Яҡташымдың тәҡдимен хуплайым02.10.2013
(Фәриҙә Сәйфетдинова, “Юлдарҙа аят-сүрә оҙата барһа...”, “Башҡортостан”, 2013 йыл, 30 август)

Яҙмала Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының 225 йыллығын билдәләүгә һәм республикабыҙҙың донъя кимәлендә ҙур сараларҙы ҡабул итеүгә әҙерләнеүе уңайынан Өфө урамдарына, оло юл буйҙарына, шулай уҡ райондарҙа аят-сүрәнән өҙөктәр яҙылған баннерҙар ҡуйыу кәрәклеге хаҡында һүҙ алып барылғайны. Яҡташым ифрат мөһим, ҙур проблема күтәрә.

Ысынлап та, әгәр ҙә кириллица һәм ғәрәп графикаһында "Аллаһүммә иннәә нәсьәлүкә фии сәфәриннәә һәәзәл-бирра үәт-тәкүәә" ("Аллаһым, был сәфәребеҙҙә беҙ һинән игелек үә тәүәлек һорайбыҙ") тигән сәфәр доғаһы һәм: "Мәшә-әл-лаһу лә ҡүүәттә иллә бил-ләһи лә йәти бил-хәсәнәти илләл-лаһу үә лә йәддәғүс-сәййи әти илләл-лаһ!" тигән яуызлыҡтан һаҡланыу доғаһы яҙылһа, юлға сығыусының рухы нурланыр, күңел тыныслығы кисерер ине. Яҡташымдың изге теләге хуплауға лайыҡ. Иманым камил, уның фекеренә башҡалар ҙа һәм, әлбиттә, республикабыҙ, баш ҡалабыҙ, райондар етәкселәре лә ҡушылыр, эште ең һыҙғанып ғәмәлгә ашырырға тотонор тигән өмөттә ҡалайыҡ.
Фәриҙә Сәйфетдинова күҙ уңында тотҡан изге эшкә өлгөләр етерлек. Мосолмандар йәшәгән яҡын һәм алыҫ илдәрҙә ундай баннерҙарҙы күреп, күңел кинәнесе кисергән бар. Мәҫәлән, быйыл йәй Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының бүлек мөдире Гөлнур Хөсәйенова менән Украинала Ҡырым татарҙары үҙәге иҫәпләнгән Симферополь ҡалаһында үткән халыҡ-ара ғилми конференцияла ҡатнашырға насип булғайны. Шунда нәҡ яҡташым хыял иткән баннерҙарҙы күреп һоҡландыҡ. Улар ҡала эсендә лә, аэропортҡа, Ялтаға илткән юл буйында ла оҙата барҙы беҙҙе. Баннерҙарҙың бәғзеләре Ҡырым татарҙарының милли ғорурлығы иҫәпләнгән шәхестәр менән таныштыра, мосафирҙарға хәйерле юл теләп ҡала.
Беҙҙә лә шулай эшләп булмаймы ни? Конституциябыҙҙа дәүләт теле тип иғлан ителмәгән ят телдәрҙәге яҙмалар, ярым яланғас ҡатын-ҡыҙ һындары менән "биҙәлгән" реклама таҡталары урынына, әйтәйек, Юрматы ырыуы шәжәрәһенән Тарихи Башҡортостан менән Бөйөк Рус дәүләтенең берләшеүенә бәйле бер өҙөктө сағылдырған стела ҡуйырға була. Өҫтәп, исемдәре ошо тарихи ваҡиғаға бәйле шәхестәребеҙ — Мең ҡәүеменән Янбаҡты (Ейәнбаҡты) кенәз Ҡоҙаш улы, Яйыҡ ҫыбы улы Ҡамачыҡ, Уразлы Урман улы, Мәхмүт Дистан улы, Үҫәргән ырыуы башлығы Бикбау кенәз Тадкачов, Ҡыпсаҡтан Мешәүәле Ҡараҡужаҡ кенәз, Бөрйәндән Иҫке бей кенәз, Тамъяндан Шәғәли (Шаһиғәле) Шаҡман бей кенәз — хаҡында мәғлүмәт биргән яҙмалар ҙа торһон ине.
