Бынан бер нисә йыл элек баҡса эшендә бик кәрәк булғанға үҙем арба эшләргә ҡарар иттем.
Уның нисек килеп сыҡҡаны һүрәттән күренә. Кузовы өсөн 1 миллиметр ҡалынлыҡтағы ҡалайҙы алһам, төбөнә икеләтә ҡалыныраҡты һайланым. Каркас-рам өсөн 3/4 диаметрлы ябай һыу торбаһы ярап ҡалды. Уныһы ғына етерлек. Хәйер, хәҙер һатыуҙа ла йәнең теләгәне бар. Тәгәрмәстәр иһә — иҫке мотороллерҙыҡы. Тағы бер мөһим нәмә: ҡалайҙар "киҫеп" тормаһын, кузов тағы ла ныҡлыраҡ булһын өсөн өҫкө яҡлап 10 миллиметр ҡалынлыҡтағы тимер сым йәбештерҙем.
Арба әҙер. Хәҙер һөйөнөп бөтә алмайым: тиреҫ сығарғанда аптырарға түгел — түтәлгә тиклем барып була, ихатамда сүп-маҙар өйөлөп ятмай, башҡа эшкә лә ярап ҡала...