"Йүнләһәң, йүне сыға..."02.10.2013
"Йүнләһәң, йүне сыға..."Сәйетбаба иң ҙур башҡорт ауылы ғына түгел, оҫталар төйәге лә икән. Ҡайһы ғына өйгә инмә, йә балта оҫталары йәшәй, йә үҙ ҡулдары менән техника йыйғандар, йә башҡа нәмәгә маһирҙар. Ә был өйҙә балаҫ һуғыу оҫтаһы Рабиға апай Йәрмиева ғүмер итә. Сәлих ағай менән нигеҙ усағына йән өрөп, балалар үҫтереп, мал-тыуар көтөп йәшәйҙәр.

— Сәлихтәрҙән минең бәхет бар, — ти йор һүҙле апай. — Атайым да Сәлих, ирем дә Сәлих. Әле өс инвалид — үҙем, ирем, туҡһанға кереп барған инәйем — йәшәп ятабыҙ. Өсөбөҙгә уртаса 75 йәш була — юбилейный! Шулай ҙа бирешмәйбеҙ, туған, әлегә тиклем ике һыйыр, ундан ашыу һарыҡ, үҙебеҙгә еткәнсә ҡаҙ, күркә, тауыҡ аҫраныҡ. Быйыл цесарка алдыҡ, уның мәшәҡәте күберәк — ҡыҙығыраҡ. Тауышы матур...
Шуны ғына көткәндәй, балаҫ һуғыу станогын ҡорған арала уның бер ситенә ике күркә парлашып менеп ултырҙы, өсөнсөһө кәртә башына ҡунып ҡоңғолдай башланы.
— Эргәнән китмәй инде улар, — тип көлә Рабиға апай, — бигерәк кеше шикеллеләр, барыһын да аңлайҙар. Циркта ғына эшләрлек, көнө буйы төрлө ҡиәфәткә инеп бөтәһең... — Станокты ҡороп бөткәс, Рабиға апай һуғыла ғына башлаған балаҫ өлөшөнә яңы епсәләр һуҙып күрһәтте.
— Был станок "парадный", — тигән булды ул, йор һүҙле икәнен тағы бер тапҡыр иҫбатлап. — Уның менән һабантуйҙарға барып, төрлө байрамдарға йөрөтәм. Оҫталарҙан эшләтеп алдыҡ. Ә бына өйҙә ултырғаны инде буш ваҡыт булған һайын эшләй торғаны. Уныһы "рабучий"...
Рабиға апай ҡасандан башлап балаҫ һуғыу, ҡул эштәре менән шөғөлләнгәнен аныҡ ҡына хәтерләмәй.
— Үҙемде белгәндән алып, — тине лә тағы хәтирәләргә төшөп китте. — Был эш бәләкәйҙән таныш инде. Өләсәйем йөн иләй торғайны. Исеме Хәйерниса ине. Мин белгәндә күҙе һуҡырайғайны. Шулай булһа ла, ҡул эштәре менән булды. Бүтән уйнарға уйынсыҡ булмағас, уның алдында мин дә орсоҡ менән уйнап ултырам. Шунан йөн борам. Ул сыҡҡанда иләп ҡыланам. Шул бәләкәйҙән йөн менән булашып үҫтем. Инәйем дә балаҫ һуға торғайны. Өйҙә йөн буяуҙары булды. Мәктәпкә барғас, үҙем иләп, буяп, бейәләй-бирсәткә, ойоҡбаш, кофта бәйләнем. Үҫә-бара балаҫ һуҡҡы килде...
Рабиға апай мәктәптә уҡығанда уҡ балаҫ һуғып ҡарай. Күрше әбейенән станок алып тороп, хыялын тормошҡа ашыра. Һуңынан инде эш, тормош мәшәҡәттәре үҙенекен итә — ваҡыты булмай. Унан һуң, халыҡ кәсептәре заманында "иҫкелек ҡалдығы" булараҡ та ҡабул ителде бит. Һатыу тураһында уйларға ла түгел. Хатта шәл бәйләүселәр ҙә "спекулянт"ҡа тиңләнде. Ләкин илдә барған үҙгәртеп ҡороуҙар үҙенекен итте: колхоздар тарҡала башланы, саҡ-саҡ тын алғандары ла эш хаҡы түләй алманы. Һауынсы булып эшләгән Рабиға апай ҙа тейешле эш хаҡы күрмәй. Нәҡ шул саҡ йәшлегендә тороп ҡалған шөғөлө иҫенә төшә.
— Ҡана, мин шул балаҫ һуғыуҙы белә инем бит әле, тип, бабайым менән станок эшләп, балаҫ һуға башланым, кейеҙен баҫтым. Ул ваҡытта заказдар ҙа күп булды. Магазинда әйбер бөткәйне, ә ҡыҙҙарға бирнә кәрәк. Йүнләһәң, йүне сыға инде. Эш юҡ тип ҡул ҡаушырып ултырһаң, булмаҫ ине. Шуның менән донъя көттөк, файҙаһы тейҙе. Ҡыҙымды ла уҡыттыҡ, өй һалдыҡ. Әле лә, насар ғәҙәт һымаҡ, тотонғо килеп тик тора. Күҙең насарланды, инде булашма, тип әйтеүселәр ҙә күп. Мин эшләмәйенсә тора алмайым, — тип һөйләй Рабиға апай.
Оҫтаның балаҫтары ҙур һорау менән файҙалана. Быйыл ғына ла туристар килеп уларҙы Италияға, Германияға алып киткән. Себер тарафтарына ла "осҡандар". Таулы Ҡарабахтан килгән Мэру исемле профессор ҡатын бик ҡыҙыҡһынған, ул да һатып алған.
Мин дә балаҫ һуғыр инем тигән ҡатын-ҡыҙ ауылда күп икән. Тик станоктары юҡ. Айҙар Һөйөндөков, Юнир Ишбирҙин, Айрат Яхиндар ошондай эш ҡоралдары яһап ҡарай. Әйтергә кәрәк, килеп сыға. Рабиға апайҙан клубта ҡатын-ҡыҙға балаҫ һуғыу серҙәренә өйрәтеүҙе һорайҙар. Элекке район хакимиәте башлығы Әхәт Шаһиев башланғысты хуплай һәм биш станок эшләттерә. Шулай итеп, Рабиға апай ундан ашыу кешене балаҫ һуғырға өйрәтә. Был — тормошта бик мөһим нәмә. Белгәнең менән уртаҡлашҡанда ғына күңелең тыныс була бит ул. Бигерәк тә йәштәрҙе һөнәреңә өйрәтеү һымаҡ изге эш һис онотолмай. Хәтерҙәрҙә генә түгел, һуҡҡан балаҫтарҙа йәшәй, төрләнә, быуындан быуынға күсә.
Ямғыр яуып үтте. Күктең ике тарафын тоташтырып, йәйғор сыҡты. Ҡайһылай матур, хозур тәбиғәт мөғжизәһе! Әйтерһең, ошо төҫтәр оҫтабикәләрҙең ҡул эшенә лә күсә — күҙҙең яуын алырлыҡ биҙәктәр булмышыңды арбай, йәйғорҙай, күңел тырызыңдың бушлығын тултыра...


Вернуться назад