Тәүәккәл тәүәкәндәр02.10.2013
Тәүәккәл тәүәкәндәрҺәр төбәктә лә үҙенең тыуған яғын күтәреүсе, уға дан килтереүсе алдынғы хужалыҡ йәки ойошма була. Мәҫәлән, Күгәрсен районында "Тәүәкән" дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы республика кимәлендә ойошторолған конкурстарҙан йыш ҡына призлы урындар алып ҡайта.
Хужалыҡтың эшмәкәрлеге тураһында директор урынбаҫары Азамат Хисмәтуллин шулай тип һөйләне:
— Төрлө йүнәлешкә йөҙ бороуыбыҙ, бер юлы бер нисә тармаҡты тигеҙ алып барыуыбыҙ – заман талабы. Бер мең ярым баш һыйыр малы бар, шуның өстән бер өлөшө тирәһе — һауын һыйыры, уларҙы арттырыу тәңгәлендә эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. “Һыйырҙың һөтө — телендә” тигәнде һис кенә лә оноторға ярамай. Голштин-фриз тоҡомлоларын арттырыуға өҫтөнлөк бирәбеҙ.
Һөт эшкәртеү цехын төҙөп оттоҡ. Төрлө ҡуйылыҡтағы һөт, ҡаймаҡ, шулай уҡ ҡатыҡ, ҡорот, май һәм башҡа ризыҡ магазин кәштәләрендә оҙаҡ ятмай. Сменаһына ун тоннаға ҡәҙәр һөт етештерелә. Технолог Эльвира Таһирова ҡул аҫтындағы хеҙмәткәрҙәре менән етештереүҙе арттырыу, бигерәк тә сифатты Тәүәккәл тәүәкәндәряҡшыртыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Һөт эшкәртеү миҙалдың бер яғы булһа, уны һатыуға сығарыу – икенсе яғы. Күмертау, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларына, Ырымбур өлкәһендә сират тороп алалар уны, ә инде Ейәнсура менән Күгәрсен райондарында һатыу итеүебеҙ тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ни өсөн тик беҙҙекенә генә ихтыяж ҙур? Сөнки һөт аҙыҡтарына бер нәмә лә ҡушылмай.
Тәүәккәл тәүәкәндәрИгенде юғалтыуһыҙ йыйып алыуға өлгәштек. Иген культураларының тулайым йыйымы 42306 центнер тәшкил итте, гектар ҡеүәте – 15 центнер. Баҫыу батырҙары Рәфис Яппаров, Мансур Иҫәнғәлиев, Фәнүр Сәлихов, Ишбулат Шаһивәлиев, Ришат Рыҫмөхәмәтов, Әнүәр Ғәббәсов, Илшат Әбдрәхимовтар айырыуса ҙур уңғанлыҡ күрһәтте.
Бөгөн картуф ҡаҙыу ҡыҙыу бара. Гектарынан 250 центнерҙан ашыу алабыҙ. Йәшелсәне һаҡлау талабы үтәлә. Әйткәндәй, картуф таҙартылғандан һуң 5, 10, 20 килограмлыҡ тоҡтарға тултырылып һатыуға сығарыла.
Дөйөм алғанда, эшсәндәр өсөн дәртләндереү сараһы булғас, һәр кем тырыша, шуға күрә иҡтисади күрһәткестәр ҙә юғары.


Вернуться назад