурым, уҡыуын тамамлағас, өйләнеп, ғаилә ҡорҙо. Ике сабыйы тыуҙы. Әммә ҡәҙерлем былтыр мәрхүм булып ҡуйҙы. Дин баламдың ҡайғыһын баҫырға ярҙам итте, күңелемә сабырлыҡ, түҙемлек өҫтәне.
Кинйә ҡыҙым Иҫәнғолдағы башҡорт гимназияһында уҡығанда, уларға мәсеттән килеп дини дәрестәр бирә торғайнылар. Зифа артабанғы яҙмышын ошо йүнәлеш менән бәйләне, Өфөлә ғилемен арттырҙы. Кейәүем Ишйегет Сәйфетдинов та — иманлы егет. Бер мәл ҡыҙыма күңелемдә күптән шытҡан уй-ниәтемде — намаҙ уҡырға өйрәнеү теләгемде — белдерҙем. Шулай итеп, дүрт йыл элек намаҙға баҫтым. Тик шайтандың тәьҫире көслө икән: уҡыма, ул һиңә нимәгә кәрәк, тип ҡотортто. Ике-өс ай аңҡы-тиңке килеп йөрөгәндән һуң, барыбер еңдем тегене. Шунан бирле, Аллаға шөкөр, намаҙымды ҡалдырғаным юҡ.
Ҡыш Иҫәнғолдағы мәсеттә ял көнө уҡыуҙар башланасағы тураһында белдем. Дәрестәр — иртәнге сәғәт 10-дан. Таңдан тороп, малды тәрбиәләйем дә, көндәр һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, район үҙәгенә юлға сығам. Шулай итеп, аҙна һайын Рәйлә абыстайға һабаҡҡа йөрөнөм. Ғәрәпсә уҡырға өйрәнеп, кейәүем биргән дини китапты тулыһынса уҡып, ятлап алдым.
Бер саҡ шулай ҡыҙҙарым (улар — өсәү) менән Рәйлә абыстайҙы ҡунаҡҡа саҡырып алдыҡ. Күңелемдә — мең төрлө һорау, уларға яуап таба алмай аҙапланам. Быны һиҙгән абыстай: “Һеңлем, һорауҙарың күбәйеп киткән. Уҡырға бар”, — тине. Аптырап ҡалдым. "Минең йәштә лә уҡып буламы ни? Ҡайҙа барайым?” — тим. "Ырымбурҙа — дүрт, Өфөлә алты йыл уҡыталар. Йылына ике тапҡыр сессияға барырға тура килер, әлбиттә, байтаҡ аҡсаң сығыр", — тип аңлатты.
...Яңы уҡыу йылы яҡынлаша. Тупһаға сығып ултырам да, ниәтемде нисек тормошҡа ашырырға икән, тип уйланам. Баҡсамда ҡыярҙарым тәгәрләшеп ята, кәбеҫтәләрем йомарланған, помидорҙарым ҡыҙарған, алма ишелеп уңған. Кәзәләремде, бесәйҙәремде, тоғро дуҫымды — этемде — кемгә ҡалдырырға? "Аллаһ Тәғәләм, мин уҡырға ниәт иттем. Донъямды тапшырып китер кешем юҡ — һәр кемдең үҙ мәшәҡәте. Барыһын да һинең ихтыярға тапшырып, баш ҡалаға юлланам", — тинем дә юлға сыҡтым. Уҡырға инеп, бер ай белем алып ҡайтып төштөм. Бесәйҙәрем, этем ҡаршы йүгереп сыҡты. Йортомда бар нәмәм дә үҙ урынында: әйтерһең дә, кисә генә сығып киткәнмен. Ауылдаштарым, уҡырға инеүем менән ҡотлап, ҡыуанысымды ихлас уртаҡлашты.
Ике курсты тамамлап, әле өсөнсөһөнә барырға әҙерләнеп йөрөйөм, иншаллаһ. Әйләнгән һайын Хоҙайымдан уҡырға барырға насип итеүен һорайым. Был йәштә ғилем үҙләштереү бик еңелдән түгел, әлбиттә, әммә тырышам. Ауылда аяттарға һәм һәр йома мәсеткә йөрөйбөҙ. Апайҙар, еңгәйҙәр, һеңлеләр, уҡыусы ҡыҙҙар дини белем алырға теләк белдергәс, рөхсәт алып, дәрес бирә башланым. Ауыл хакимиәте башлығы Хөрмәт Ҡотошов класс таҡтаһы менән ярҙам итте. Ғәрәп алфавиты яҙылған плакат алып ҡайтҡайным, шуны элеп ҡуйҙым. Шәкерттәрем, хәрефтәрҙе үҙләштереп, уҡырға, яҙырға өйрәнде. Уларҙың күңелендә тыуған дин, Хоҙай, фанилыҡ, баҡыйлыҡ тураһындағы бихисап һорауға бергәләп яуап эҙләнек. IV класҡа уҡырға барған дүрт ҡыҙ дәрестәрҙе ҡалдырмай йөрөнө. Әле береһенә өйөнә барып белем бирәм. Балаларҙы "Ҡөрьән" уҡыусылар ярышында ҡатнаштырыу теләге менән янып йәшәйем.
Шундай һығымта яһаным: баҡһаң, миңә диндән яҙмағандарҙың балалары килә икән. Мәҫәлән, VII класс уҡыусыһы Филүзә Ағурҙинаның ҡартатаһы ошо ауылда мулла булған, IV кластан Гөлсәсәк Бикбованың ағаһы Ырымбур мәҙрәсәһендә уҡып ҡайтҡан. Тағы ла ике ҡыҙҙың нәҫелендә диниҙәр бар. Тимәк, иман да ҡан аша быуындан быуынға тапшырыла.
Ислам — пак дин. Аллаһ Тәғәләгә ышанған кешенең күңеле лә таҙа була. Шайтан әҙәм балаһын насар юлға этәрергә теләй, ә дин юлындағылар уның ҡотҡоһона бирелмәй.
Миңниса ханымдың йөҙөнән күҙемде ала алманым. Шул саҡ хеҙмәттәшем, Әбйәлил егете Радик Өмөтҡужиндың: "Өфө урамдарында оҙон күлдәк кейгән, яулыҡ бөркәнгән ҡатын-ҡыҙ йылдан-йыл күбәйә. Уларҙың йөҙөнән нур бөркөлөп тора", — тигәне иҫкә төштө. Әңгәмәсемдәге ихласлыҡтың, инсафлыҡтың тормошобоҙ, тирә-йүндәге кешеләр өсөн ни ҡәҙәр әһәмиәтле булыуына тағы ла бер инандым.