Атайҙарға – дан!30.12.2011
Иҫке Собханғол ауылында үҙенсәлекле сара – атайҙар конференцияһы ойошторолдо. Уны район үҙәгендәге урта мәктәп коллективы һәм уҡыусылары әҙерләгән.
Сараның маҡсаты – атайҙарҙың абруйын күтәреү, уларға ҡарата хөрмәт тойғоһон тәрбиәләү, уларҙың ғаилә, йәмғиәт именлеге өсөн яуаплылығын арттырыу.
Мәктәп директоры Гәрәй Йомағолов һәм уҡытыусылар сығыш яһағандан һуң, ирҙәр тәрбиәүи мәсьәләләр тураһында әңгәмә ҡорҙо, йәнле һөйләшеү барышында аныҡ миҫалдар килтерелде, төрлө фекерҙәр яңғыраны. Сараның аҙағында балалар ҡәҙерле кешеләре өсөн әҙерләгән тамаша күрһәтте.
“Таң”,
Бөрйән районы.


Вернуться назад