Милли ғорурлығыбыҙ19.11.2011
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына — 70 йыл
Һин һыбайға, ҡамытҡа күндер әле, тип, Миңлеғәлегә тапшыра. Үтенесен үтәй, өйрәтеп бирә, ҡулынан килгәс ни. Шунан китә абруйы — тай үҫтергән кешеләр Стәрленән дә, Өфөнән дә килә тора.
Миңлеғәленең гармунға әүәҫлегенә лә Ғилметдин бай сәбәпсе булған. Уның өс малайы үҫә, бай уларға гармун алып бирә, ләкин малайҙарҙан фәтүә сыҡмай ҙа ҡуя. Аңлашыла ки, тыумыштан бирелмәгән оҫталыҡты таш ярып та сығарып булмай. Гармунды Миңлеғәле ара-тирә тотҡолай. Бай ҡолаҡ һала: моңо бар бит был малайҙың! Көндәр үтә килә апаруҡ һыҙҙыра башлай. Бай, тағы бер гармун алып ҡайтып, быныһын Миңлеғәлегә тоттора. “Был үҙеңә булһын, уйна, улым”, — ти. Һис өмөт итмәгәндә бирелгән бүләктән малайҙың түбәһе күккә тейгәндәй була. Киске сәғәттә ауыл урамдарына моң тарала.
Хәҙер уның ат ҡуналары яңы төҫ ала. Усаҡ яҡтыһында көй-моң һуҙа ялсы малай. Миңлеғәле гармунын һис ҡалдырмай, хатта туй һәм мәжлестәргә саҡырылыусыға, ауыл аҡһаҡалдарын үҙенә ҡаратырлыҡ үҫмергә әйләнеп китә.
Төнгө утлауға сығарылған аттар ҙа аңлай уның гармун телен. Болонға килеп етеп таралырға ҡушҡанда, Миңлеғәле бер көйҙө, иртән “хужа” янына тупланырға булһа — икенсеһен, ә ҡайтҡанда өсөнсөһөн уйнай.

