Номерыңды урлаһалар, борсолма04.10.2013
Тиҙҙән Рәсәй юлдарында штрафтан ҡурҡмайынса номерһыҙ автомобилдә йөрөү рөхсәт ителәсәк, ләкин уны урлатҡан осраҡта ғына.

Ошоға ҡәҙәр машинаһының номеры урланған автоһәүәҫкәрҙәр бик һирәк осраҡта ғына полицияға мөрәжәғәт иткән. Сәбәбе – ҡуҙғатылған енәйәт эше ябылғанға тиклем зыян күреүсегә яңы номер алыу һәм автомобилендә йөрөү тыйыла. Шуға ла күптәр уны юғалтыу тураһында ғына хәбәр итеүҙе хуп күргән, был яңыһын алыуҙы күпкә тиҙләтә икән. Яңы закон проекты ошо хәлде тамырынан үҙгәртеүҙе маҡсат итә. Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡында кодексына бындай төҙәтмә индерелһә, номерһыҙ машинала йөрөү тыйылмаясаҡ, водитель үҙе менән иҫкәртеүсе талон һәм енәйәт эше ҡуҙғатылыуы тураһында ҡарарҙың күсермәһен генә алырға тейеш.


Вернуться назад