Конкурс дауам итә04.10.2013
Конкурс дауам итәТирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арнап, «Йәшәйеш – ул үҙе бер ғүмер» тип исемләнгән фотоһүрәттәр конкурсы иғлан иткәйнек. Ебәрелгән эштәр гәзит биттәрендә донъя күрҙе.

Йәшел йортобоҙға ҡарата һаҡсыл, ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған бәйге бөгөндән алып «Был — минең ғәзиз төйәгем!» исеме аҫтында баҫманың сайтында (bash.bashgazet.ru) дауам итәсәк. Йыл тамамланыуға ла оҙаҡ ваҡыт ҡалманы. Һеҙ ошо йүнәлештә ниндәй изге эштәр башҡарҙығыҙ, матур саралар үткәрҙегеҙ? Был башланғыстарҙы, тәбиғәткә һөйөүегеҙҙе сағылдырған фотоларҙы гәзиттең [email protected] электрон адресына ебәрегеҙ. Еңеүселәр йыл аҙағында билдәләнәсәк.


Вернуться назад