Шул стела менән йәнәш 1919 йылдың 20 мартында ҡул ҡуйылған "Соглашение Центральной Советской власти с Башкирским правительством о Советской Автономии Башкирии" — Башҡортостан Совет Автономияһы хаҡында Үҙәк Совет власының Башҡорт хөкүмәте менән килешеүе" тигән документты сағылдырғаны ла ҡуйылһа, айырыуса йәш быуын өсөн әһәмиәтле булыр ине (документтың исемен махсус рәүештә тәүҙә төп нөсхә буйынса бирҙем, юғиһә, ғәҙәттә, башҡортсаға дөрөҫ тәржемә итмәйҙәр. Был тәңгәлдә хатта тарихсылар ҙа бутала һәм "килешеүҙең инициаторы — Башҡортостан" тигән мәғәнә лә биреп ҡуялар. Хәҡиҡәт берәү: төбәгебеҙ менән мөнәсәбәт урынлаштырыу тәҡдиме һәр саҡ Мәскәүҙән сыҡҡан. Бейҙәребеҙ ҙә, үҙҙәрен уларҙың вариҫтары тип иҫәпләгән етәкселәребеҙ ҙә: "Әйҙә, килешәйек!" — тип инәлеп йөрөмәгән).
Башҡорттар һәм уларҙың Ватаны менән таныштырған Ибн-Фаҙлан, Мәхмүт Ҡашғари ише ғәрәп тикшеренеүселәре; Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең сәхәбә-илселәре; П. Рычков, П. Паллас, И. Лепехин, П. Кудряшев, А. Пушкин, В. Даль, Р. Игнатьев, С. Рыбаков, С. Руденко кеүек мәшһүр урыҫ зыялылары; Күсем, Аҡай, Батыршаһ, Алдар, Ҡараһаҡал, Салауат, Ҡаһым түрә, Муса Мортазин, Муса Гәрәев кеүек батырҙарыбыҙ; Ә. Вәлидиҙән, Ш. Хоҙайбирҙиндан башлап республикабыҙҙың мәшһүр етәкселәре; М. Ғафури, Ш. Бабичтан алып рәсми рәүештә йә халыҡ тарафынан халыҡ шағиры, яҙыусыһы тип танылған әҙиптәребеҙ һәм башҡа күренекле шәхестәребеҙ менән ике-өс телдә таныштырған баннерҙар, стелалар ҡуйыу хыялы ғәмәлгә ашһа, йәштәребеҙ, үҙҙәренең кемдең вариҫтары икәнен белеп, ғорурлыҡ, ватансылыҡ тойғоһо кисерер, сит-ят илдәрҙән килгәндәр иһә, кем еренә аяҡ баҫҡанын аңлап, бында үҙен нисек тоторға кәрәк икәненә төшөнөр, аҫаба халыҡҡа хөрмәт менән ҡарарға өйрәнер ине.
Быларҙан тыш, изге хәҙистәр, халыҡ ижадының гүзәл гәүһәрҙәре хаҡында мәғлүмәт, уларҙан алынған теләктәр берәүҙе лә битараф ҡалдырмаҫ. Мәҫәлән, Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәренән миҫалдар (халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың шиғри тәржемәһе):

1. Әгәр юлға сыҡһаң
Ғилем өйрәнергә,
Еңеләйер юлың
Йәннәткә инергә.

2. Айырылышыу — хата, аймылышыу,
Кеше менән татыу, дуҫ йәшә!
Яңғыҙҙарға шайтан эйәләшә,
Күмәктәрҙән Иблис ситләшә.

3. Булһағыҙ ихлас, эскерһеҙ,
Тик ихласлыҡ күрерһегеҙ.

4. Атаһын яҡлаған — Аллаһын яҡлаған,
Атаға баҡмаған — Аллаға баҡмаған.

