Йүнсел йәштәр – арабыҙҙа30.12.2011
Райондың Туҡан ауылында йәшәүсе Вадим Ҡотлобирҙин исемле эшҡыуарҙы барыһы ла белә. Ул етештергән тауарҙың сифатын халыҡ тиҙ арала баһалап өлгөрҙө.
Бынан ике йыл элек Вадим Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған. Ҡалала ҡалъя әҙерләп ҡуймағандар тип, тыуған яғына ҡайтырға, үҙ эшен асырға ниәтләгән. Уның предприятиеһы ит ярымфабрикаттары етештереү менән шөғөлләнә. Тирә-яҡ ауылдарҙа сеймалдың етерлек булыуын иҫәпкә алғанда, бизнес көйлө генә бара.
Вадим Ҡотлобирҙиндың предприятиеһы итле, шулай уҡ картуф-кәбеҫтәле билмәндәр, хинкали, манты кеүек аҙыҡ-түлек әҙерләй. Яны йылдан һуң хәләл ризыҡ етештерергә ниәтләйҙәр. Йәш эшҡыуар тиҫтәнән ашыу кешегә эш урыны булдырған. Тауары Белорет ҡалаһында һәм ауылдарҙа ла һатыла.
“Белорецкий рабочий”.


Вернуться назад