Әйтеп бирергә теле генә юҡ04.10.2013
Тәбиғәтебеҙ бик бай. Ҙур-ҙур урмандарыбыҙ республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең милли байлығының бер өлөшөн тәшкил итә. Өйөр-өйөр йылҡылары, майлап ҡуйған ҡайыштай йыландары, тарбаҡ мөгөҙлө боландары, яҫы табан айыуҙары, шифалы үләндәренең ут йәшеллеге, сәскәләр йәйғоро — барыһы ла бар.
Эйе, өйрәнелгән ҡалып буйынса тәбиғәтте ошолай маҡтауын-маҡтайбыҙ ҙа ул… Ә ысынбарлыҡта ул күптән элекке ҡупшылығын юғалтҡан: урман ҡырҡыла, һыуҙарҙа балыҡ кәмей, һауа төрлө газ, туҙан, радиоактив матдәләр менән ағыулана. Йылғаларҙы мал фермаларының тиреҫлектәре һәм ҡәберлектәре, яғыулыҡ-майлау материалдары ҡалдыҡтары бысрата. Һаҙлыҡтарҙы киптереү йылғаларҙың һайығыуына килтерә. Һөҙөмтәлә Ер йөҙөндә ҡоштар ҙа кәмей. Ете йөҙ төрҙән һикһәне «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән дә инде. Уйланырлыҡмы? Әлбиттә, тәбиғәттә бөтә нәмә лә бер-береһенә бәйле бит. Һаҙлыҡтар кибә икән, бөжәктәр, серәкәйҙәр бөтә. Был инде ҡоштар һанына йоғонто яһай. Уныһы үҙ сиратында — ағастар, үҫемлектәр донъяһына.
Беҙҙең яҙыусылар ҙа экология мәсьәләһен урап үтмәй. Был йәһәттән миңә Ноғман Мусиндың «Мәңгелек урман» дилогияһы ныҡ оҡшай. Автор Урал тәбиғәтенә, урманға – ер биҙәгенә — ғашиҡ. Ул тыуған төйәгенең һулышын тоя. Әҫәрҙә яҙыусы тәбиғәтте йәнләндереп һүрәтләй. «Һыртта — мәңге йәшел ҡарағайҙар. Улар араһынан сыйҙым-сыйҙым ҡара биҙәкле аҡ күлдәк кейгән ҡайындар, йәшел еләнле уҫаҡтар, егет ҡуйынындағы ҡыҙ һымаҡ, оялсан, шым ғына ҡарап ултыра», – тип яҙа. «Үлгән тау урынына тау ҡалҡмай, ҡороған йылға үҙәнен шыр ҡаплай» тигән әйтемдәр ҙә ҡуллана. Был фекерҙәр менән килешәм, сөнки урман сабынлыҡ түгел, йыл да күпереп ҡалҡып сыҡмай.
Яҙ етеү менән, шифалы ҡайын һыуын алырға тип, бөтәбеҙ ҙә урманға ағылабыҙ. Форсаттан файҙаланып, үҙем менән булған хәлде бәйән итәйем. Бала саҡта дуҫтарым менән ҡайын һутына барҙыҡ. Һауыттарҙы ҡуйҙыҡ та туп уйнай башланыҡ. Күпме аҡҡан икән тип ҡарарға барһам, ағасты күреп, уны кешегә оҡшаттым: олоно буйлап күҙ йәштәре тамғандай тойолдо. Үҙемдең уйҙарымды иптәштәремә әйттем. Шул ваҡыттан бирле теге ҡайындарҙы ҡурсалап, һаҡлай башланыҡ, яҙ көндәре дежур торҙоҡ. Бер кеше лә яңылыш аҙымдан азат түгел. Әммә, минеңсә, дөрөҫ юлға баҫыу бер ҡасан да һуң түгел.
Кешеләр, уянығыҙ! Тыңлағыҙ тәбиғәт ауазын! Ул да бит һеҙҙең кеүек әрней, борсола, һөйләшә, тик әйтеп бирергә теле генә юҡ. Әйҙәгеҙ, уны рәнйетмәйек, күҙ йәшен түктермәйек.