5. Атайыңа, әсәйеңә ярҙамсы булһаң әгәр,
Сауаптары – хажға барыу сауабына
бәрәбәр.

6. Биш нәмәне ҡәҙерләгеҙ,
Әле биш хәл булмаҫ элек:
Йәшәүеңде — үлмәҫ элек,
Һаулыҡты — ауырымаҫ элек,
Ерҙе — ерҙән китмәҫ элек,
Йәшлекте — ҡартаймаҫ элек,
Байлығыңды — бөлмәҫ элек.

"Урал батыр" ҡобайырында аят-сүрәне, хәҙистәрҙе ҡеүәтләмәле миҫалдар бар. Баннерҙарҙа, стелаларҙа түбәндәге юлдар сағылыш тапмаҫлыҡмы ни:

1. Донъяла мәңге ҡалыр эш —
Донъяны матур төҙөгән.
Бағты мәңге биҙәгән:
Ул да булһа — яҡшылыҡ.
Күккә лә осор — яҡшылыҡ,
Утҡа ла янмаҫ — яҡшылыҡ,
Телдән дә төшмәҫ — яҡшылыҡ
Бар эшкә лә баш булыр,
Үҙеңә лә, кешегә лә
Мәңге ейер аш булыр.

2. Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ!
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!

3. Олоно оло тейегеҙ,
Кәңәш алып йөрөгөҙ;
Кесене кесе тейегеҙ,
Кәңәш биреп йөрөгөҙ!

Борон сәфәр сыҡҡанға былай тип алғыш әйтеп ҡалыр булғандар:
1. Сәфәрең уң булһын,
Ҡыуанып, шатланып,
Имен-аман ҡайтырға яҙһын!

2. Изге юлға, изге сәфәргә
Дусар итһен Аллаһ Тәғәлә!

3. Сәфәрең уң булһын,
Юлың юл булһын,
Хызыр Ильяс юлдаш булһын!
Хызыр Ильяс булһа юлдашың,
Мең дошманға торор бер башың.

Ялтала йөрөгәндә шуға ла иғтибар иттек: урам саттарында зауыҡлы итеп биҙәлгән "Беҙҙең райондың Герой әсәләре" тигән стелалар тора. Уларҙың тәүгеһен күргәс үк:
— Ана нисек хөрмәтләйҙәр бында Герой әсәләрҙе! — тине кемдер көнләшеү тойғоһо менән. Мин иһә, уның һүҙен ҡеүәтләп:
— Эйе-е... — тинем дә эстән генә: "Беҙҙең Бөрйәндең Иҫке Монасип ауыл Советы биләмәһендә генә бар ундайҙар. Фәхерниса еңгәйем Һатыбалова менән Ғәйнисафа апай Юлдашева... Бәлки, был исемлек оҙонайғандыр ҙа әле. Бала табыу, уны үҫтереү — шәхси сара ғына түгел, дәүләт әһәмиәтендәге изге эш. Заманында Иосиф Сталин: "Иң ҡиммәт капитал — кеше", тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер..." — тип уйлап ҡуйҙым.
Ысынлап та, ялталарҙың Герой әсәләргә иғтибары хуплауға лайыҡ. Уларҙан күрмәксе, беҙҙә лә һәр ауыл Советы идараһы алдында "Герой әсәләребеҙ" йә "Герой әсәләргә — дан һәм шөһрәт!" тигәнерәк стелалар ҡуйғанда, ҡайһылай яҡшы булыр ине. "Сәфәрҙән ҡайтҡас та был хаҡта республикабыҙ йәмәғәтселегенә әйтәйем әле", — тип ниәтләгәйнем. Форсаты сыҡты — әйттем. Ҡалғаны, йәмәғәт, һеҙҙән һәм етәкселәрҙән.
Ҡабатлайым: Фәриҙә Сәйфетдинованың теләге хуплауға һәм республикабыҙ кимәлендә ғәмәли яҡлауға лайыҡ.


Вернуться назад