Енәйәт һәм яза04.10.2013
Алимент түләмәгән өсөн
Өфө ҡалаһының Совет районы буйынса мировой суды 33 йәшлек Е. Андреевҡа ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы.
Ул бәлиғ булмаған ике ҡыҙына алимент түләмәүҙә ғәйепләнә. Суд приставының бер нисә тапҡыр иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, ир эшкә урынлашмаған, ғаиләһенә матди ярҙам күрһәтмәгән. Дөйөм алғанда, уның 470 мең һум самаһы бурысы йыйылған. Суд Андреевты алты айға холоҡ төҙәтеү эшенә йәлеп итергә, эш хаҡының 5 процентын дәүләт файҙаһына тотоп ҡалырға ҡарар иткән.
Иркенән яҙған
Баш ҡаланың Совет районындағы мировой суды Өфөлә йәшәгән ирҙе хөкөм итте.
Асыҡланыуынса, ул быйыл мартта иҫерек килеш таныш ҡатындың өйөнә килеп, ғауға сығарған. "Үлтерәм" тип бысаҡ менән янаған, ҡатындың ҡулын яралаған, быуып туҡмаған. Ултырыш барышында ир үҙенең ғәйебен тулыһынса таныған, ярлыҡауҙы һораған. Хоҡуҡ һаҡлау органы уның иркен сикләргә ҡарар иткән.
Ирина БАЙБУРИНА,
Совет районы прокурорының
өлкән ярҙамсыһы.
Өлөшсөләр һаман иғтибарлы түгел
Башҡортостан Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Туймазылағы “Капиталь төҙөлөш идаралығы” муниципаль унитар предприятиеһына 100 мең һумлыҡ штраф һалынған.
Суд билдәләүенсә, ойошма килешеү төҙөмәйенсә биш өлөшсөнөң аҡсаһын төҙөлөшкә йәлеп иткән. Клиенттар ҡаланың Луначарский урамында төҙөлгән яңы йорттағы фатирҙар өсөн 3,8 миллион һум аҡса түләгән, ә предприятие был туралағы килешеүгә дәүләт теркәүе үткәрмәгән. Әлеге закон боҙолоу осрағы прокурор тикшереүе һөҙөмтәһендә асыҡланған.
Ҡара пакет хикмәте
Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Нижегородка биҫтәһендә 17 йәшлек ике егетте ведомствоға ҡарамаған һаҡ хеҙмәткәрҙәре тотҡарлаған. Уларҙың иғтибарын егеттәрҙең ҡулындағы пакеттар йәлеп итә. Һөҙөмтәлә, уларҙа 25 мең һумлыҡ тәмәке блоктары, газлы эсемлектәр һәм һағыҙ табыла.
Эш былай була: төндә урамда йөрөгән егеттәр киоск янынан үтеп барышлай уны таларға була. Урланған тәмәке һәм һағыҙҙарын пакеттарға һалып, енәйәт урынынан ҡасалар. Тик һиҙгер хеҙмәткәрҙәр иртәнге 7-лә урамда йөрөгән егеттәрҙе тикшерергә була һәм яңылышмай. Үҫмерҙәрҙе полиция бүлексәһенә килтергәс, икеһенең дә бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекцияла иҫәптә тормауы асыҡлана. Уларҙың береһе — училищела, икенсеһе мәктәптә уҡып йөрөй. Әле егеттәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Йәнә ике клуб ябылды
2 октябрҙә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының полиция хеҙмәткәрҙәре тағы ике уйын клубын япҡан. Барлығы 15 берәмек уйын автоматы тартып алынған.
Ике клуб та Өфө ҡалаһында эшләгән. Береһе — Левитан урамындағы 8-се, икенсеһе Мушников урамындағы 13/2-се йортта урынлашҡан.