Халыҡ һаман "Лада"ға тоғро04.10.2013
Рәсәйҙә 37 миллионға яҡын автомобиль теркәлгән. Был турала "Автостат" агентлығы хәбәр итә.
Тикшереү шуны асыҡлаған: беҙҙең илдә һаман да "Лада"нан да күберәк марка юҡ. Был ғәжәпләндермәй, сөнки ябай халыҡтың йәшәү кимәле лә әллә ни маҡтанырлыҡ түгел. Арзан "Лада" Рәсәй автомобиль паркының 37 процентын биләй, йәғни юлдарыбыҙҙа "АвтоВАЗ" етештергән 13,67 миллион "тимер ат" елдерә. Икенсе урында "Тойота" – 3,13 миллион автомобиль теркәлгән. Ә машина хужаларының 4 проценты өҫтөнлөк биргән "Ниссан" – өсөнсө урында (1,5 миллион). Шулай уҡ алдынғылар рәтендә "ГАЗ" етештергән "Волга" менән "ГАЗель" (1,4 миллион) һәм "Москвич" – бындай маркалағы 1,27 миллион автомобиль һаман да беҙҙең юлдарҙан "йүгерә".
Тағы ла рәсәйҙәр "Шевроле" (1,22 миллион), "Форд" (1,08 миллион), "Хёндай" (1,07 миллион), "Фольксваген" (970 мең), "Мицубиси" (910 мең) маркаларын оҡшата икән.
Быйылғы ғинуар – июнь айҙарында илдә 1 миллион 334 мең еңел машина һатып алынған. Беренселектә һаман да "АвтоВАЗ" – ул 37 177 автомобиленә хужа табыуға өлгәшкән. Иң киң таралғаны – ябай халыҡ өсөн сығарылған арзан "Лада Гранта". Был арауыҡта ошондай 17 005 автомобиль һатылған.
Халыҡ быйыл шулай уҡ "Хёндай Солярис" (10 575 автомобиль) менән "Киа Рио"ға (8047) өҫтөнлөк бирә. Ә бына "Лада Калина"ға ихтыяж ҡапыл кәмегән (-77 процент). Был аңлашыла, ни тиһәң дә, халыҡ уның яңыртылған моделен көтә.