Көҙ — алмаларҙың алланып бешкән, баҙҙың — еләк-емеш, картуф, келәттәрҙең иген менән тулған осоро. Шуға ла уны хаҡлы рәүештә “алтын көҙ” тип атайҙар. Әҙәм балаһының да ошондай сағыу, уңыштарға тулышҡан мәле була. Намыҫлы хеҙмәттә ғүмер иткән кешеләр өсөн ҡартлыҡ икеләтә бәхетле.
Былтыр үҙенең 95 йәшлек олпат юбилейын билдәләгән “Башҡортостан” гәзите редакцияһы элек-электән фиҙакәр хеҙмәткәрҙәре менән дан тота. Матбуғат ветерандары, замананың төрлө ҡатмарлыҡтарына ҡарамай, үҙ бурысын намыҫ менән үтәгән. Бөгөн гәзитебеҙҙе һәр тарафта ла көтөп алалар, баҫмабыҙ менән дуҫлыҡты тиҫтәләгән йылдар буйына өҙмәйҙәр икән — бының өсөн оло ҡәләмдәштәребеҙгә рәхмәт.
Гәзитебеҙҙең элекке хеҙмәткәрҙәрен редакцияға ҡунаҡҡа саҡырыу, улар менән ихлас аралашыу күптән инде күркәм йолаға әүерелде. Был юлы ла матбуғат ветерандары осрашыуға талпынып килеп етте.
— Беҙ һәр ваҡыт “Башҡортостан”лы булып ҡалабыҙ! — ти улар, ихлас йылмайып.