* * *

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, Украинаның Ворошиловград һәм Краснодон ҡалаларын дошмандан азат иткәндә, 3-сө армияға ҙур ярҙам итә. 8-се кавалерия корпусы составында (баштан уҡ шунда) тәрән рейдҡа ингәндә тыл обозы айырылып ҡала, аҙыҡ-түлек, фураж тиҙ бөтә, боеприпас һанаулы ҡала. Шуға ҡарамаҫтан, башҡорт егеттәре хәрби заданиены уңышлы үтәп сыға. Беҙҙең корпусты Чернухино ауылы тирәһендә генерал-фельдмаршал Манштейндтың бер нисә дивизияһы ҡулсаға ала. Немецтар “гвардия корпусын тар-мар иттек” тип донесение ебәрә, хатта “Дойче Вайтунг” гәзитендә был турала алдап яҙалар. Ә самолеттан ташланған листовкаларҙа “һеҙҙе уратып алдыҡ, ҡотолоу сараһы юҡ, бирелегеҙ” тип саҡыралар. Ысынлап та, немец тылындағы атлы ғәскәрҙең хәле ахыр сиккә етә. 3-сө армия һәм Көньяҡ-Көнбайыш штабынан 17 көн эсендә ни бары бер самолет килеп, 8-се кавалерия корпусына һәм барлыҡ частарға “гвардия” исеме бирелеүе тураһында приказ килтерелә. Был хәл 14 февралдә Ворошиловград һәм Краснодон ҡалаларын немецтарҙан ҡайтарып алыу, тарихи уңышта 3-сө армия ғәскәрҙәренең уңышына юғары баһа бирелеүен асыҡ дәлилләй. Донбассты, уның индустриаль үҙәктәренең береһе булған Ворошиловградты азат итеү дошмандың бәкәленә һуғыуға тиң ине. Гитлер үҙенең Запорожьелағы кәңәшмәләрендә, Донбасс төбәген ҡулдан ысҡындырыу Германия сәнәғәте өсөн һәләкәткә бәрәбәр буласаҡ, тигән. Был уңышһыҙлығынан һуң Манштейн, вазифаһынан бушатылып, аҙаҡҡаса эшһеҙ ҡала.
Гвардия исемен алғас, беҙҙең дивизияға 16-сы һан бирелә. 18 февралдә корпус командованиеһына һис юғында “партизанлыҡ формаһында хәрәкәт итеү” мөмкинлеге бирелә. Ләкин урманһыҙ, террикондарҙан башҡа ышыҡ урындары булмаған, немец ғәскәрҙәре мыжғып торған төбәктә ниндәй партизанлыҡ булыуы мөмкин? Корпус командиры генерал Борисовтың яҡындары ҡамауҙан сығыу кәрәклеген дәлилләй. Ләкин эскелеккә һабышҡан Борисов ҡамалыуҙан сығыуҙы ойоштороу бурысын 16-сы гвардия дивизияһы командиры, бер үк ваҡытта корпус командирының беренсе урынбаҫары генерал Шайморатовҡа йөкмәтергә була.
Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә ашығыс план төҙөлә һәм 19-сы февралгә ҡараған төндә 7-се гвардия кавалерия корпусының төп көстәре Чернухиноны ҡалдырып китә. Ҡаланан сығыу юлы тәрән соҡор аша үтә. Атлылар бер-бер артлы ҡайтыу юлына сыҡҡанда, иң арттағы төркөм немецтарға ҡарап ут аса. Ғәскәрҙәр тауыш-тынһыҙ тигәндәй, ҡулсанан сығып ҡотола.
Немецтар таң алдынан быны һиҙеп ҡала, разведка беҙҙекеләрҙең Дебальцево ҡалаһын урап киткәнлеген самалай, шунда уҡ бер полк икенсеһенә артиллерия уты яуҙыра башлай һәм уға ҡаршы теге яҡтан да ут асалар. Атыш бер сәғәт бара. Күҙҙәрен асып ҡараһалар, ике немец полкы үҙ-ара ҡыйратышҡан булып сыға.
Кавалеристарҙың Чернухино — Дебальцево рейдында иң мөһим һаналған тимер юл төйнәлешен ҡулға төшөрөүе, төрлө йүнәлештәрҙә тимер юлды емереүҙәре, дошман эшелондарын юлдан ҡолатып юҡ итеүҙәре Ворошиловград операцияһына ыңғай йоғонто яһай ҙа инде. Был уңыштарҙың төбөндә башҡорт атлыларының, генерал Шайморатовтың тапҡырлығы, хәрби оҫталығы ята.
