Кешене өмөт йәшәтә02.10.2013
Кешене өмөт йәшәтәРеспублика перинаталь үҙәгенә тәү тапҡыр килеүебеҙ түгел. Был юлы пациенттар ағымы айырыуса көслө төҫлө тойолдо. Йәш, матур парҙар ҙа, көслө ир заты ла ярайһы. Хәйер, үҙенең ун йыллыҡ үҫеш дәүерендә әллә күпме заманса технологиялар, яңы дауалау ысулдары үҙләштерелгән дауахана республикала берҙән-бер өмөт утрауы ла баһа...

— Ултыр, һеңлем, аяҡтарың талғандыр, — тип эргәһенән урын тәҡдим итте сумаҙан, сумкаларға күмелгән оло йәштәрҙәге апайҙарҙың береһе. — Ҡайҙан һеҙ? Алыҫтан килгәнһегеҙ икән тип торам да баһа. Ә беҙ улым менән — Яңауылдан. Ниңә иртәрәк ҡуҙғалманыҡ икән тип үкенәм. Ике йыл торалар инде килен менән, һаман да бәпәйҙәре юҡ. Әллә күпме файҙалы мәғлүмәт алдыҡ, бер беҙ генә дауахана юлында йөрөмәйбеҙ икән, ифрат күп халыҡ. Әле улым анализдар биреп йөрөй. Аллаһы бирһә, барыһы ла яҡшы булыр, кәрәкһә, дауаларҙар, бында ишетеп-күргәндәрҙән һуң табиптарға ышанысым ныҡ артты.
Улына иптәшкә эйәреп килгән Анастасия апайҙың өмөттәре аҡлана күрһен инде. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен йыш ҡына тәнҡитләһәк тә, ғәҙәти тойолған күпме яңылыҡтың шаһитыбыҙ бөгөн. Тыуымды арттырыу, дәртләндереү, әсә һәм баланың сәләмәтлеген нығытыу, хәстәрләү буйынса илдә күпме эш башҡарыла, Кешене өмөт йәшәтәфинанс бүленә — был хаҡта ишетмәгән-белмәгән кеше һирәктер. Кисә хыялдай тойолған, әкиәткә тиң ваҡиғалар ғәҙәти күренешкә әүерелде.
Хәтерегеҙҙәме, бынан 35 йыл элек Англияла пробирка эсендә яралған (ЭКО ысулы ярҙамында) Луиза Браун исемле ҡыҙҙың тыуыуы бөтә донъяны шаулатһа, 1986 йылда Рәсәйҙә ошондай медицина ысулы менән тыуған Ленаның яҙмышы күптәрҙе тетрәндерҙе. Шулай ғынамы... Тәбиғәт ҡанундарына ҡаршы барғандай тойолған ваҡиғаны аҡылыбыҙ менән дә, күңелебеҙ менән дә ҡабул итә алмауыбыҙ бөгөнгөләй иҫтә.
Өфө ҡалаһындағы Республика перинаталь үҙәгенә аяҡ баҫыу менән: "Ошо мөғжизәле йортта күпме Луиза һәм Леналар тормошҡа путевка алды икән? Бала табыуҙан мәхрүм күпме ғаилә көтөп алынған сабыйын ҡосағына алыу бәхетенә өлгәшкән? Барыһы ла һау-сәләмәт булып, ата-әсәһенең өмөтөн аҡлай алдымы?" — кеүек бихисап һорауҙың башта өйөрөлөүе ғәжәп тә түгелдер, сөнки "яһалма" һүҙе беҙҙе һәр саҡ өркөтә, күңелгә шик-шөбһә өҫтәй. Үҙәктең ярҙамсы репродуктив технологиялар бүлеге мөдире Рәмилә Үҙәнбаева менән әңгәмәләшеү күп һорауҙарыбыҙға асыҡлыҡ индерҙе лә инде. Бүлек хеҙмәткәрҙәренең төп маҡсаты — түлһеҙ ғаиләләргә ярҙам итеү. Мәсьәлә беҙ уйлағандан күпкә ҡатмарлыраҡ икән: республикала репродуктив йәштәге һәр алтынсы ғаилә түлһеҙлектән яфалана.
