Парижға... Үҙебеҙҙе күрһәтергә!01.10.2013
Парижға... Үҙебеҙҙе күрһәтергә!1-2 октябрҙә Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Илселегендә, Рәсәйҙең фән һәм мәҙәниәт үҙәгендә Башҡортостандың ошо халыҡ-ара ойошма менән хеҙмәттәшлегенең 15 йыллығына арналған “Башҡортостан — Рәсәй ынйыһы” тип аталған оло сара үтә.

Уның сиктәрендә республиканың мәҙәни, мәғариф, туристик ҡеүәтенә бағышланған күргәҙмә, үҙенсәлекле мәҙәни мираҫ булараҡ бөтә донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһенә, “Урал батыр” эпосына арналған, “Урал батыр ере” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”, ике аралағы хеҙмәттәшлек һәм ЮНЕСКО-ның белем биреү проекттарын Башҡортостанда тормошҡа ашырыу буйынса һөйләшеүҙәр һәм сәнғәт оҫталары тарафынан ҡуйыласаҡ ҙур концерт ҡаралған.
195 ағза-ил ҡатнашлығындағы презентацияның төп бурысы — Башҡортостандың тарихи-мәҙәни-мәғариф, тәбиғи һәм туристик ҡеүәтен, шул иҫәптән башҡорттарҙың үҙенсәлекле милли мәҙәниәтен, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендә донъя кимәлендәге ҡаҙаныштарҙы, тәбиғи һәм мәҙәни мираҫты һаҡлауҙы, телдәрҙең күп төрлөлөгөн, милли кәсепселекте күрһәтеү. Ә республикабыҙҙа күрһәтер нәмәләр бихисап. Мәҫәлән, ЮНЕСКО-ның яҡынса Бөтә донъя мираҫы исемлегенә ингән Шүлгәнташ мәмерйәһен һәм ЮНЕСКО-ның биосфера резерваты булған “Башҡорт Уралы”н үҙ эсенә алған башҡорт халҡының эпик геройы Урал батырҙың тыуған еренең төрлө төҫтәрҙә балҡыған экспозицияһы берәүҙе лә битараф ҡалдырмаҫ, моғайын.
Презентация һөҙөмтәһе булып Башҡортостан Республикаһы менән ЮНЕСКО араһындағы әле тормошҡа ашырылған һәм киләсәккә планлаштырылған мәҙәни, тәбиғи, тарихи һәм документаль мираҫты һаҡлау өлкәһендәге төп программаларҙы һәм проекттарҙы артабан да тормошҡа ашырыу буйынса хеҙмәттәшлекте киләсәктә лә дауам итеү тураһындағы коммюникеға ҡул ҡуйыу торасаҡ. Ул тәбиғи-мәҙәни “Урал батыр ере”н ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүҙе, ойошма тарафынан төрки халыҡтарының байрамы булған “Һабантуй”ҙы, башҡорт халҡының милли уйын-ҡоралы ҡурайҙы үҙенсәлекле матди булмаған мәҙәни мираҫ ҡиммәтенә эйә элемент сифатында таныуҙы күҙаллай һ.б.
Сәфәр программаһында шулай уҡ Франциялағы Рәсәй Илселегендә француз һәм сит ил эшлекле даирәләре Башҡортостан Республикаһының инвестициялар һәм фәнни ҡеүәте менән таныша аласаҡ.


Вернуться назад