ДУҪЛЫҠ ЕБЕ ӨҘӨЛМӘҪМЕ?04.10.2013
КЕШЕ НӘФСЕҺЕ ЭКОЛОГИК ФАЖИҒӘЛӘР КӨҪӘЙ

Бынан теүәл 100 йыл элек үк донъя йәмәғәтселеге киләсәктә тәбиғәттең артыҡ бысраныуынан Ер йөҙөндә йәшәү мөмкин булмаясағын аңлай. Шул уҡ мәлдә ҙур конференция уҙғарыла, экологияны хәстәрләгән төрлө килешеүҙәр төҙөлә. Әммә беҙ ХХ быуатты техник үҫеш көсәйгән ваҡыт тип тә беләбеҙ. Бер рәхәттең бер ҡыйыны булғандай, тәбиғәт өсөн эҙһеҙ үтмәй әлеге үҫеш — шул арҡала Ер йөҙөндәге бар тереклектең юҡҡа сығыуы ихтимал.

Ҡалаға иртәнсәк ауылдан килергә күнеккәнмен. Ошо 45 саҡрымлыҡ юлда ҡарағай тейәлгән дүрт-биш «Урал»ға тап булам һәр саҡ. Бер машинаға 20 ағас тура килгәндә лә, көн дә 80–100 төп ҡырҡыла тигән һүҙ бит был. Урынына шул тиклем ағас ултырталармы икән? Ай-һай! Файҙаһы урындағы халыҡҡа тейһә бер хәл, ләкин табыш сит-яттар кеҫәһенә инеп ята шул. Парадокс: беҙҙең ерҙә башҡалар аҡса һуға булып сыға. Стәрлетамағыма килгәндә, төтөн-томандары менән ҡаршы алған завод-монополистар ҙа бынан ары китмәгән: бысраҡ һыу-һауа – ҡала халҡына, тоҡлап аҡса – предприятие хужаларына. Был йәһәттән республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың урындағы халыҡты яҡлап: «Ошо ерҙә йәшәгән кешеләр өлөшө лә булырға тейеш!» – тип әйткән һүҙҙәренә өмөтләнергә ҡала.
Әйткәндәй, тәбиғәткә ҡарата ситтәрҙең генә түгел, үкенескә ҡаршы, үҙебеҙҙең дә битарафлыҡты күрергә тура килә: юл ситендә сүп-сар өйөмдәре, машинанан «төшөп ҡалған» пластик һауыттар, ризыҡ ҡалдыҡтары тултырылған тоҡсайҙар йыш осрай. Бына бит, 30 минутлыҡ юлда ғына ла тәбиғәткә зыян килтергән күпме күренешкә тап булам. Тик шул уҡ ваҡытта үҙенең автомобиленән сыҡҡан төтөн хаҡында онотто был тип уйлап ҡуйма, мөхтәрәм уҡыусым. Иҫләйем дә, әммә экологик яҡтан таҙа сит ил автомобилендә елдерергә «буй етмәгәс», Рәсәй машинаһында һауаны бысратырға тура килә шул. Ни ат заманы артта ҡалды…
Рәсәй тигәндән, илдәге экологик хәлдең насарайыу кимәле 90-сы йылдар башында юғары нөктәгә барып еткәйне, тип әйтә белгестәр. Дәүләттең иҡтисади көрсөккә килеп терәлеүе экологик фажиғәләрҙән ҡотҡарып ҡалды тигән фекер ҙә яңғырай улар ауыҙынан. Йәнәһе лә, СССР тәбиғәт хаҡында уйлап торманы, ә унан файҙа алыу яғын ғына ҡараны. Ысынлап та, бушлай медицина, түләүһеҙ уҡыу менән генә хәтергә уйылып ҡалманы шул коммунизм заманы — күпме йылға ҡороно, яландар, үҫенте-хайуандар юҡҡа сыҡты. Ә нисәмә кеше зәғифләнде, ғәрип булып тыуҙы? Әммә иҫкене соҡоуҙан ни файҙа? Нефтте кире соҡорға тултырып та, һуҡырҙарҙы күҙле итеп тә булмай шул. Хаталарҙы төҙәткән хәлдә лә, бер-ике ай түгел, йөҙҙәрсә йыл кәрәк буласаҡ. Шуның өсөн киләсәкте хәстәрләгәндә бөгөнгө һөҙөмтәләрҙе уйлап эш итһәк ине. Ә ҡылыҡтарыбыҙ хаҡында алдараҡ әйтеп киттем инде.
Шулай ҙа бер телеканал йә сайтта тәбиғи фажиғәләр менән ҡурҡытһалар, икенселәре тынысландырырға ашыға. Һуңғыларының фекеренсә, экологик технологиялар үҫешә, сәнәғәт магнаттарын йәмғиәт контролдә тота башланы. Мәҫәлән, зарарһыҙ электромобилдәр барлыҡҡа килде. Әммә ҡағыҙҙа — бер төрлө, ғәмәлдә бөтөнләй башҡаса килеп сыға шул. Әйтәйек, әлеге мәлдә Владимир Путин менән Дмитрий Медведев экологик сәйәсәтте нығытырға тырыша. Ғәмәлдә тейешле указ да, аҡса ла бөтә урынға ла барып етмәгән төҫлө. Ҡайһы бер властарҙың үҙ бурысына яуапһыҙ ҡарауы хаҡында төбәк башлығы һаман әйтә килә.
…Бер тирә-яҡҡа, бер күккә, ергә һәм һыуға ҡарайым да, Тәбиғәт менән Кешенең дуҫлыҡ ебе, үкенескә ҡаршы, һаман да йоҡара барыуына инанам. Өҙөлөп китмәгәйе тағы тигән шомло уйҙар ҙа борсой шул мәлдә. Ә кешенең нәфсеһе артҡандан-арта, артҡандан-арта…


Вернуться назад