Бала саҡтан матурлыҡты күреп үҫкән Флүзә сәскәләргә ғашиҡ. Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, ул йәшәгән Иҫке Шахтағы йорт-ихата әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Түтәлдәрҙә лә, тәҙрә төптәрендә лә аллы-гөллө сәскәләр үҫә. Ниндәйҙәре генә юҡ бында! Гладиолус, петунья, георгин, датура, пальма, бәрхәт сәскәләре күҙҙәрҙе ҡамаштыра, күңелде иркәләй. Уларҙы булмышыңды һалып тәрбиәләмәһәң, сәскәләр ҙә үҙҙәренең матурлығын һиңә өләшмәй. Ә ҡышҡы оҙон төндәрҙә Флүзә атлас таҫманан сәскәләр сигеү менән шөғөлләнә. Уларҙы район үҙәгендә үткәрелгән йәрминкәләрҙә бик теләп һатып алалар. Флүзәнең уңыштарына тормош иптәше, тәжрибәле механизатор Рәшит тә, балалары ла ихлас шатлана.
“Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған биш бала әсәһе, йорт хужабикәһе Флүзә Хәлиуллина гүзәллекте ана шулай нескә күңеле аша үҙ ҡулдары менән тыуҙыра. “Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр”, – тип юҡҡа ғына әйтелмәгән бит.