Белгестәр Европаның бензинға түбән хаҡ ҡуйған илдәрен асыҡлаған. Мәҫәлән, 95-се маркалының иң осһоҙо – Белоруссияла (29 һум). Икенсе урында – Ҡаҙағстан (30,2 һум). Нефткә бай Рәсәй ҙә уларҙан ҡалышмай: беҙҙә яғыулыҡтың был төрө яҡынса 31 һум тора.
Ә бына иң ҡиммәт бензин һаман да Норвегияла – уның литры өсөн бында беҙҙең аҡса менән 78,5 һум һорайҙар. Италияла ла АИ-92 арзандан түгел – 74,1 һум тирәһе. Голландияла бер литр яғыулыҡ өсөн 73,8 һумды сығарып һалырға тура киләсәк.
Әммә бензинға хаҡ арзан булып та, халыҡтың йәшәү кимәле түбән икән, бынан ни фәтүә? Мәҫәлән, уртаса айлыҡ эш хаҡына уға күпме яғыулыҡ алып булыуын һанап сығарһаң, бөтөнләй башҡаса күренеш күҙ алдына баҫа. Ул саҡта иң арзан бензин Люксембургта булып сыға. Был ил халҡы үҙенең айлыҡ эш хаҡына 2,3 мең литр яғыулыҡ һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Икенсе урында, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, бензин хаҡы үтә лә ҡиммәт һаналған Норвегия. Бында айлыҡ эш хаҡына 2,2 мең литр бензин килә. Бөйөк Британия халҡы ла иң һәйбәт тәьмин ителгәндәр иҫәбендә – бында айлыҡ килемгә 1,8 мең литрға тиклем яғыулыҡ һатып алып була.
Ә бына иң ярлы автоһәүәҫкәрҙәр Болгарияла (218 литр), Украинала (230 литр) һәм Румынияла (279 литр) йәшәй. Рәсәйгә лә маҡтанырға сәбәп юҡ – беҙҙең халыҡтың айлыҡ эш хаҡына яҡынса 753 литр яғыулыҡ килгәнен асыҡлаған белгестәр.