Киләһе быуынға ни ҡалыр?04.10.2013
Матур тәбиғәтле Ишбулды ауылында донъяға килгәнмен. Ауылым янынан таҙа, саф һыулы Ҡыҙыл йылғаһы аға. Ярҙарында төрлө ағастар үҫә. Бында ҡоштар төйәкләнә, емеш-еләк уңа.
Тик был тәбиғәтте кеше ҡулы бысрата: йылға тирәһенә сүп-сар ташлай, кер йыуған һыуын да шунда түгә; ағасын ҡырҡалар, һындыралар, ҡош ояларын туҙҙыралар, сәскәләрен өҙәләр. Кеше тәбиғәткә ҡарата бер ҙә һаҡсыл ҡарашта түгел. Үҙебеҙ эскән һыуға төкөрәбеҙ түгелме? Тәбиғәтте һаҡламаһаҡ, киләһе быуынға ни ҡалыр? Ошо хаҡта бик уйланырға кәрәк.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы һәр кемдең күңелендә тыуған илгә, ергә ҡарата оло һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә тейеш ине. Ләкин был изге ниәттәр тормошҡа аштымы? Йомарт тәбиғәтебеҙ биргән хазинаны һаҡлап, тәрбиәләп, ҡәҙерләп тотонһаҡсы.