Ә һеҙҙең кредитҡа мөнәсәбәтегеҙ нисек?04.10.2013
Айнур АҘНАҒОЛОВ:
— Кредитҡа ҡарашым ыңғай. Студент булғас, бер нисек тә аҡса йыйып булмай, ваҡ-төйәккә тотонола. Үҙегеҙ беләһегеҙ, хәҙерге заманда ноутбукһыҙ "ҡулһыҙ" кеүекһең, бер туҡтауһыҙ контроль эш, реферат, курс эштәрен биреп торалар. Шуға ла кредит һораным, юғары стипендия алғас, бурысты ла ҡапларға етә.
Гөлнур ВӘЛИЕВА:
— Башҡаса банк юлына аяғымды ла баҫмайым. Ирем менән мебель алырға барғайныҡ, аҡса етмәне лә ҡуйҙы. Магазин хеҙмәткәрҙәре уны кредитҡа алырға күндерҙе. Бурысты ваҡытында ҡайтарып барҙыҡ. Бер көн ни күрәйек, аҡса түләмәгәнһегеҙ, бурысығыҙ бар, тигән ҡағыҙ килеп төштө. Һәр түләнмәгән көнгә — 600 һум штраф, 7 көн өсөн 4 200 һум иҫәпләгәндәр! Банкка шылтыратҡайныҡ, аҡса күсмәне, тинеләр. Банк хеҙмәткәрҙәре көн һайын шылтыратып, төрлөсә ҡурҡытып, уйлап сығарылған штрафты түләтте.
Сара ДӘҮЛӘТОВА:
— Кредит менән бер ҡасан да эш итергә тура килмәне һәм киләсәктә лә алмаҫмын тип уйлайым. Бурысҡа алынған әйбер үҙеңдеке түгел һымаҡ. Шулай уҡ банктарға ла ышанып бармайым. Түләргә хәлең етмәһә, һуңғы салбарыңды ла һалдырып алырҙар.
Ләйсән ҒАРИПОВА:
— Кредит, әлбиттә, шәп нәмә ул. Теләгән әйбереңде алам тип йылдар буйы хыялланып йөрөргә түгел, әммә бының аҙағы нимә менән бөтөрөн уйларға кәрәк. Өй һалырға тип 300 меңлек ссуда алғайныҡ. Тәүҙә ирем дә, үҙем дә эшләп йөрөгәс, барыһы шыма барҙы, иғәнәләрҙе ваҡытында индерҙек. Ә бер ни тиклем ваҡыт үткәс, эштә ҡыҫҡартыу менән ҡурҡыта башланылар. Кредитты түләй алмаҫбыҙ тип төшөнкөлөккә бирелдем. Хатта дауаханала ятып сыҡтым. Аҡсаны алған саҡта бындай ауырлыҡтар килеп сығырын күҙаллап булмай шул.
Айҙар ҒӘЛИУЛЛИН:
— Бер йыл элек, балаларымдың кәңәшен тотоп, кредитҡа һыуытҡыс алдым. Хәҙер шуны уйлайым да күңелем ҡырыла. Иҫәпләп ҡараһаң, үҙенең хаҡынан ике тапҡырға артыҡ түләгәнмен бит! Балалар ҙа машинаны бурысҡа алды. Хәҙер шул кредитты ҡаплайым тип, ал-ял белмәй эшләйҙәр. Йәл дә, ярҙам да итә алмайым, пенсиям наҡыҫ.