— Беҙ бөгөн дүрт программа буйынса эшләйбеҙ. Әлегәсә йылына йөҙ кешегә бушлай ЭКО процедураһы үткәреп килдек. Ә быйыл ошо маҡсатҡа 300 квота бирелде. Аҙмы-күпме был? Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, ЭКО ысулына әле 1 628 кеше сиратта тора, ихтыяж һис кәмемәй, — тип һөйләй Рәмилә Оморҙаҡ ҡыҙы. — 2007 йылда республикабыҙҙа тәүге тапҡыр эко-сабыйҙар — ике малай, бер ҡыҙ — донъяға килде. Уларҙың ҡул арты еңел булды, күрәһең, алты-ете йыл эсендә ошондай медицина ысулы менән бер меңдән ашыу бала тыуҙы.
Икенсе программаға ярашлы, федераль бюджет иҫәбенә (абсолют түлһеҙлектән тыш) башҡа төрлө сәбәптәр һөҙөмтәһендә түлһеҙлеккә дусар булғандарға 30 процедура эшләнә.
Өсөнсө программа буйынса пациенттарҙы Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары дауаханаларына оҙатабыҙ. Дүртенсе программа түләүле хеҙмәттәр күрһәтеүҙе күҙ уңында тота.
Кешене өмөт йәшәтәЯңыраҡ ир-ат түлһеҙлеген дауалау ҡорамалы һатып алдыҡ. Бик үҙенсәлекле, аппарат. Ғөмүмән, көслө заттың сәләмәтлеге — көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Беҙҙең бүлеккә мөрәжәғәт иткән парҙарҙы тикшереү һөҙөмтәһендә түлһеҙлек сәбәбенең тап яртыһы тиерлек ирҙәрҙә булыуы асыҡланды. Элек-электән халыҡта бала табыу функцияһын тик ҡатындарға ғына ҡайтарыу ғәҙәте булды. Ғаиләлә бала булмаһа, ҡатын-ҡыҙ ғәйепле һаналды. Ир-аттың сәләмәтлеге бигерәк тә нескә, йомшаҡ. Түлһеҙлектең сәбәптәре медицина күрһәткестәре буйынса егермегә яҡын.
Бер генә миҫал. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында ир-аттың енси күҙәнәктәре 60 миллион самаһы иҫәпләнһә, хәҙер уларҙың ныҡ кәмеүе күҙәтелә, бары 15 миллион тирәһе генә. Бик сетерекле, етди мәсьәлә был. Өс йыл элек донорлыҡҡа дәғүә иткән 16 студенттың сәләмәтлеген тикшерҙек. Ҡарап тороуға шап-шаҡтай, мыҡты, көслө егеттәрҙең береһе лә донорлыҡҡа "имтихан"ды үтә алманы. Һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ.
