Донъяғыҙ түңәрәк булһын!01.10.2013
Донъяғыҙ түңәрәк булһын!Өлкән быуынға һөйөүебеҙ һәм хөрмәтебеҙ ифрат ҙур. Мул тормош тәжрибәһе туплаған, Ватанға фиҙакәр хеҙмәт иткән, тарихта ҡалырлыҡ батырлыҡ өлгөһө күрһәткән оло быуын уңайлы йәшәү шарттарына, тейешле медицина ярҙамына, йылы мөнәсәбәткә һәм ихтирамға, һис шикһеҙ, лайыҡ.

Бөгөн республикабыҙҙың ҡала һәм райондарында Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә арналған төрлө саралар, осрашыуҙар үтә. Мәҫәлән, Республика табиплыҡ-физкультура диспансеры өлкәндәр өсөн Асыҡ ишектәр көнө ойоштора. Һәр кем медицина реабилитацияһы мәсьәләләре буйынса түләүһеҙ консультация аласаҡ. Килергә мөмкинлеге булмағандар 235-60-07 телефоны аша һорауҙарына яуап табыр. Диспансерҙа 13 октябргә тиклем оло йәштәгеләр өсөн айлыҡ иғлан ителде. Өфөнөң Мәшғүллек үҙәге хаҡлы ялдағылар өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойоштороп, теләгән һәр кемде эш менән тәьмин итмәксе. Саралар күп булыр, шулай ҙа оло кеше өсөн иң мөһиме — яҡындарының һөйөүе.
Һәр олатай-өләсәйҙең, ветерандың, бөгөн оло ҡунаҡ булып, ғаилә түрен биҙәүен, туған-тыумасаһының, балаларының күңел йылыһын, хәстәрлеген тойоуын теләйбеҙ. Байрамығыҙ мөбәрәк, донъяғыҙ түңәрәк, күңелегеҙ тыныс булһын, хөрмәтле ветерандар! Оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек насип итһен!


Вернуться назад