"Насар юлды һайламаҫ — мин уға ғилем бирҙем"04.10.2013
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
"Ҡөрьән Кәрим"дәге тәүге аят-кәримә "Һине юҡтан бар итеп яратҡан Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!" тигән һөйләмдән башланған. Бойороҡ һөйкәлешендәге ҡылымда ҙур мәғәнә ята, белемдең ҡиммәте һәм һиммәте сағылдырыла.
Аллаһ Тәғәлә Әҙәм ғәләйһис-сәләмде яратып, уға уҡытыусы булараҡ бөтә ғилемде өйрәткән. Был фәрештәләрҙә ҙур борсолоу тыуҙырған. "Эй, Раббым, әҙәм балаһын яратыу ниңә кәрәк булды һуң? — тип өндәшкән улар Хоҙай Тәғәләгә. — Ул уй-ниәтеңде тормошҡа ашырмаһа, Ер йөҙөндә тәртипһеҙлек ойоштороп ҡуйһа, ни ҡылырһың?" "Әҙәм балаһы насар юлды һайламаҫ — мин уға ғилем бирҙем", — тигән яуап ишетелгән. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, тәүге уҡытыусы Аллаһ Тәғәлә менән беренсе уҡыусы Әҙәм ғәләйһис-сәләм башлаған ғилем һәм тәрбиә юлын лайыҡлы дауам итергә бурыслыбыҙ.
Балаға атаһы менән әсәһе ғүмер бүләк итһә, уҡытыусы уны ғилем, мәғрифәт донъяһына етәкләп алып инә. Хатта ки борон-борондан ҡайҙалыр белем алған шәкерттән: "Нимәгә өйрәндең?" — тип һорамағандар, ә остазының кем булғаны хаҡында белешкәндәр. Күҙ алдына килтерегеҙ: скульпторға таш киҫәге алып киләләр, оҫта уны сүкей-сүкей ниндәйҙер һын яһап ҡуя. Шуның шикелле, баланың ниндәй булып үҫеүендә уҡытыусының өлөшө ифрат ҙур.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: "Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрәнегеҙ", — тигән икән, һәр саҡ белемгә ынтылып йәшәргә тейешбеҙ. Ә был донъя ифрат киң, иге-сиге булмаған даръяға тиң.
Шул уҡ ваҡытта, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, белемле кеше бер ваҡытта ла үҙен әллә кемгә ҡуймай, тәкәбберләнмәй, бәлки, ниндәйҙер кимәлдә түбәнселектә ҡала. Быға иң ҙур миҫал — Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙ Хоҙайҙан бирелгән ҙур ғилеме менән һис ҡасан маһаймаған, киреһенсә, уны таратҡан, башҡалар менән уртаҡлашҡан. Әҙәм балаларына ошо күркәм сифаттарҙы һалырға бурыслы уҡытыусыларыбыҙҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Тимәк, уларға иғтибар һәм хөрмәт тә ҙур булырға тейеш.
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, бөйөк һөнәр эйәләренә Халыҡ-ара уҡытыусылар көнөндә генә түгел, һәр саҡ ихтирам күрһәтәйек, йылы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәй, дәртләндереп торайыҡ. Шулай икән, иншаллаһ, йәш быуынды ғилемле лә, тәрбиәле лә итеп үҫтереү ниәтебеҙ емештәрен бирмәй ҡалмаҫ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.