...2009 йылда Башҡортостан делегацияһы Чернухинола булғанда, казактар саф-саф теҙелеп, беҙҙе ихлас алҡышланы. Атлыларға ҡуйылған мөһабәт һәйкәл янында митинг булды, әруахтар рухына Ҡөрьән аяттары уҡылды (тарихта беренсе тапҡыр!). Казактар үҙ сығышында башҡорт яугирҙәренең батырлығына һоҡланыуын йәшермәне. Атаман Александр Крамаренко Шайморатовтың тактик оҫталығы тураһында Фрунзе исемендәге хәрби академияла уҡыған сағында ишетеп таң ҡалғанлығын хәтергә төшөрөп торҙо. “Үҙем Чернухинонан булғас, — тине ул, — Шайморатов исеме яҡшы уҡ таныш ине. Уны профессор ауыҙынан ишетеү икеләтә шатлыҡ булды. Шайморатовтың немец ғәскәрҙәре ҡулсаһынан анһат ҡына сығып ҡотолоуын юғары баһалауы миндә ғорурлыҡ тыуҙырҙы”...
Рейдтан сыҡҡан юлда беҙҙең яугирҙәр түҙеп торғоһоҙ ас, 17 көн буйы йылы өйҙә булғандары юҡ, аттар ағас ботаҡтарын ашай, һалдаттар ҙа уларға эйәреп бөрө сүпләй. Ул ғынамы, армия штабынан фәлән ауылда дошман гарнизонын ҡыйратырға, “фәлән урында тағы...” тигән бойороҡтар килә тора. Тик вәғәҙә ителгән танк һәм мехдивизиялар ғына юҡ та юҡ. Көс-хәлдәре һуңғы сиккә еткән йәйәүле кавалеристар һаман үҙҙәре генә һуғышыуҙы дауам итә.
1943 йылдың 23 февраль таңы алдынан Шайморатов, аҙымдарын һанарлыҡ та көсө ҡалмаған һалдаттарға ҡарап, йөрәге әрнеүенән ваҡытлыса штаб урынлашҡан йортҡа инә һәм яҡындары менән кәңәш ҡора.
Фронт һыҙығына тиклем ҡыҫҡа ғына ара ҡалған. Уны ҙур юғалтыуһыҙ үтеү өсөн алда ни ятҡанын асыҡлау мөһим. Разведка үткәреү һәм көстәрҙе туплау өсөн бер тәүлек ваҡыт кәрәклеге билдәләнә. Ошо талап комкор Борисов алдында ла ҡабатлана. Ләкин ҡайҙа ул, әле аҡылын туплай алмаған Борисов: “Проход свободен! Разведка произведена”, — тип екеренә һәм Шайморатовҡа пистолеты менән янай.
Был осрашыуҙан Шайморатовтың ҡобараһы оса. Тимәк, дивизияны күрәләтә ут эсенә тыҡмаҡсы. “Былай булғас, дошман тылында һуғышып йөрөп тә иҫән ҡалған ыласындарымды ут ямғыры аҫтына үҙем алып барырға тейешмен”, — тигән шомло уйҙар килә уның башына.
Приказды үтәп, ул Борисов күрһәткән йүнәлештә юл ала, әммә дивизияны башҡа юлдан алып барырға бойора.
...Бер нисә минуттан немец автоматтары телгә килә. Шайморатов дошман менән йөҙгә-йөҙ килеп һуғышҡанда һәләк була, ә дивизия штаб начальнигы полковник И.И. Голенев ҡарамағында (Шайморатов приказына ярашлы) хәүефһеҙерәк юлды һайлай. Үҙ-үҙен һәләкәткә алып барыу иҫәбенә Шайморатов дивизияның ҡалған көстәрен һаҡлау сараһын күрә.
Был көн аҡылын туплай алмаған генерал Борисов өсөн генә түгел, уның яҡындары, күп һанлы яугирҙәр өсөн дә фажиғәле була. Ҡайҙа юл тотҡанын самалай алмаған Борисов дошман ҡулына барып инә.
Ҡояш яҡтыһын ҡаплар өсөн күк йөҙөндә шәл самалы болот та етә. Ғорур комдив Шайморатов өҫтөнә төшкән шик болот түгел, ҡара тап булып оҙон-оҙаҡ йылдар үҙ көсөндә ҡала килә...