Һиҙеп торам, донорлыҡ мәсьәләһенә һағайыбыраҡ ҡарайһығыҙ. Этик яғы ла икеләндерә торғандыр. Әммә бала тәрбиәләү теләге көслө булған парҙар өсөн түлһеҙлек фажиғәгә тиң. Улар бер мөмкинлекте лә ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырыша. Сәләмәтлек торошона ҡарап, кемдер суррогат әсәлекте, кемдер ЭКО ысулын, ә кемдер донорлыҡты һайлай. Тикшеренеү үтеү өсөн генә үҙәккә алты-ете тапҡыр киләләр, маҡсаттарына ирешеү өсөн бөтә ҡаршылыҡтарҙы ла еңергә әҙерҙәр.Ҡыҫҡаһы, түлһеҙлек — бөгөн хөкөм түгел, уны дауалап була, бары һуңларға ярамай, үҙәк белгестәренә ваҡытында мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Учреждениеның баш табип урынбаҫары Марина Никифорова әйтеүенсә, республика перинаталь үҙәгенең яҙмышы медик-генетик консультация һәм ғаиләне планлаштырыу үҙәге үҫеше тарихы менән тығыҙ бәйле. Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһы базаһында ойошторолған медик-генетик консультация ҡарындағы сабый күҙәнәктәрен ультратауыш сканерлауы һәм цитогенетик тикшереүе ярҙамында нәҫелдән килгән сирҙәрҙе диагнозлауҙы, яңы ғына донъяға килгән ҡыҙ һәм малайҙарҙы фенилкетонурия кеүек үтә хәүефле сирҙе асыҡлауҙы хәл итте. Неонаталь скрининг лабораторияһы төҙөлдө, сабыйҙарҙы тыумыштан килгән гипотиреоз сиренә тикшереү юлға һалынды. Шулай итеп, был йылдарҙа тыумыштан һәм нәҫелдән килгән сирҙәрҙе асыҡлау, өйрәнеү киң ҡолас йәйҙе.
Ғаиләне планлаштырыу үҙәге асылғас, төбәктә аборттарҙы кәметеү, парҙарҙың репродуктив сәләмәтлеген һаҡлау маҡсатында ойоштороу эше башлана. Үҫмерҙәргә медицина ярҙамы күрһәтеү, йәштәрҙе никахҡа әҙерләү, түлһеҙлекте дауалау... Белгестәр ҡолас етмәҫлек эшкә дәррәү тотона. Һөҙөмтә лә көттөрмәй: республикала аборттар кимәле 3,5 тапҡырға кәмей. Әммә 15–19 йәшлектәр араһында хәлдең һис тә яҡшы яҡҡа үҙгәрмәүе белгестәрҙе борсоуға һала.
2003 йылда йөклө ҡатындарға юғары квалификациялы ярҙам күрһәтеү маҡсатында Республика перинаталь үҙәге төҙөлә. Бында йәштәр, тыумыштан һәм нәҫелдән килгән патологияға дусар ғаиләләр медик-генетик консультация ала, бала көткән ҡатындар дауалана, заманса технологиялар ҡулланылған операциялар яһала, махсус гинекология ярҙамы күрһәтелә.
Сабыйҙар яҡты донъяға һау-сәләмәт тыуһын, ата-әсәһен һөйөндөрөп йәшәһен өсөн табиптарға йәнә өс нәҫел сирен асыҡлау эше өҫтәлде. Адреногениталь синдром, галактоземия, муковисцидоз кеүек аңлайышһыҙ терминдар ҙа хәҙер ата-әсәгә һис ят тойолмай, сөнки сабыйҙарҙы тыуыу менән биш төрлө сиргә тикшереү инвалидлыҡты иҫкәртергә, ауырыуҙарҙы үҙ мәлендә дауаларға, тормош сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итеүен улар яҡшы аңлай.
Үҙәктә юғары технологиялы медицина ярҙамының бик күп яңы төрҙәре уңышлы башҡарыла. Ә 2012 йылдан биохимик һәм молекуляр цитогенетик лабораторияһы булған пренаталь диагностика бүлексәһенең асылыуы сабый үҫешендәге тыумыштан килгән тайпылыштарҙы ваҡытында асыҡлауы менән хайран ҡалдырғыс ваҡиғаға әүерелде. Киләсәк быуын яҙмышы, әсә һәм бала сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлектең оло яуаплылыҡ икәнен Башҡортостандың атҡаҙанған врачы, медицина фәндәре кандидаты Фирғәт Байрамғолов етәкселегендәге үҙәк коллективы бөтә күңеле менән тоя. Тәүге юбилей улар өсөн байрам тантанаһы ғына түгел, ә халыҡтың ышанысын яулау күрһәткесе лә, сөнки табип өсөн кеше өмөтөн аҡламауҙан да олораҡ ғазап юҡ...


Вернуться назад