Күгәрсен районының ғәжәйеп матур төйәгенә килен булып төшкәнгә байтаҡ ваҡыт үтте, әммә тәүге тәьҫораттар ғүмерлеккә ҡала икән. Мине Түбәнге Һаҙ ауылының алсаҡ, ихлас халҡы ифрат йылы ҡаршыланы. Был төбәк йәшел сиҙәмле ыҡсым урамдары, бер-береһенән айырылып тормаған, аҡ балсыҡ менән ағартылған өйҙәре, ихата аръяғындағы балыҡлы йылғаһы һәм киң болондары менән тәү күреүҙән әсир итте. Шул көндән алып күңелемдә уға ҡарата йылылыҡ һаҡлайым. Форсат сыҡҡан һайын Күгәрсен ерендәге осрашыу һәм кәңәшмәләргә ҙур теләк менән юлланам, хатта йәшлегемә ҡайтҡандай булам.
Быйыл йәй ҙә Мораҡҡа ашыҡтыҡ. Юл оҙон, әммә ул һиҙелмәне: тирә-яҡты күҙәтеп, ауылдарҙың төҙөклөгөнә, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Мәләүез ҡалаларының күркәмлегенә һоҡланып барғас, ваҡыт иҫәбе бөтөнләй онотолдо.
Көндәлек эштәрҙе атҡарғас, ҡымыҙ тәмләп ҡарарға тип, Мораҙым тарлауығына ҡуҙғалдыҡ. Бында бер тапҡыр булған кеше тағы килеү яйын эҙләйҙер, сөнки илаһи тәбиғәте һәр кемде әсир итерлек. Күккә олғашҡан ҡаялар, ташты тишеп үҫкән ағастар, саф һауа, төрлө төҫкә инеп, емелдәп аҡҡан йылғаһы.
Матур, ыҡсым ағас йорттоң ап-аҡ тупһаһына аяҡ баҫыу менән, тауышыбыҙҙы ишетеп, алсаҡ хужабикә ҡаршыларға сыҡты. Ҡымыҙ менән ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы белгәс, тәмләп ҡарарға саҡырҙы. Быға саҡлы әллә күпме оҫтаның шифалы эсемлеген татығаным булды, әммә был эшҡыуар ханымдыҡы ҡуйылығы, хуш еҫе менән бөтөнләй айырылып тора ине.
Һүҙем — ике йыл элек Мораҙым ауылында шәхси эшҡыуар булараҡ эш башлаған ғаилә хаҡында. Баймаҡ районында тыуып үҫкән Ильвира Ҡаҙбәкова — ҡымыҙ оҫтаһы. Яҙмышын ошо ауыл егете Әхтәм Ғәлимйән улы менән бәйләп, матур ғаилә ҡорғандар, дүрт балаға ғүмер биргәндәр. Улдары Альберт — Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты, ҡыҙҙары Резида Башҡорт дәүләт университетында юрист һөнәрен үҙләштерә, Айбулат — мәктәп уҡыусыһы, ә Айһылыуға биш кенә йәш әле.
Ильвира бер үҙе ун ете бейәне һауып, ҡымыҙ бешә. Әлбиттә, еңелдән түгел, шулай ҙа тырышлығы менән алдыра уңған эшҡыуар.
– Ҙур оҫталыҡ талап ителгән эшкә тотонорға нисек тәүәккәлләнегеҙ? – тип ҡыҙыҡһындым.
– Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тиҙәр бит. Миңә хәҙер уятыусы кәрәкмәй, беренсе әтәстәр менән бергә уянам. Халыҡтың "Иртәләһәң, ит бешә, һуңға ҡалһаң, бит бешә" тигәненең асылына төшөндөм инде. Таң һарыһынан ҡыбырлай башлаһаң, барыһына ла өлгөрәһең. Баштараҡ бейәләр биш-алты ғына баш ине, хәҙер 17-гә еткерҙек. Был шөғөл минең өсөн яңы түгел, сөнки әсәйем Зәһүрә лә, өләсәйем дә оҫта ҡымыҙ бешеүсе ине. Әле һаман оҫталыҡ серҙәренә әсәйемдән өйрәнәм. Ыҫлап эшләгәндә ҡымыҙ бик тәмле була. Төрлө алым ҡулланып ҡарайбыҙ. Элек халыҡ бигерәк оҫта булған бит, әллә күпме ысул менән яһағандар ҡымыҙҙы. Күптән түгел Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылына барып та тәжрибә туплап ҡайттым. Ҡымыҙҙан ингән килем һәйбәт, шуға тырышабыҙ инде, камиллашабыҙ. Атай нигеҙенә йорт һалып сығыуыбыҙға ла һөйөнәбеҙ, – тип шатлығын да уртаҡлашты ҡымыҙ бешеү оҫтаһы. Әйткәндәй, уларҙың өйө — урамдарындағы иң матур йорттарҙың береһе.
Мораҙым тарлауығында урынлашҡан ял йортона килеүселәр йәйгеһен бермә-бер арта. Хәҙер туристар Ильвираның ҡымыҙлығына туп-тура юл тота. Аҙаҡ тағы ла килергә вәғәҙә биреп, рәхмәт әйтеп китәләр.
Бер урыҫ кешеһенең: «Үҙебеҙҙең башҡорт ҡымыҙына ни етә!" – тип һоҡланыуын да ирмәк итеп һөйләйҙәр.
– Яңыраҡ «Ағиҙел» журналында Рауил Бикбаевтың поэмаһын күргәйнем.
"...Малдар табыла ҡара тирҙәр түгеп,
Намыҫлыға бәхет күктән төшмәй.
Тырыш ҡына түгел,
Зирәк тә бул,
Ҡул менән дә,
Баш менән дә эшлә", —
тип бик тә дөрөҫ әйтә әҙип, — ти Ильвира.
Халҡының ғөрөф-ғәҙәтен тергеҙеү менән мәшғүл йәшәгән замандаштарыбыҙ өсөн һәр саҡ шатбыҙ. Атай-олатайҙар шөғөлөн дауам иткән ошондай ғаиләләр булғанда, ауылдарҙың йәшәйәсәгенә лә ышаныс ҙур. Ҡайҙан аҡса табырға, кемдән ярҙам һорарға тип ултырмай был ауыл кешеләре, ә ҡаршылыҡтарҙы йырып, үҙ ҡулдары менән донъяларын сынъяһау итә.