* * *

Тамбов губернаһында Антонов бандаһына ҡаршы көрәш тамамланғандың һуңында Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатов Людмила Степановна Утешева исемле сибәркәйгә өйләнә. 1927 йылда ҡыҙҙары тыуа, уға Октябрина тип исем бирәләр. Октябрина һөйләүенсә, ирле-ҡатынлы Шайморатовтар бик матур йәшәй, ләкин икенсе мәл, ҡыҫҡа ваҡытлы командировка ваҡытында, Людмила Степановна бер генералға кейәүгә сыға, ҡыҙын үҙе менән ала. Шайморатов Ольга Павловна исемле ҡатынды ҡыҙы Нина менән бергә ала. Сабыйҙы үҙ балаһылай ярата, тәрбиәләй. Ольга Павловна ире янына фронтҡа килгеләй, 1948 йылда генерал Шайморатовҡа Штеревка ауылында эксгумация яһағанда ла килә.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, Шайморатовҡа бәйле ғәҙеллек эҙләгәндә, “Дойче Вайтунг”тың 1943 йылда февраль аҙағында сыҡҡан һандары шулай уҡ ярҙам итте. Эйе, Борисовтың әсирлеккә төшөүе тураһында яҙылған, ә Шайморатов — юҡ.
Эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе булараҡ, 2009 йылда “Данлы атлылар юлынан” халыҡ-ара акцияһы ойошторолдо. Ошо юлдарҙың авторы төҙөгән ижади проект Мәҙәниәт министрлығы тарафынан хупланды һәм Башҡортостан Президенты грантына лайыҡ булды. Акция ваҡытында Петровское ҡалаһы уртаһында Башҡорт атлылары скверына ағастар ултыртылды (бер өлөшөн Өфөнән алып барғайныҡ), 13 тонналы таш-һәйкәл ҡуйылды. Шайморатов һәләк булған ҡаяға ла иҫтәлекле таҡтаташ беркетелде. Шул урында митингтар үткәрелде, Ҡөрьән аяттары уҡылды. Украина халҡы һәм түрәләре был акцияны бик теләп, хуплап ҡаршы алды.

* * *

Беҙ малай саҡтарҙа ауылдаш ағайҙарҙың Шайморатов тураһында йөрәкһенеп һөйләгәндәре хәтерҙә. Унан килеп, Заһир Исмәғилев менән Ҡадир Даян ижад иткән “Шайморатов генерал” йыры күңелдәргә һарылды. Биштәкә ауылын Шайморатов исеменә үҙгәртеп, унда ғына түгел, Өфөлә — Еңеү паркында һәйкәлдәр ҡуйыу шулай уҡ мәшһүр яҡташыбыҙҙың исемен данлауҙа һиҙелерлек аҙым булды.
Еңеү көнөн яҡынайтыу, илебеҙҙе фашистарҙан таҙартыу өсөн Шайморатов бөтәһен дә эшләгән, ғүмерен, ғәзиз башын һалған. Халыҡта ғорур яҡташыбыҙ Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатовты рәсми рәүештә Герой итеп күреү теләге һүнгәне юҡ, арта ғына бара. Хәрби Дан музейында уның легендар командир, тиңдәшһеҙ батыр икәнлеген раҫлаған материалдар тупланмаһы уны рәсми органдар аша эшкә ҡушыуҙы көтөп ята. Аңлауымса, генерал Шайморатов тураһындағы наградалау эше яҡын арала яңынан ҡуҙғатылырға тейеш. Республикабыҙ абруйы өсөн бының әһәмиәте ҙур.
“Ватаныбыҙ ғорурлығы — генерал Шайморатовтың исеме милли геройҙарыбыҙ Салауат Юлаев һәм Кинйә Арыҫланов менән бер рәттә тора, — тип билдәләй үҙенең талапсанлығы менән киң танылған яҡташыбыҙ генерал Ростислав Имам улы Сибәғәтуллин. — Командир булараҡ, Шайморатов еңелеү белмәгән тип әйтеп булмай, әммә фажиғә ихтималлығын киҫәтә белгән”.
Рәсәйҙең именлеге, халыҡтың азатлығы өсөн йәнен фиҙа ҡылған баһадирҙар элгәре дәүерҙәрҙә аҙ булманы, ләкин береһе лә Рәсәй Хөкүмәте тарафынан данға сығарылманы. Исмаһам, Шайморатовты өҫкә, юғарыға сөйөп, был йәшәп килгән ғәҙелһеҙлеккә сик ҡуйһаҡ ине.
Фәрит ВАХИТОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.


Вернуться назад