Ауыл халҡына ярҙам йөҙөнән01.10.2013
Рәсәй Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһе белгестәре етәкселегендәге эш төркөмө Бишбүләк районының Баҙлыҡ һәм Михайловка ауылдарында халыҡты ҡабул итте. Сарала 11 ауылдан 40-тан ашыу мөрәжәғәт ҡаралды. Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Пенсия фонды, Прокуратура, “Роспотребнадзор” идаралығы вәкилдәре, юристар һорауҙарға яуап бирҙе.
Күп балалы ғаиләләрҙе һәм граждандарҙың башҡа ҡатламдарын социаль тәьмин итеү менән бәйле мөрәжәғәттәр күпселекте тәшкил итте. Мәҫәлән, әсәлек капиталы аҡсаһын йорт төҙөүгә йүнәлткән күп балалы ғаилә ауыр хәлгә тарыған. Йортта янғын сыҡҡан, ғаилә урамда тороп ҡалған. Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатынын торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сиратҡа ҡуймауға бәйле ялыу ҙа ҡаралды. Был мөрәжәғәт республика Прокуратураһына ебәрелде. Район мәктәптәренең береһендә ашнаҡсылар эш хаҡының йәшәү минимумы дәүмәленән түбәнерәк булыуына зарланды. Ауыл халҡы һыуыҡ һыуға тарифтарҙың саманан тыш юғарылығынан да ҡәнәғәт түгел. Баҙлыҡ ауылындағы мәҙәниәт йортон төҙөкләндереүҙә ярҙам һораусылар булды. Пенсия фонды вәкиленә мөрәжәғәт итеүселәрҙе хаҡлы ялға ваҡытынан алда сығыу тәртибе ҡыҙыҡһындырҙы.
Бөтә һорауҙарға юридик кәңәш һәм аңлатма бирелде. Бер нисә мөрәжәғәтте Рәсәй Президентының республикалағы ҡабул итеү бүлмәһе белгестәре контролгә алды.