Хөрмәтле һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары!01.10.2013
Һеҙҙе Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ. Был датаны халыҡта Оло быуындың аҡыл ҡеүәһе көнө тип тә атайҙар.
Республикабыҙҙа ил иҡтисадын үҫтереүгә, тыуған яҡтың именлеген арттырыуға ҙур тырышлыҡ һалған бер миллиондан ашыу ветеран һәм пенсионер, эшһөйәр, ихтирамлы кешеләр йәшәй. Арағыҙҙа фашизмды еңеүгә, халыҡ хужалығын тергеҙеүгә, Башҡортостандың социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫешен тәьмин итеүгә тос өлөш индергән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл эшсәндәре бар. Хаҡлы ялға сыҡҡас та күптәрегеҙ ветерандар хәрәкәтендә, йәштәргә патриотик һәм әхлаҡи тәрбиә биреүҙә әүҙем ҡатнаша.
Республикала оло быуынды социаль яҡлау буйынса байтаҡ эш башҡарыла. Әммә етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел.
Дәүләт һәм башҡарма власть органдарының өлкәндәргә ҡағылышлы ҡануниәтте аныҡ үтәүенә, ололарҙың тормошон яҡшыртыуға өлгәшеү – барлыҡ ветеран ойошмаларының бурысы ул.
Байрам менән һеҙҙе, ҡәҙерле дуҫтар! Ныҡлы һаулыҡ, яҡшы эштәр һәм яҡты көндәр, бәхет һәм именлек юлдаш булһын!


Вернуться назад